Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Ҡара алтын” хәүефкә һала
Уҙған аҙнала Вена ҡалаһында ОПЕК илдәренең кәңәшмәһе, Молдовала парламент һайлауҙары үтеүе, Мысырҙың элекке президенты Хөсни Мөбәрәкте ярлыҡауҙары иғтибар үҙәгендә булды.

Һумдың баһаһы нефткә бәйле

ОПЕК ағзалары (Алжир, Ангола, Эквадор, Иран, Ираҡ, Кувейт, Ливия, Катар, Нигерия, Сә­ғүд Ғәрәбстаны, Берләшкән Ғәрәп Әмирлек­тәре, Венесуэла) Австрияның Вена ҡалаһында урынлашҡан штаб-фатирҙарына йыйылды. Нефт­те ҙур күләмдә экспортлаған илдәрҙең 1960 йылда булдырылған был ойошмаһы иҫәбенә донъя баҙарына сығарылған “ҡара алтын”дың 40 проценты тура килә. Һуңғы арала донъя баҙарында нефткә хаҡ төштө, был тенденция дауам итә. Июндә генә “ҡара алтын”дың бер барреле 111 доллар тора ине. Ул саҡта Рәсәйҙә бензиндың литры 33 һум тирәһе бул­ды. Ноябрҙә донъя баҙарында нефттең хаҡы 70 долларға тиклем төштө, илебеҙҙә бензин хаҡы иһә уртаса 35 һумға ҡәҙәр күтәрелде. Бының сәбәбен белгестәр төрлөсә аңлата. Нефть компаниялары Рәсәйҙә бензиндың ҡиммәтлеген һалымдарҙың һәм акциздарҙың юғарылығына бәйләй. Яғыулыҡ менән бергә башҡа тауарға ла хаҡ арта. Шул уҡ ваҡытта ил ҡаҙнаһы бушай, һумдың баһаһы төшә бара. Ошо сәбәпле белгестәрҙең күбеһе ОПЕК илдә­ренең нефть сығарыуҙы кәметеү тураһында ҡарар ҡабул итеүен көткәйне. Рәсәй ҙә быға өмөтләнде: ни тиһәң дә, беҙҙең бюджет башлыса сит илгә углеводород сеймалы һатыуҙан тулылана. Ләкин өмөт аҡланманы – ОПЕК ил­дәре нефть сығарыуҙы кәметмәҫкә булды. Улар әүәлгесә (бындай квота 2011 йылда булды­рылғайны) тәүлегенә 30 миллион баррель “ҡара алтын” аласаҡ.
ОПЕК илдәре араһында нефтте иң күбе Сәғүд Ғәрәбстаны экспортлай (дөйөм күләмдең 31 проценты). Артабан Ираҡ (10), Кувейт һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре (9-ар процент), Иран (8 процент) килә. Тап ошо илдәр нефть сығарыуҙы кәметмәү яғында булды. Венесуэла, Эквадор, Алжир етәкселәре иһә аҙайтыу өсөн ныҡышып ҡарағайны ла, килеп сыҡманы, сөнки алда әйтелгән илдәрҙең бюджеты нефттең баррелен 100 доллар самаһына тура килтереп иҫәпләнгән, һәм улар ҙур юғалтыуҙарҙан ҡурҡа.
ОПЕК-тың киләһе ултырышы 2015 йылдың июнендә буласаҡ. Ошо ваҡытҡа тиклем һәр ил нефть сығарыуҙы элекке кимәлдә дауам итәсәк. “Роснефть” етәксеһе Игорь Сечиндың белдере­үенсә, ОПЕК ағзаһы булмаһа ла, Рәсәй ҙә “ҡара алтын” алыуҙың күләмен кәметергә уйламай. Илдең энергетика министры Александр Новак әйтеүенсә, яҡын киләсәктә донъя баҙарында нефткә хаҡ 85 – 90 доллар буласаҡ. Көндәрҙең һалҡынайтыуына бәйле энергия ресурстарына ихтыяж артасаҡ, ти ул. Шуға ла һумдың нығынырына өмөт бар.

Пирамидалар илендә –
йәнә сыуалыш


2011 йылда Төньяҡ Африка илдәрендә баш­ланған “Ғәрәп яҙы” революциялары һөҙөмтә­һендә властан ситләтелеп ҡулға алынған Хөсни Мөбәрәк суд тарафынан ярлыҡанды. Мысыр­ҙағы сыуалыштар арҡаһында меңгә яҡын ке­ше­нең ғүмере өҙөлөп, алты меңдән ашыуы төрлө тән йәрәхәте алғайны. Хөсни Мөбәрәкте ошо революцияны булдырыуҙа һәм Израилгә газ һатыу эшендә мутлашыуҙа ғәйепләп, иркенән ғүмерлеккә мәхрүм иткәйнеләр. Ләкин уның яҡлаусылары, суд ҡарары менән ризалашмайынса, ялыу бирҙе. Билдәле булыуынса, Хөсни Мөбәрәк Мысырға 30 йылдан ашыу етәкселек итте. Хәҙер уға – 86 йәш. Хөсни Мөбәрәктән һуң власҡа “Туғандаш мосолмандар” боевиктар төркөмө яҡлы Мөхәммәт Мөрси килде. Яңы етәк­се был урында оҙаҡ ултыра алманы: илдең хәрбиҙәре берләшеп, былтыр йәй уны властан ситләтте һәм ҡулға алды. Мысырҙың әлеге пре­зи­денты Әбдел Фәттәх Ас-Сиси үҙенән алдағы башлыҡтарҙың хаталарын ҡабатламаҫҡа тырыша.
Хөсни Мөбәрәкте ярлыҡауға бәйле илдә тағы ла сыуалыштар башланыуы ихтимал. Уны яҡлаусылар ҙа, үлем язаһына тарттырыуҙы, ғүмерлеккә иркенән мәхрүм итеүҙе талап итеү­селәр ҙә протест белдереп урамға сыҡҡан. Әлегә ҡорал һәм көс ҡулланыу юҡ. Аҙ ғына хата аҙым эшләгәндә лә, Мысырҙа йәнә революция ҡубыуы ихтимал.

ЕС киңәйерме, тарҡалырмы?

Молдовала парламент һайлауҙары уҙҙы. Билдәле булыуынса, йәйгеһен был ил Европа союзы ассоциацияһы менән килешеү төҙөгәй­не: ул ЕС-ҡа инеүгә иҫәп тота. Молдованың премьер-министры Юрий Лянко 30 ноябрҙә үткән һайлауҙарҙа: “Мин Европаса киләсәк өсөн тауыш бирҙем”, – тип белдергәйне. Яҡынса иҫәп­ләүҙәргә күҙ һалғанда, парламент һайлау­ҙарында либерал-демократтар, демократтар, либераль партиялар күберәк тауыш йыйыуға өлгәшкән. Ә бына оппозиция яҡлыларҙы был мөһим саранан ситләтеүҙәре Европаса демок­ратияға ынтылған илде һис тә биҙәмәй.
Нисек кенә булмаһын, Молдова Европа союзына ынтыла. ЕС-та ныҡлы урын алған Бөйөк Британия иһә берләшмәнән сығыу яйын ҡарай. Үткән аҙнала илдең премьер-министры Дэвид Кэмерон йәнә шул хаҡта әйтте. Ул быға тиклем дә бер нисә тапҡыр ошондайыраҡ фекер еткергәйне. Әле иһә Бөйөк Британияның Европа союзының миграция сәйәсәте менән ки­леш­мәүе сәбәпле берләшмәнән сығырға теләүе хаҡында белдерҙе. ЕС закондары буйынса бер илдән икенсеһенә күсеп килгән европалының социаль льготалары һаҡланып ҡалырға тейеш. Былтыр ғына Бөйөк Британияға Европа союзы илдәренән 243 мең кеше күсеп килгән, һәм улар илдең төп халҡы менән бер рәттән барлыҡ өҫтөнлөктәргә иҫәп тота ала. Дэвид Кэмерон тап шул сәбәпле ярһый, 2017 йылда ЕС-тан сығыу буйынса референдум уҙғарыу менән янай. Рәсми Брюссель иһә уның һүҙҙәрен бигүк иғтибарға алмай. Бына шулай, берәү ЕС-ҡа инергә ашҡынһа, икенсеһе унан нисек ҡотолорға белмәй.


Автор: Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә