Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Әйләндейгес”
Был лаҡап Ялсыҡайҙа сыҡҡан. Баҡтиһәң, ауылда күптән йөрөй икән.
Һуғыштан ҡайтҡас, бер бабай һөйләгән:
— Ауыҙҙа сигәйет... Ятам окопта. Алда — дошман тан­кы. Баш осонда — дошман са­молеты. Сигәйетемде танкка табан ыйғытҡайным, теге шайтланы. Бензобакка эләк­кән сигәйет. Само­летты ла атып төшөйҙөм. Шу­нан мине Сталин үҙенә саҡыйтып алды. «Һине, Ғайфулла, әйләндейгес итеп күсейәм. Бүтән һыуыҡ окопта ятмаҫһың», — тине.
— Шул «әйләндергес» тигәнең нимә була ул, Ғай­фулла ағай? — тип һораған­дарға «борсаҡ шыттырырға» яратҡан бабай:
— Ялалылалҙы йөҙө менән әйләндейеп йөйөүсе. Саниталкалал яңылыш ниместе дауалап ҡуймаһын өсөн. Мин әйләнделеп йөйөйөм, улал минең алттан дауалап йөйөй, — тип яуаплай.
Ошо хәбәрҙе ауылда йыш иҫкә төшөрәләр. Борсаҡты эре ярыусыларға ла, «р» өнөн әйтә белмәгәндәргә лә «әйләндейгес» тиҙәр.

Рида САБИТОВА.
[/right]


Баҫалҡылыҡ бәләһе

Ат менән Ырымбурға барған саҡ. Үрге Бабалар ауылына килен булып төшкән Маһика­мал бер төркөм ҡатындар менән баҙарға юлланғас, һәр ваҡыттағыса, знакумдарына сәйләргә кергәндәр, ти. Ул ваҡытта ырымбурҙарҙа ҡыҫтап сәй яһау ғәҙәте булмаған.
Хужа:
— Килтер, Маһикамал, тағы берҙе эс әле, — тигән.
Тегеһе:
— Булды, булды, — тиеү менән сикләнгән.
Бер аҙ ваҡыт үткән. Ҡатындар менән хужа гөрләшеп сәй эсә икән. Көлөшәләр, мәҙәк хәлдәр һөйлә­шәләр, ти. Маһикамал, ултыра торғас, хужаға:
— Баяғы һүҙеңде тағы бер ҡабатла әле, — тигән, имеш.

[right]А. БУЛАТОВА.




Район: Көйөргәҙе районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 0

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөнән Вьетнамдың иң хозур утрауына тура рейстар башлана

Өфөнән Вьетнамдың иң хозур утрауына тура рейстар башлана 27.10.2026 // Йәмғиәт

«Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Вьетнамға тура даими рейстар старт алды. VietJet авиакомпанияһы Өфө — ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә