...Трамвайҙа барам. Эргәлә ултырған ҡатындың йән өшөткөс нәфрәт менән ҡысҡырып тиерлек әйткән һүҙҙәре һиҫкәндереп ебәрҙе: “Мин уларҙың бөтәһен дә күрә алмайым! Үлтерер инем!..” Уның инде ун биш минут самаһы кеҫә телефонынан һөйләшеп килгәнен аңғарғайным былай, әммә Хоҙай мине аңрараҡ итеп яралтҡан: күп ваҡыт тирә-йүндә кем нимә хаҡында һөйләшә, нимә ҡылана — ишетә-күрә һалып бармайым. Ә бында шундайын да асыу, нәфрәт! Ирекһеҙҙән, ҡолаҡ һалдым.
Урта йәштәрҙәге был ҡатын балалар йортонда уҡыта, имеш. Күрә алмаған йән эйәләре лә — балалар. “Уларҙы театр, музейҙарға алып йөрөйҙәр, ашата-эсерәләр, беҙ күпме нервы сарыф итәбеҙ, ә улар...” — уҡытыусы йоратының аһ-зары дауам итте. “Балаларҙы күрә алмағас, ни өсөн уҡытыусы һөнәрен һайланығыҙ һуң?” — тип әйтергә йыйындым. Телефондан “гәп” һатыуын туҡтатһын да... Ул арала алдараҡ ултырған оло ғына йәштәге ханым уға ҡарай боролдо.
— Ярамай улай, — тине ул тыныс тауыш менән. — Һеҙ балаларҙан ниндәй рәхмәт көтәһегеҙ? Улар беҙҙе йә ихтирам итә, йә итмәй. Ике осраҡта ла үҙебеҙҙән тора”.
— Эйе шул, — тип һүҙгә ҡушылды икенсе бер ханым. — Изгелек эшлә лә һыуға һал, ти бит халыҡ та. Ә һеҙ уҡыусыларығыҙҙан хаҡ һорайһығыҙ.
Ләкин әлеге ҡатын берәүҙе лә ишетмәй, тирә-яҡҡа нәфрәтен сәсә бирҙе... Хәтеремә үҙ ғүмеремдә осратҡан байтаҡ бала һөймәҫ уҡытыусылар килде. Ҡыҙғаныс, улар элек тә бар ине, хәҙер бигерәк тә күбәйҙеләр. Ҡасандыр тик диплом алыу өсөн генә педагогия юлын һайлаған күпме әҙәм йораты баланы уҡыуҙан биҙҙереү эшен алып бара, төркөмдәргә бүленеп, кешелекһеҙ маҡсаттарына өлгәшеү өсөн үҙ-ара низағтарына уҡыусыларҙы йәлеп итә, ипле, тәрбиәлеләрҙе йә булмаһа фәнде күпкә яҡшыраҡ белгән һәләтлеләрҙе ситләтеү өсөн һәр төрлө хаяһыҙ алымдар уйлап таба, хатта уларҙы үҙ-үҙенә ҡул һалыу хәленә алып барып еткерә!
Беҙ быны күрмәмешкә һалышабыҙ, сөнки балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ улар ҡулында, үсләшеүҙәренән ҡурҡабыҙ. Һәм был тәбиғи. Заманында мин Сибайҙағы 2-се мәктәптәге тәртипһеҙлектәргә ҡаршы тороп ҡараным, һөҙөмтәлә үҙем иҫәр хәлендә ҡалдым, улымды иһә ул мәктәптән алып китергә мәжбүр булдым, сөнки класс етәксеһе менән мәктәп директоры бөтә асыу-нәфрәтен ун йәшлек балаға йүнәлтте.
Бәлки, был ябыҡ темалыр? Ни тиһәң дә, балаларҙы, үҙҙәре һайлаған һөнәрҙе яратҡан, бөтә көс-аҡылын йәш быуынды матур итеп тәрбиәләүгә биргән педагогтарыбыҙ барыбер күберәк бит. Берәм-һәрәм булған осраҡлы “тәрбиәсе” һәм “уҡытыусылар”ға әллә иғтибар итергә лә кәрәкмәйҙер? Тик ана шул осраҡлылар күберәк алдан йөрөй, унан, баланы мәктәптән ситләтеү өсөн бер генә фәндән дә осраҡлы кешенең уҡытыуы етә.
Күҙәткәнем бар, уҡыусы, ғәҙәттә, һәйбәт уҡытыусының дәресен ярата, ул фән буйынса яҡшы өлгәшә, инде остазы тура килмәһә, яратҡан фәнен дә үҙһенмәй башлай.
Беҙҙең дә яратҡан һәм яратмаған уҡытыусыларыбыҙ булды. Әммә ул заманда ата-әсәләребеҙ өсөн “уҡытыусы һәр ваҡыт хаҡлы” ине. Бәлки, был дөрөҫ тә булғандыр, ә бәлки... дөрөҫ үк түгелдер. Өйҙә уҡытыусының ғәҙелһеҙлеге хаҡында әйтеп булмай, үҙең ғәйепле ҡалаһың. Әйтәйек, мине тәүге уҡытыусым яратманы. Ул быны асыҡтан-асыҡ белдерҙе: бөтә класс алдында өҫ-башымды тикшерһенме, төрлөсә кәмһетһенме... Сәсем оҙон ине. Толомдарҙы әсәйем гел “сикәләп” үрә торғайны, әлбиттә, йыйнағыраҡ булһын өсөн. Хәтижә апайҙың мыҫҡыллап: “Әртис булып ҡыланаңмы? Сәсеңде тотош ҡырып ташлаһаң, һиңә нығыраҡ килешер”, — тигәне һаман хәтерҙә. “Яңынан үреп кил”, — тип ҡыуып та ҡайтарғыланы. Өйҙә әсәйҙән сәс үрҙермәҫ өсөн зыу килдем һуңынан. Мәктәпкә хәтлем мин уҡый ҙа, яҙа ла белә инем, шул арҡала ғына бирешмәнем. Шулай ҙа “берле” сәпәр өсөн уҡытыусым уңай мәлде һағалап ҡына торҙо...
Күп йылдар үткәс, тәүге уҡытыусымдың мине ни өсөн шулай яратмағанын аңланым. Баҡтиһәң, уның атаһы менән минең олатайым (әйткәндәй, яп-яҡын бажалар) синфи көрәштең ике яғында булғандар. Хәҙер быларҙы хәтерләүе ҡыҙыҡ, хатта көлкө. Әммә тормоштоң аҡ-ҡараһын айыра белмәгән, психикаһы ла нығынып өлгөрмәгән бала өсөн үҙен яратмаған уҡытыусының оло фажиғә сығанағы булыуы ла бик ихтимал.
Шөкөр, һуңынан миңә ысын педагогтар ҡулында белем алырға тура килде. Күп йылдар үтһә лә, башланғыс кластарҙа уҡытҡан Әлфиә апай Ғайсинаны, Дауыт ағай Йосоповты, урта мәктәптә белем үрҙәренә әйҙәгән Байкал Ғәбитовты, Хафиз Ғилмановты, Менәүәрә Хәйбуллинаны, Хәнифә Төркмәнованы, класс етәксем Мотаһар Билаловты, Рәүеф Таһировты һәм башҡаларҙы оло рәхмәт тойғоһо менән иҫкә алам. Күбеһе иҫән дә түгел, ләкин улар хаҡындағы яҡты иҫтәлек беҙҙең, уҡыусыларының, күңелендә һаҡлана. Хәнифә апай Төркмәнова менән Дауыт ағай Йосопов, шөкөр, иҫән-һауҙар.
Һәйбәт уҡытыусы үҙ фәнен өйрәтеп кенә ҡалмай, ул балаға тормош тәрбиәһе лә бирә. Бөгөн, тәрбиәләү — ғаиләнең бурысы, ә уҡытыусы уҡытырға ғына тейеш, тигәндәрен ишетһәм күңелдә ризаһыҙлыҡ тыуа. Минең бала сағым тыныс осорҙа үтте, ул саҡта үҫеп килгән быуынға бөгөнгө ҡурҡыныстар — эскелек, наркомания, аҙғынлыҡ һ.б. — янамай ине. Кешеләр ҙә күпкә игелеклерәк, тәртиплерәк булды. Ата-әсә лә эсеп, аҙып-туҙып йөрөмәне. Ләкин мәктәп бер ваҡытта ла тәрбиә эшенән ситләшмәне, уҡытыусылар балаларға серҙәш тә, кәңәшсе лә булды.
Үҙ фәнен яҡшы белгән, балалар күңелен аңлаған педагогтар бөгөн дә бар, әлбиттә. Сабый йәки үҫмер менән уртаҡ тел таба белеү һәләте уларға Хоҙай тарафынан бирелгәндер. Улар уҡыусы хаҡында тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап фекер йөрөтмәй, ата-әсәһенең кеҫә ҡалынлығынан йәки үҙенә ниндәй бүләк яһауҙарынан сығып баһа ҡуймай. Ә белем биреп, үҙҙәренең шәхси өлгөһөндә тәрбиәләй. Һәйбәт педагог уҡыусыһы менән бергә тәмәке тартмай, һыра һемермәй, йә булмаһа уҡыусыһына, арала бер нисә генә йәш айырмаһы булһа ла, енси партнер итеп ҡарамай. Эйе, ғәжәпләнәһе түгел, бөгөн ундайҙар ҙа бар.
Һигеҙ-туғыҙ йыл самаһы элек мине “Аҡ тирәк — күк тирәк” телетапшырыуына саҡырҙылар. Ғаиләгә бәйле тема ине булһа кәрәк. Ниңәлер, телешоуға балалар йортонан да килгәйнеләр. Әҙерлек барышында беҙҙең иғтибарҙы ҡурсаҡ кеүек сибәр 13-14 йәшлек ҡыҙыҡай йәлеп итте. Ҙур зәңгәр күҙле, бөҙрәләнеп торған һарғылт сәсле был ҡыҙға бөтәбеҙ ҙә һоҡланып ҡараныҡ. Тик бер күренеш эсте ҡырҙы: был бала ҡайҙа ғына барһа ла, эргәһендә утыҙ йәштәрҙәге ир гел әлеге “ҡурсаҡ”ты йә биленән ҡосоп, йә яурынына ҡулын һалып алып йөрөй. Аранан берәү: “Ә ул — балалар йортонда тәрбиәсе”, — тип белдерҙе. Тапшырыуға балалар йортонан йәнә бер нисә тәрбиәсеме, уҡытыусымы килгәйне, ни өсөндөр улар был хәлгә битараф ҡалды.
Бөгөнгә ҡәҙәр ҡыҙҙың да, әҙәпһеҙ ирҙең дә йөҙ-ҡиәфәте күҙ алдымда. Ул баланың яҙмышы һуңынан ҡайһы тарафтарға боролғандыр — кем белә. Ниңә шунда бер ни ҙә өндәшмәнем, ҡыҙыҡай менән һөйләшеп ҡараманым, тәрбиәселәренә яҡын барып белешмәнем икән тип үҙемде тиргәйем. Балалар йортонда тәрбиәләнеүселәргә иғтибарға айырыуса күп кәрәк. Йылы ғаилә мөнәсәбәттәренән, ата-әсә наҙынан мәхрүм кескәйҙәр һәм үҫмерҙәр әҙәпле, илтифатлы мөнәсәбәткә мохтаж.
Мәҡәлә башында иҫкә алған ҡатын кеүектәр ҡулында бала ниндәй тәрбиә күрә? Нәфрәтен бөтә ғәләм алдында йәшермәгән әлеге “уҡытыусы”ның яҡлаусыһыҙ балалар алдында нимә ҡыланмауы мөмкин?! Уҡыусыларында ла ул шундай уҡ нәфрәт һәм хаяһыҙлыҡ, уҫаллыҡ тәрбиәләйәсәк — быныһы инде көн кеүек асыҡ.
Рәсәйҙә мәғариф өлкәһе өҙлөкһөҙ реформаларға дусар. Уларҙың күбеһе бала файҙаһына түгел. Минеңсә, төп иғтибарҙы юғары уҡыу йорттарында сифатлы белгестәр әҙерләп сығарыуға йүнәлтеү кәрәк. Һәм уҡытыусылыҡҡа студенттарҙы бик ныҡ һайлап алыу, тимәк, ошо тармаҡтағы уҡыу йорттарының абруйын күтәреү мөһим. Балаларҙы һөймәгән әҙәм уҡытыусы булырға тейеш түгел.