Бушлай ҙа ярҙам күрһәтәләр03.12.2014
Күптән түгел көньяҡ райондарҙың береһендә йәшәгән оло йәштәге ҡатын үҙен борсоған һорауҙар буйынса шылтыратты. Килешеүҙе йүнләп уҡымау, закондарҙы белмәү, ваҡытында кәңәш һорап тәжрибәле хоҡуҡ белгесенә мөрәжәғәт итмәү һөҙөмтәһендә ул хәҙер бурыс «һаҙлығынан» сыға алмай. «Ниңә ниндәйҙер документҡа ҡул ҡуйыр алдынан урындағы берәй юрисҡа барманығыҙ?» – тигән һорауға ул аптырап: «Түләргә аҡсам юҡ», – тине.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай хәл бер генә тапҡыр ҡабатланмай. Төрлө финанс пирамидаларына ышанып алданғандар, ер, ғаилә, торлаҡ, хеҙмәт, социаль тәьмин ителеш кеүек мәсьәләләр буйынса кәңәш һорап беҙгә йыш мөрәжәғәт итәләр. Улар араһында хаҡлы ялдағылар күп. Гәзит уҡыусыларға «Рәсәй Федерацияһында бушлай юридик ярҙам күрһәтеү» федераль, «Башҡортостан Республикаһында Рәсәй Федерацияһы граждандарына бушлай юридик ярҙам күрһәтеү тураһында»ғы республика закондары барлығы хаҡында тағы бер тапҡыр әйтмәксебеҙ. Уға ярашлы, йән башына уртаса килем күләме йәшәү кимәленән кәмерәк булған яңғыҙҙар йәки ғаилә ағзалары, I һәм II группа инвалидтары, зәғиф, етем балалар бушлай юрист хеҙмәтенән файҙаланыу хоҡуғына эйә. Мәҫәлән, беренсе инстанция суды ҡараған алимент юллау, хеҙмәт урынында сәләмәтлекте юғалтыу йәки имгәнеү кеүек һорауҙар буйынса ярҙам алырға мөмкин. Бынан тыш, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, Рәсәй Федерацияһы, Советтар Союзы, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары ла юридик мәсьәләләрҙә ошондай хоҡуҡҡа эйә. Бының өсөн түбәндәге документтар кәрәк:
lяҙма ғариза (ниндәй ярҙам кәрәклеген күрһәтегеҙ);
lпаспорт;
lғаилә составы тураһында белешмә;
lһәр ғаилә ағзаһының килеме тураһындағы белешмә.
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына иһә танытмаһын күрһәтеү мотлаҡ. Әгәр документтарҙы ташламаға эйә булыусы түгел, уның вәкиле, мәҫәлән, балаһы алып килә икән, нотариуста теркәтелгән ышаныс ҡағыҙын һораясаҡтар.
Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Документтарҙы адвокат бүлмәһенә, адвокаттар коллегияһына, адвокат бюроһына, юридик консультацияға алып барырға мөмкин. Был хаҡта үрҙә телгә алынған Закондың 2-се статьяһында әйтелә. Башҡортостан Адвокаттар палатаһы Советының ҡарарына ярашлы, бөтә адвокаттар ҙа бушлай юридик ярҙам күрһәтә. Єгәр һеҙ ташламаға эйә булмаһағыҙ, кәрәкле документтарҙы күрһәтмәһәгеҙ йәки улар закон талаптарына тап килмәһә, мәҫәлән, мисәте юҡ икән, эшегеҙҙе ҡарамаясаҡтар. Бынан тыш, хәҙер Башҡортостанда дәүләт органдары ла үҙ ҡарамағындағы һорауҙар буйынса түләүһеҙ юридик ярҙам күрһәтә.
А. НИЗАМОВА.