Әлеге уҡыу йылында БДИ-ға ҡағылышлы бер нисә яңылыҡ көтөлөүе хаҡында хәбәр иткәйнек. Шуларҙың тәүгеһе 3 декабрҙә тормошҡа ашырылды – сығарылыш класс уҡыусылары дәүләт аттестацияһына инеү хоҡуғы алыу өсөн инша яҙҙы. Һынау башланыр алдынан Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында булып, йәштәрҙең хәлен белештек, директорҙың уҡытыу-тәрбиә мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Лилиә Бикбаеванан яңы сараның үҙенсәлектәренә, уға әҙерлек барышына бәйле бер нисә һорауға яуап алдыҡ.XI класс уҡыусылары мәктәптә имтиханға етди әҙерлек алып барылғанын билдәләне. Иншаны былтыр ҙа, ағымдағы уҡыу йылы башында ла яҙып ҡарағандар. Урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән өҫтәмә дәрестәр ойошторолған, йәштәрҙең ҡайһы берҙәре курстарға ла йөрөгән. Һәр хәлдә, уҡыусыларҙа ҡаушау, ҡурҡыу һиҙелмәне. Имтихан башланыуға 15 минут ҡалғанда темалар билдәле булып, һәр кем ижад эшенә тотондо.
Рәсми сайттарҙа иншаларҙың тематик йүнәлештәре, эште баһалау критерийҙары хаҡында мәғлүмәт алдан ҡуйылғайны, шулай уҡ ил төбәктәренә тәүге һынауҙы ойоштороу һәм үткәреү йәһәтенән методик белешмәләр ебәрелде.
– БДИ-лағы был яңылыҡты хуплап ҡаршы алдыҡ, – тине гимназия директоры урынбаҫары Лилиә Бикбаева. – Ғөмүмән, уҡыусы инша яҙырға, фекерен матур итеп еткерә белергә өйрәнергә тейеш. Йәштәрҙе нәфис әҙәбиәткә ылыҡтырыу, уларҙың грамоталылығын үҫтереү мөһим. Илебеҙ Президенты Владимир Путин был йәһәттән педагогик йәмғиәт алдына аныҡ бурыс ҡуйҙы. Үҙебеҙгә килгәндә, гимназияла башҡорт, урыҫ телдәренән инша яҙыуға элек-электән ҙур әһәмиәт бирелә. Уҡыусыларыбыҙ эште уңышлы атҡарып сығыр, тип ышанабыҙ.
Эште баһалауҙың биш критерийы бар. Текста һүҙҙәр күләме 250 – 300 булырға тейеш. Уҡыусылар ошо иншаның һөҙөмтәләрен юғары уҡыу йортона ингәндә файҙалана ала. Шулай уҡ урыҫ теле буйынса төп имтиханға 10 балл өҫтәлеү мөмкинлеге бар. Һынау һөҙөмтәһе дүрт йыл һаҡлана, юғары уҡыу йортоноң ҡабул итеү комиссияһы ағзалары, Берҙәм дәүләт имтихандары порталына инеп, иншаны асып ҡарай ала. Йәғни абитуриентҡа аҙаҡ эште яңынан башҡарырға кәрәкмәй.
Иншаларҙы муниципаль эксперт комиссияһы тикшерә, һөҙөмтә 10 декабрҙә билдәле буласаҡ.