Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бушлай ҙа ярҙам күрһәтәләр
Күптән түгел көньяҡ райондарҙың береһендә йәшәгән оло йәштәге ҡатын үҙен борсоған һорауҙар буйынса шылтыратты. Килешеүҙе йүнләп уҡымау, закондарҙы белмәү, ваҡытында кәңәш һорап тәжрибәле хоҡуҡ белгесенә мөрәжәғәт итмәү һөҙөмтәһендә ул хәҙер бурыс «һаҙлығынан» сыға алмай. «Ниңә ниндәйҙер документҡа ҡул ҡуйыр алдынан урындағы берәй юрисҡа барманығыҙ?» – тигән һорауға ул аптырап: «Түләргә аҡсам юҡ», – тине.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай хәл бер генә тапҡыр ҡабатланмай. Төрлө финанс пирамидаларына ышанып алданғандар, ер, ғаилә, торлаҡ, хеҙмәт, социаль тәьмин ителеш кеүек мәсьәләләр буйынса кәңәш һорап беҙгә йыш мөрәжәғәт итәләр. Улар араһында хаҡлы ялдағылар күп. Гәзит уҡыусыларға «Рәсәй Федерацияһында бушлай юридик ярҙам күрһәтеү» федераль, «Башҡортостан Республи­каһында Рәсәй Федерацияһы граждандарына бушлай юридик ярҙам күрһәтеү тураһында»ғы рес­публика закондары барлығы хаҡында тағы бер тапҡыр әйтмәксебеҙ. Уға ярашлы, йән башына уртаса килем күләме йәшәү кимәленән кәмерәк булған яңғыҙҙар йәки ғаилә ағзалары, I һәм II группа инвалидтары, зәғиф, етем балалар бушлай юрист хеҙмәтенән файҙаланыу хоҡуғына эйә. Мәҫәлән, беренсе инстанция суды ҡараған алимент юллау, хеҙмәт урынында сәләмәтлекте юғалтыу йәки имгәнеү кеүек һорауҙар буйынса ярҙам алырға мөмкин. Бынан тыш, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, Рәсәй Федерацияһы, Советтар Союзы, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары ла юридик мәсьә­ләләрҙә ошондай хоҡуҡҡа эйә. Бының өсөн түбәндәге документтар кәрәк:
lяҙма ғариза (ниндәй ярҙам кәрәклеген күрһәтегеҙ);
lпаспорт;
lғаилә составы тураһында белешмә;
lһәр ғаилә ағзаһының килеме тураһындағы белешмә.
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына иһә таныт­маһын күрһәтеү мотлаҡ. Әгәр документтарҙы ташламаға эйә булыусы түгел, уның вәкиле, мәҫәлән, балаһы алып килә икән, нотариуста теркәтелгән ышаныс ҡағыҙын һораясаҡтар.

Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

Документтарҙы адвокат бүлмәһенә, адвокаттар коллегияһына, адвокат бюроһына, юридик кон­сультацияға алып барырға мөмкин. Был хаҡта үрҙә телгә алынған Закондың 2-се статьяһында әйтелә. Башҡортостан Адвокаттар палатаһы Советының ҡарарына ярашлы, бөтә адвокаттар ҙа бушлай юридик ярҙам күрһәтә. Єгәр һеҙ ташламаға эйә булмаһағыҙ, кәрәкле документтарҙы күрһәт­мәһәгеҙ йәки улар закон талаптарына тап килмәһә, мәҫәлән, мисәте юҡ икән, эшегеҙҙе ҡарамаясаҡтар. Бынан тыш, хәҙер Башҡортостанда дәүләт органдары ла үҙ ҡарамағындағы һорауҙар буйынса түләүһеҙ юридик ярҙам күрһәтә.
А. НИЗАМОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә