Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Эш көрәк менән башланғайны...
Эш көрәк менән башланғайны... Төбәктә иң беренсе һалынған юлдар уҙған быуаттың 30-сы йылдарына тура килә. Юл аҙабы – гүр ғазабы, тигән боронғолар. Оҙаҡ йылдар Ейәнсура юлдары үтеп сыҡҡыһыҙ ине. Таш япма, аҫылмалы ағас күперҙәр, Эйек йылғаһын паром аша сығыу... Төбәктә хатта ошо тармаҡты хеҙмәтләндергән айырым бүлексә лә булмаған.
1965 йылда районда 1366-сы етештереү участкаһы ойошторола. Шул саҡтан тимер-бетон конструкциялы баҫмалар, ҡаты япмалы юлдар һала башлайҙар. Бер йылдан был участкаға Өфө автомобиль һәм юл төҙөлөшө техникумын тамамлап килгән йәш белгес, инженер Зөлфиә Биктимерова етәксе итеп тәғәйенләнә.
– Иҫәнғолға тәү киле­үем­де әле булһа хәтер­ләйем, – ти Зөлфиә Ха­жи­вәли ҡыҙы. – Бүлек­сәлә етәксе һәм бухгалтер менән бергә ете кеше, өс ат бар. Бөтә нәмә ҡул көсө менән атҡарыла. Юл һалырға әҙерлек эштәрен башҡарғанда үҙем үлсә­йем, үҙем тамғалайым. Соҡорло урындарҙы тигеҙ­ләйбеҙ, емерелеп барған ағас күперҙәрҙе төҙәтәбеҙ. Ауылдарға юл юҡ. Ямғыр яуһа, үтерлек тә булмай. Көрәк, балта тотоп, ат үткән ерҙә ат менән юл һалабыҙ. Аҙаҡ яйлап кәрәкле техника һатып ала башланыҡ, ләкин юл төҙө­лөшөндә эш бер ҡасан да еңелдән булманы. Иртән иртүк килә инек, төн еткәс кенә ҡайтабыҙ. Шулай ҙа заманалар яҡшыра барҙы, техника артты.
Әле Зөлфиә Хаживәли ҡыҙы хаҡлы ялда. Бөгөн Ейәнсура юл ремонтлау-төҙөү идаралығы – «Баш­кир­автодор» асыҡ акционерҙар йәм­ғиәтенең филиалы. Эш көрәк менән башланғайны...Коллектив инновация технологияларын ҡул­ланыуҙа әүҙемлек күрһәтә. Улар тармаҡта тәүгеләрҙән булып юл төҙөлөшөндә ваҡ ташлы һәм мастикалы асфальт-бетон ҡулланыуға күскән. Яңы технология юл төҙөлөшөн күпкә сифатлыраҡ итә, уның файҙаланыу ваҡытын оҙайта.
Коллективта бө­гөн йөҙгә яҡын кеше эшләй. Эш хаҡы тотороҡло, хеҙмәт­кәр­ҙәр кейем, йылы аш менән тәьмин ителә. Торлаҡ төҙө­гәндә, фатир һатып алғанда ярҙам күр­һәтелә. Шифахана­ларҙа ял итеү мөм­кинлеге лә бар.
Эйе, һауа шарттары ниндәй генә булыуға ҡарамаҫ­тан, юл төҙөүселәр көндө төнгә ялғап эшләй. Был төбәктә юлдарҙың тигеҙле­генә, һәр саҡ таҙа тотолоуына, ғөмүмән, бар ерҙә тәртип булыуына халыҡ өйрәнеп тә бөткән инде. Уңған коллективҡа хәҙер тәжрибәле белгес Геннадий Ерофеев етәкселек итә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә