Төбәктә иң беренсе һалынған юлдар уҙған быуаттың 30-сы йылдарына тура килә. Юл аҙабы – гүр ғазабы, тигән боронғолар. Оҙаҡ йылдар Ейәнсура юлдары үтеп сыҡҡыһыҙ ине. Таш япма, аҫылмалы ағас күперҙәр, Эйек йылғаһын паром аша сығыу... Төбәктә хатта ошо тармаҡты хеҙмәтләндергән айырым бүлексә лә булмаған.1965 йылда районда 1366-сы етештереү участкаһы ойошторола. Шул саҡтан тимер-бетон конструкциялы баҫмалар, ҡаты япмалы юлдар һала башлайҙар. Бер йылдан был участкаға Өфө автомобиль һәм юл төҙөлөшө техникумын тамамлап килгән йәш белгес, инженер Зөлфиә Биктимерова етәксе итеп тәғәйенләнә.
– Иҫәнғолға тәү килеүемде әле булһа хәтерләйем, – ти Зөлфиә Хаживәли ҡыҙы. – Бүлексәлә етәксе һәм бухгалтер менән бергә ете кеше, өс ат бар. Бөтә нәмә ҡул көсө менән атҡарыла. Юл һалырға әҙерлек эштәрен башҡарғанда үҙем үлсәйем, үҙем тамғалайым. Соҡорло урындарҙы тигеҙләйбеҙ, емерелеп барған ағас күперҙәрҙе төҙәтәбеҙ. Ауылдарға юл юҡ. Ямғыр яуһа, үтерлек тә булмай. Көрәк, балта тотоп, ат үткән ерҙә ат менән юл һалабыҙ. Аҙаҡ яйлап кәрәкле техника һатып ала башланыҡ, ләкин юл төҙөлөшөндә эш бер ҡасан да еңелдән булманы. Иртән иртүк килә инек, төн еткәс кенә ҡайтабыҙ. Шулай ҙа заманалар яҡшыра барҙы, техника артты.
Әле Зөлфиә Хаживәли ҡыҙы хаҡлы ялда. Бөгөн Ейәнсура юл ремонтлау-төҙөү идаралығы – «Башкиравтодор» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең филиалы.
Коллектив инновация технологияларын ҡулланыуҙа әүҙемлек күрһәтә. Улар тармаҡта тәүгеләрҙән булып юл төҙөлөшөндә ваҡ ташлы һәм мастикалы асфальт-бетон ҡулланыуға күскән. Яңы технология юл төҙөлөшөн күпкә сифатлыраҡ итә, уның файҙаланыу ваҡытын оҙайта.
Коллективта бөгөн йөҙгә яҡын кеше эшләй. Эш хаҡы тотороҡло, хеҙмәткәрҙәр кейем, йылы аш менән тәьмин ителә. Торлаҡ төҙөгәндә, фатир һатып алғанда ярҙам күрһәтелә. Шифаханаларҙа ял итеү мөмкинлеге лә бар.
Эйе, һауа шарттары ниндәй генә булыуға ҡарамаҫтан, юл төҙөүселәр көндө төнгә ялғап эшләй. Был төбәктә юлдарҙың тигеҙлегенә, һәр саҡ таҙа тотолоуына, ғөмүмән, бар ерҙә тәртип булыуына халыҡ өйрәнеп тә бөткән инде. Уңған коллективҡа хәҙер тәжрибәле белгес Геннадий Ерофеев етәкселек итә.