Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уңған халҡы, бәрәкәтле ере менән бай яҡ
Уңған  халҡы,  бәрәкәтле ере  менән  бай  яҡ Эшлекле ғәмәлдәр осоро
Балтас — төньяҡ зонала ғына түгел, республикала ла ныҡ үҫешкән райондарҙың береһе. Был баһаның хаҡлығына төп күрһәткестәргә ҡарап ҡына ла төшөнөргә мөмкин. Мәҫәлән, иҡтисади үҫеш кимәле, инвестициялар йәлеп итеү мөмкинлеге, халыҡты эш менән тәьмин итеү һәм уның килемен арттырыу маҡсатындағы саралар буйынса. Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығында ошоларҙың барыһы ла иҫәпкә алынғас, Балтас уҙған йыл йомғаҡтары буйынса республикала дүртенсе урынға сыҡҡайны.

Быйыл да күрһәткестәр насар түгел. Мәҫәлән, туғыҙ ай эсендә 919 миллион һумлыҡ тауар етештереп оҙатылған. Был үткән йылғы ошо ваҡыт менән сағыштырғанда 48,3 процентлыҡ үҫеш тигән һүҙ. Төп капиталға инвестиция йәлеп итеү 1 миллиард 900 миллион һумлыҡ булған, үҫеш — 46,1 процент. Былтырғы менән сағыштырғанда, ауыл хужалығының тулайым етештереүсәнлеге — 118,2, торлаҡ төҙөп сафҡа индереү — 103, барлыҡ каналдар буйынса тауар әйләнеше — 108,9, дөйөм туҡланыу системаһында әйләнеш — 107,4, түләүле хеҙмәттәр күрһәтеү 122,2 процент тәшкил иткән.
Ил етәкселеге тарафынан ауыл хужалығына иғтибарҙы көсәйтеү бурысы ҡуйылды. Был йәһәттән һуңғы йылдарҙа районда байтаҡ эш башҡарыла. Мәҫәлән, республикала тәүге рапс эшкәртеү заводы нәҡ Балтаста төҙөлдө. Һөҙөмтәлә халыҡ өсөн яңы эш урындары барлыҡҡа килде. Иген ҡабул итеү пункты — элеватор ҙа бар. Уның тирмәнендә арыш оно етештерелә.
Райондың өс хужалығы “500 ферма” республика программаһында ҡатнаша. Йүнселдәр ҙә даими ярҙам тоя. Мәҫәлән, шәхси эшҡыуар Мәхмүтов эшен башлап ҡына тороусы фермерҙар өсөн махсус программаға ҡушылған. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы үҫтереү программаһы ла ғәмәлдә, Дамир Шакиров уның аша 25 баш һыйыр алған. Шулай уҡ май заводы уңышлы эшләй, район ҡулланыусылар йәмғиәте, халыҡтан төрлө продукция һатып алып, әҙерләү менән шөғөлләнә. Районда, ғөмүмән, ауыл хужалығы етештереү кооперативы, муниципаль унитар предприятие, 14 яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт, 43 крәҫтиән (фермер) хужалығы, ветеринар лаборатория, ҡатнаш аҙыҡ заводы, “Үҙәк” машина-технология станцияһының филиалы, сортҡа айырыу бүлексәһе, сусҡасылыҡ комплексы ла бар. Барлығы 8 меңдән ашыу шәхси хужалыҡ иҫәпләнә. Әйтергә кәрәк, райондың аграр өлкәһендәгеләрҙең хеҙмәте 2013 йылда Башҡортостан Хөкүмәтенең “Ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙәге һәм финанс өлкәһендәге юғары күрһәткестәре өсөн” дипломы менән билдәләнгән.
Социаль өлкәнең именлеге кеше тормошонда мөһим әһәмиәткә эйә. Был йәһәттән районда байтаҡ эш башҡарылған. Социаль объекттар төҙөүгә ҙур иғтибар бүленә. Рәсәй Президенты Владимир Путин да, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та 2016 йылға тиклем өс йәштән ете йәшкәсә сабыйҙарҙың бөтәһе лә баҡсала урын менән тәьмин ителергә тейеш тигән маҡсат ҡуйғайны. Һуңғы осорҙа районда йыл һайын биш-алты балалар баҡсаһы төҙөлөп сафҡа инә. Әле Иҫке Балтаста ла һалына. Яҡын киләсәктә мәсьәлә хәл ителеп бөтәсәк, һуңынан яңыртыу эштәренә тотонасаҡтар: иҫкеләр урынына замансалары төҙөләсәк, ҡайһыларына капиталь ремонт үткәреләсәк.
Мәктәптәр буйынса ла шулай. Был йәһәттән барлыҡ мәсьәлә хәл ителгән тиһәк тә була. Башҡортостандың Мәғариф министрлығы аша Иҫке Балтастың 2-се мәктәбенә капиталь ремонт үткәреү өсөн 15 миллион һум аҡса бүленгән. Физкультура-һауыҡтырыу комп­лексы төҙөлә, бассейны ла буласаҡ. Район үҙәгендә генә көплө ете спорт залы эшләйәсәк. Балалар ғына түгел, өлкәндәргә лә спорт менән шөғөлләнергә барлыҡ шарттар тыуҙырылған. Хоккей майҙансыҡтары күбәйә. Әйткәндәй, төньяҡ зонала 8-се йыл рәттән Балтас районы хакимиәте башлығы кубогына ярыштар үткәрелә. Декабрь башында яңы миҙгелде асасаҡтар. Унда, беҙҙең республика командаларынан тыш, Татарстандан, Пермь крайынан да киләләр. Шуныһын билдәләргә кәрәк: Балтастың үҙендә генә лә һигеҙ команда бар. Ярыштарҙың ҡыш буйы үтеүенә ғәжәпләнәһе түгел. Әле волейбол буйынса иң көслөләрҙе асыҡлау бара, унда барлыҡ ойошмалар ҙа ҡатнаша, район хакимиәтенең дә командаһы бар.
Ҡыш буйына район мәҙәни конкурстарҙан гөрләй. Һәр сара ауылдарға бүлеп бирелгән. Мәҫәлән, Ҡомъяҙыла — “Уйна, гармун”, Түбән Һикеяҙҙа “Тамаша” спектаклдәр конкурсы була, “Илһам баҫҡыстары” шиғыр бәйгеһен Нөркә ауылы ҡаршылай, “Тыуған яҡ моңдары” — Тушҡырҙа, “Өҙә баҫ” бейеүселәр конкурсы Һәйтәктә үтә. Барыһы уҙып бөткәс, тәғәйен ауылдарҙа гала-концерт күрһәтелә. Тағы шуны әйтергә кәрәк: жюри ағзалары итеп профессиональ артистарҙы саҡыралар. Бөтә спорт сараларының теләк буйынса бағыусы ойошмаларға, шәхси эшҡыуарҙарға беркетелгәнлеген телгә алыу ҙа мөһим. Мәҫәлән, көрәшкә юл төҙөлөшө ойошмаһы аҡса бүлә, волейболға — шәхси эшҡыуар Марат Хәйруллин.
Урындағы власть кешеләрҙең йәшәйеше, ихтыяждары, теләк-талаптары хаҡында һәр саҡ нығыраҡ белергә ынтыла. Район хакимиәтендә төрлө өлкә, йүнәлеш буйынса белгестәрҙән, етәкселәрҙән мәғлүмәт төркөмө төҙөлгән. Уға ингәндәр барлыҡ ауылдарға ла сығып, урындағы проблемаларҙы өйрәнә, халыҡ менән осрашыуҙар үткәрә. Һуңынан һөҙөмтәләрҙе район гәзитендә баҫып сығаралар. Халыҡ менән йәнле аралашыу бара, шуға бер генә мәсьәләнең дә хәл ителмәй ҡалғаны юҡ. Ҡайһылыр ауылға йылына бер нисә рәт сығырға тура килә власть вәкилдәренә. Шуның өсөн уларға халыҡ менән эшләүе ауыр түгел. Әйтәйек, август-сентябрь айҙарында ғына ла 55 осрашыу үткәрелгән, шуларҙың 42-һе ауылдарҙа булһа, 13-ө — райондың предприятие, ойошмаларында.










Нур ағыла был йорттан

Уңған  халҡы,  бәрәкәтле ере  менән  бай  яҡБына ҡайҙа ул сихри донъя, мөғжизә иле! Ана, ҡаршыға һыбайлы елә. Ә тегендә бәләкәй генә бер ҡыҙ бала бәпембә мамығын өрөп осора. Тауҙар билен көмөш ҡайышы менән быуып йылға аға. Аллы-гөллө сәскәләрҙе күбәләктәр ҡосҡан. Һандуғас сорнайына арнап моң һуҙа...

Ҡылҡәләм ҡағылып та өл­гөр­мәй, әйтерһең, елем һеңде­рел­гән туҡымаға тереһыу бөркәләр — әкиәттәге серле көҙгөләй, бары йәнләнеп алдыңдан үтә. Был йорт эсенең бер бүл­мә­һендә тынлыҡ — ҡыҙҙар моль­бертҡа текәлгән. Икен­сеһендә музыка ҡоралында уйнайҙар — моң донъяһына сумаһың. Өсөн­сөһөндә бейеү серҙәренә өйрә­нәләр. Дүртен­сеһендә, би­шен­­сеһендә...
– Ете бүлектә 290-дан ашыу бала шөғөлләнә. Беҙҙә уҡы­тыу­сылар, тәр­биәселәр коллективы татыу. Һәр береһе үҙ эшенең оҫтаһы, — ти район сәнғәт мәк­тәбе директоры Ханис Хазимов.
Уңған  халҡы,  бәрәкәтле ере  менән  бай  яҡБында ун биш уҡытыусы эш­ләй, барыһы ла һөнәре буйынса юғары белемле. Бала күңелендә сәнғәткә һөйөү уятыу, уның сер­ҙәрен асыу еңелдән түгел. Шулай ҙа биш йыл эсендә улар­ҙы киләсәктә һөнәр алыу юлына алып сығалар. Был турала уҡыу­сыларҙың сығарылыш кисәләре лә һөйләй. “Диплом эше” тип йөрөтәләр уны. Йыр-бейеү класында шөғөлләнгән балаларҙың концерты ғына ни тора! Һүрәт буйынса иһә ҙур күргәҙмә ойошторалар. Уҡыусы ике эшен тәҡ­дим итә, шуның береһе сәнғәт мәктәбе фондында ҡала. Һүрәт тиһәң аҙ һымаҡ, ысын мәғә­нәһендә картина тыуҙыра улар. Валерий Вәлиуллин, Әлмира Хидрова, Айгөл Хаматова, Айгөл Фазлыеваларҙың эштәренән айы­рылып булмай. Ҡараған һайын ҡарағы килә, бар уй-зиһенеңде үҙенә тартып тора улар.
Беҙ барғанда Ирина Туҡа­еваның класында дәрес бара ине. Ҡыҙҙар “инеп китеп” буяу һайлай, аҡ ҡағыҙға акварелдең йәйғор төҫтәрен яға.
– Миңә балаларҙың тырыш булыуы оҡшай. Һүрәт төшөрөү уларҙың күңелен генә матурлыҡ менән сорнап ҡалмай, тынысландыра ла, — ти тәжрибәле уҡытыусы. — Бөгөн бит тормошта ығы-зығы, стресс былай ҙа күп. Телевизорҙы асһаң да гелән матур әйбер күрһәт­мәй­ҙәр, компьютер ҙа зауыҡ бирә тип уйламайым. Ә һүрәт, ғөмү­мән, сәнғәт, баланың һәләтен аса, үҙенә күрә матур тәрбиә өл­гөһө бирә. Балала “мин булдырам бит” тигән ышаныс тыуа...
Хаҡ һүҙҙәр. Уларға бер ни өҫтәп булмай — шуның менән барыһы ла әйтелде. Тән сәлә­мәтлеге өсөн сабыйға хәрәкәт кәрәк булһа, йәндекенә — кү­ңеленә ятҡан шөғөлө. Ошондай усаҡтар булғанда ата-әсәләр ҙә тыныс. Иҫке Балтас сәнғәт мәктәбе аша дүрт тиҫтә йыл буйы бик күп бала тормош юлына аяҡ баҫҡан. Эйе, күбеһе сәнғәтте ғүмерлек һөнәре итеп тә һайламаған, ләкин шуныһы ышаныслы — алған тәүге шө­ғөлдәре үҙҙәре өсөн ғүмерлек. Мәктәптең дә, балаларҙың да төрлө конкурстарҙа яулаған уңыштары күп. Әммә иң ҙур ҡаҙаныш — сәнғәт усағының һүнмәүе, барсабыҙға йылылыҡ биреүе.









Йәшнәп, ҡайнап йәшәйҙәр
Уңған  халҡы,  бәрәкәтле ере  менән  бай  яҡБайтаҡ районда булырға тура килде, әммә йәштәр комитеты тупһаһында сиратта торғандарын күргән юҡ ине. Тимәк, бында уларҙың йомошо бар, хәл ителмәгән мәсьәләләр буйынса ярҙам өмөт итеп килгәндәр.

Ишекте ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына йәш пар аса. Штәнде ауылынан Айгөл менән Фидан Арыҫлановтар икән. Яңы йыл тирәһендә бәпестәре тыуырға тора. Торлаҡ төҙөлөшө буйынса аҙ процентлы кредит юллап йөрөйҙәр. Кәңәш менән бергә документ эштәрендә ярҙам кәрәк.
– Бала тыуғансы документтарығыҙҙы килтереп бөтөгөҙ, тиҙ арала банкка тәҡдим итербеҙ...
Рәхмәт әйтеп, Арыҫлановтар сығып китте. Ошо арала райондың физкультура, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитетының баш белгесе Илнур Сираев менән һөйләшәбеҙ.
– Йәштәр үҙәгендә өс ойошма бар: йәштәр комитеты, “Романтик” үҫмерҙәр клубы һәм йәштәрҙе эш менән тәьмин итеү, — ти Илнур Хәким улы. — Беҙҙең төп маҡсат — йәш ғаиләләргә ярҙам итеү.
Ярҙам тигәндән, тәү сиратта торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, йорт һалғандарға булышлыҡ итеү бурысы тора. Районда өс программа эшләй. Мәҫәлән, “Ауылдың тотороҡло үҫеше” тип аталғанын ғына алайыҡ. Әгәр йәш ир менән ҡатын икеһе лә ауылда йәшәп, ошонда эшләһә, бер балалары булһа, программала ҡатнаша ала. Быйыл 29 сертификат таратылған, шуларҙың 17-һе — йәш ғаилә. Уның буйынса хатта 700 мең һумдан ашыу аҡса алғандар ҙа булған. Йәш йәһәтенән сикләү юҡ.
Илнур Сираев үҙе ике программа алып бара. Тәүгеһе — “Торлаҡ” федераль программаһы. Ул сират буйынса ике балаһы булған ғаиләгә бирелә. Мәҫәлән, шундай йәш ғаилә 705 мең һум аҡса алһа, күп балалыларға 882 меңәр һум бирелгән. Быйыл был программаға 5 ғаи­лә ҡушылған. Ярҙам йорт төҙөү йәки торлаҡ һатып алыу өсөн генә бирелә. Аҡсаны алған саҡта ир менән ҡатынға 35 йәш тулмаған булырға тейеш.
Тағы бер программа: йәштәр, ауыл Советынан торлаҡҡа мохтажлыҡ тураһында белешмә алып, банктан кредит юллай ала. Кредитты бәпес тыуғансы алырға тейештәр. Бала тыуғас, 8 квадрат метр “ҡаплана”, Балтас районында 224 мең һум тигән һүҙ. Икенсе балаға быйылғы хаҡ менән 336 мең һум кәметелә. Бала тыуған һайын кредит федераль программа буйынса ҡаплана бара. Сығымдарҙың республика өлөшө лә бар. Быйылдан райондыҡы ла кергән.
Йәнә бер төп йүнәлеш — йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу. Мәҫәлән, быйыл йәйге каникул осоронда 141 үҫмер ваҡытлыса эш урыны тапҡан. Бер мөһим нәмәне әйтеп үтергә кәрәк: мәктәптәрҙә профессиональ йүнәлеш биреү буйынса осрашыуҙар үткәрәләр.
– Бөтәһе лә юрисҡа, экономисҡа уҡырға бара, ә эшсе һөнәрен һайлау­сылар бик әҙ. Беҙ уҡыусылар араһында тест үткәрәбеҙ. Кемдер бухгалтер булырға хыяллана, рәссам, табип — барыһын асыҡлайбыҙ, үҫмергә теләгән һөнәре буйынса кәңәш бирәбеҙ, — ти йәштәр комитетының баш белгесе.
Йәштәр үҙәге районда уҙғарылған барлыҡ сарала ла ҡатнаша. Үҙҙәре айырым һабантуй үткәрә. Иртән балалар өсөн аттракцион, уйындар ойошторола, төрлө ярыштар була. Ә кис инде йәштәр йыйыла, саҡырылған артистар сығыш яһай.
Барлығы ун төр буйынса спорт ярышы үткәрелеүен әйтһәк тә, был һабантуйҙың бай йөкмәткеле булыуы тураһында һөйләй. Тағы мөһим күренеш — нәҡ ошонда осрашып ҡауышҡан йәш парҙар ҙа бар.
Саралар, ысынлап та, күп үтә, уларҙың һәр береһенә туҡталып тормайыҡ. Тик башлыса “ауыр” үҫмерҙәр менән эшләгән “Романтик” һәм хәрби-патриотик клубының хеҙмәтен айырым билдәләп үтке килә. Әлбиттә, бар сараны йәштәр үҙәге хакимиәттең башҡа органдары менән бергәләп үткәрә. Шулай булырға тейеш тә, хәл итәһе мәсьәләләр ҙә, хәстәрлектәр ҙә уртаҡ бит.
Йәш эшҡыуарҙар ҙа ситтә ҡалмай. Был йүнәлеште киңерәк йәйелдереү маҡсаты тора. Уңыштар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, уҡыусылар “Мәктәп эшҡыуарлығы” республика конкурсында әүҙем ҡатнаша, үткән йыл район үҙәгендәге 1-се мәктәптең IX класс уҡыусыһы Ирина Әғзәмова “Мәктәп телевидениеһы” проекты менән ҡатнашҡан. Быйыл “Ағастың икенсе ғүмере” проектын әҙерләп ебәргәндәр, ул иһә ҡороған ағастарҙан төрлө сувенирҙар яһауҙы күҙ уңында тота.
Өлкәнерәктәр араһында ла төрлө проекттар бар. “Иң яҡшы бизнес-проект” һымаҡ республика конкурстары үтеп тора. Йыл һайын ҡатнашыусылар табыла. Шулай Ҡумъяҙы ауылынан йәш егет пилорама асҡан. Ә былтыр Алмас Рәхмәтуллин сүп-сарҙы йыйып, аралап алыу өсөн “Промэк” ойошторған. Исеме “сәнәғәт экологияһы” тигән һүҙҙән алын­ған. Есеме инде тирә-яҡ мөхитте таҙа тотоуҙан ғибәрәт. Урамдарға сүп кон­тейнерҙары ҡуйып сыҡҡандар. Халыҡтан быяла ватыҡтары, сепрәк, ҡағыҙ, пластик шешәләр — барыһы йыйыла. Уларҙы айырып, преста тығыҙлайҙар ҙа Өфөгә оҙаталар. “Таҙа ҡала” ойошмаһынан машиналар килеп алып китә. Бына шулай, теләгән сүптән дә аҡса эшләй ала. Уҙған йыл проект Өфөгә ебәрелгән. Рәхмә­туллин еңеп сығып, 100 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булған. Уға тығыҙлау ҡорамалы һатып алған. Алмастың планы ҙур — райондың 15 ауыл Советы биләмәһендә лә бүлексә асырға ниәтләй.
Туҡ, туҡ, туҡ... Ишек шаҡыйҙар. Ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына егет менән ҡыҙ инде.
– Беҙ торлаҡ буйынса программаға документ тапшырырға килгәйнек...
– Рәхим итегеҙ, ултырығыҙ. Хәҙер тағы бер белгесте саҡырам.
Йәштәр комитетында сираттағы ултырыш башланды...





Тиреҫ – яғыулыҡ?
Уңған  халҡы,  бәрәкәтле ере  менән  бай  яҡЯна! Мал тиреҫенән яғыулыҡ алып булғанлығын әлегә тиклем ишетеп кенә белһәм, дөрөҫөрәге, бигүк ышанып бөтмәһәм, бынағайыш, үҙ күҙҙәремә үҙем ышанмай торам: шырпы һыҙыуға зәңгәрһыу факел тоҡанып та китте. “Теләгән — йылан ите ашаған” тигән әйтем бар беҙҙең халыҡта. Бик теләп башҡарған эшкә, хыялын тормошҡа ашыра алыусыларға ҡарата әйтелә ул.
Рөстәм Дилмиевте районда тырыш, тынғыһыҙ эшҡыуар тип кенә түгел, ә ҡурҡмайынса яңылыҡҡа ынтылыусы булараҡ та беләләр. Шулай булмай ни, Ялта ҡалаһында йәшәгән хәрби тыуған ауылына ҡайтһын да ауыл хужалығына тотонһон да китһен әле!
– Күңелгә яҡын эш арытмай ҙа, ялҡытмай ҙа бит ул, — ти Рөстәм Шәмселбаян улы. — Яңылыҡтарға ынтылыу тәбиғәтемдәндер инде. Бер кемгә, бер нәмәгә ҡарамайынса, үҙемсә эшләргә, йәшәргә тырышам. Биояғыулыҡ — яҡын киләсәк байлығы. Тиреҫтән, осһоҙ йылылыҡ алыу менән бер рәттән, алыштырғыһыҙ органик ашлама ла сыға. Юғиһә, минераль ашламалар, химик препараттар менән ерҙе күпме яндырҙыҡ. Хәҙер иһә барыһын кире ҡайтарырға, ерҙе тәбиғи хәленә килтерергә ваҡыт.
Беҙ барғанда яңы ҡорамалдарҙы ҡороп бөтөп, һынап ҡына торалар ине. “Вихрь” компанияһы белгестәре үҙҙәре етештергәнде килтереп, бар эшен теүәлләп бирә.
– Башҡортостанда был икенсе ҡорол­ма, — ти компания белгесе Илдар Ғәлләмов. — Быныһы инде ҙурыраҡ сәнәғәт тармағы өсөн көйләнгән. Ферма эсендә үк урынлаштырыла. Ошонда органик ҡалдыҡтар тәүҙә соҡорға төшөрөлә. Яртылаш һыу һалып болғатылғандан һуң, реакторға тултырыла. Унда кис­лородһыҙ ғына эшкәртеү үтә. Ябай ғына әйткәндә, бактериялар сеймалды эш­кәртә. Һуңынан инде биогаз — метан (65 процент) һәм органик ашлама барлыҡҡа килә...
Уңған  халҡы,  бәрәкәтле ере  менән  бай  яҡДилмиев эшен ныҡлап 2009 йылда башлаған. Бөгөн ул районда аяғында ныҡлы баҫып торған шәхси эшҡыуар һанала. Һандар менән мауыҡҡандан түгел, күҙаллау өсөн әйткәндә, 4 меңләп гектар ере бар. Шуларҙың ике мең ярымында ашлыҡ, ҡалғанында күп йыллыҡ үлән үҫтерелә. Малсылыҡҡа килгәндә, Рөстәм Шәмселбаян улы тәүгеләрҙән булып “500 ферма” республика програм­маһына ҡушылған. Бөгөн ҡураларҙа 300-ҙән ашыу һауын һыйыры, 250-ләп үгеҙ-тана аҫрала. Йылҡы­сы­лыҡҡа ла иғтибар итә башлаған — әлегә 26 баш аты бар.
– Бик яҡшы программа, — ти эшҡыуар, — төҙөлөшкә, яңы ҡорамалдар алыуға тотонолған сығымдар ҡаплана бара, килгән аҡсаны икенсе кәрәк ергә тотонаһың...
Урып йыйыу эштәрен дә, мал аҙығы әҙерләүҙе лә үҙенең техникаһы менән башҡара. Бөтә төр техникаһы ла етә.
Йәштәргә әйтер һүҙе лә бар Дил­миевтең.
– Эштән ҡурҡып тормаһындар ине. Һыуға ингәнсе генә сирҡансыҡ булып тора бит ул, һуңынан йөҙәһең дә китәһең. Үҙ эшеңде асҡанда ла шулай: яңы­лышаһың, төҙәтәһең, тағы ең һыҙ­ғанаһың. Иң мөһиме — яратҡан шөғөлөң, ғүмерлек эшең була, — ти эшҡыуар.

Рәлис УРАҘҒОЛОВ әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 136

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 486

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 225

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 930

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 697

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 274

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 595

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 972

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 453

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 530

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 356

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 537