Был лаҡап Ялсыҡайҙа сыҡҡан. Баҡтиһәң, ауылда күптән йөрөй икән.
Һуғыштан ҡайтҡас, бер бабай һөйләгән:
— Ауыҙҙа сигәйет... Ятам окопта. Алда — дошман танкы. Баш осонда — дошман самолеты. Сигәйетемде танкка табан ыйғытҡайным, теге шайтланы. Бензобакка эләккән сигәйет. Самолетты ла атып төшөйҙөм. Шунан мине Сталин үҙенә саҡыйтып алды. «Һине, Ғайфулла, әйләндейгес итеп күсейәм. Бүтән һыуыҡ окопта ятмаҫһың», — тине.
— Шул «әйләндергес» тигәнең нимә була ул, Ғайфулла ағай? — тип һорағандарға «борсаҡ шыттырырға» яратҡан бабай:
— Ялалылалҙы йөҙө менән әйләндейеп йөйөүсе. Саниталкалал яңылыш ниместе дауалап ҡуймаһын өсөн. Мин әйләнделеп йөйөйөм, улал минең алттан дауалап йөйөй, — тип яуаплай.
Ошо хәбәрҙе ауылда йыш иҫкә төшөрәләр. Борсаҡты эре ярыусыларға ла, «р» өнөн әйтә белмәгәндәргә лә «әйләндейгес» тиҙәр.
Рида САБИТОВА.[/right]
Баҫалҡылыҡ бәләһе
Ат менән Ырымбурға барған саҡ. Үрге Бабалар ауылына килен булып төшкән Маһикамал бер төркөм ҡатындар менән баҙарға юлланғас, һәр ваҡыттағыса, знакумдарына сәйләргә кергәндәр, ти. Ул ваҡытта ырымбурҙарҙа ҡыҫтап сәй яһау ғәҙәте булмаған.
Хужа:
— Килтер, Маһикамал, тағы берҙе эс әле, — тигән.
Тегеһе:
— Булды, булды, — тиеү менән сикләнгән.
Бер аҙ ваҡыт үткән. Ҡатындар менән хужа гөрләшеп сәй эсә икән. Көлөшәләр, мәҙәк хәлдәр һөйләшәләр, ти. Маһикамал, ултыра торғас, хужаға:
— Баяғы һүҙеңде тағы бер ҡабатла әле, — тигән, имеш.
[right]А. БУЛАТОВА.