Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ер кешеһе ихтирамға лайыҡ йәки БӨРЙӘНДӘРҘЕҢ НИҢӘ КӘЙЕФЕ ЮҠ?
Ер кешеһе ихтирамға лайыҡ йәки БӨРЙӘНДӘРҘЕҢ НИҢӘ КӘЙЕФЕ ЮҠ? Башҡортостандың бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 13-сө ултырышында Президент Рөстәм Хәмитовтың Мөрәжәғәтнамәһе иҡтисадта ҙур эш башҡарыусы ер кешеһе, ауыл уңғандары, крәҫтиәндең тормош сифатын күтәреүгә йүнәлтелеүе менән күңелдә йылы тойғо, киләсәккә яҡты өмөт ҡуҙы ҡабыҙҙы. Ысынлап та, йәмғиәтебеҙҙә уйлап еткерелмәгән сәйәсәт, иҡтисади көрсөк һөҙөмтәһендә ябай кешеләрҙең кәйефе төшөүе, власҡа ышанысы кәмеүе сер түгел.

Үрҙә телгә алынған йыллыҡ программала ябай халыҡтың тормош сифатын туранан-тура билдәләгән бер тармаҡ та ситтә ҡалманы, береһе лә үгәйһетел­мәне.
Рөстәм Зәки улы, һаулыҡты ҡай­ғыр­тыуҙың мөһимлеген билдәләп, ауыл эшсәндәрен диспансер­лашты­рыуға бәй­ле хәлдең насарлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды: “Ауыл хужалығы предприятиелары хеҙмәткәрҙәре йылдар буйы табипҡа күренмәй. Асыҡ һауалағы ҡатмарлы эш шарттары, ауыр физик хеҙмәт, нормаға һалынмаған эш көнө, тулы ҡиммәтле ялдың булмауы арҡаһында кеше­ләрҙең һаулығы насарая”.
Республика башлығы тарафынан ошон­дай ҙур бурыстар ҡуйылғанда төпкөл ауылдар халҡының медицина ярҙамына ихтыяжын ҡәнәғәт­лән­дереү буйынса етди эш башланыр, ҡулай­лаштырыу еленә ышыҡланып, ха­лыҡтың терәге һәм йыуанысы булған участка дауаханаларын ябыу кеүек кире күре­нештәргә кәртә ҡуйылыр тигән өмөт тә бар ине.
Әммә Бөрйән районының Байназар, Яуымбай, Мораҙым, Ҡолғана, Нәби һәм башҡа ауылдарҙың халҡы исеменән яҙылған хат йәнә борсоуға һалды. Бөрйән районы халҡының (16 меңдән ашыу) яртыһын тиерлек хеҙмәтлән­дергән Байназар­ҙағы шәфҡәт туташтары хеҙмәтлән­дереүсе дауахананы бөтөрөү хәбәре йәмәғәтселекте шаҡ ҡатырҙы. Район халҡының ниндәй шарттарҙа йәшәүен, тауҙар ара­һында ҡыҫылып ултырған ауылдар­ҙың үҙәктән 30, 45, 50, 57, 74 саҡрымда ятыуын, текә тау юл­дарының өҙәремдә машина үткеһеҙ булыуын белмәгән етәкселәр генә сығарғандыр кеүек бындай ғәҙел булмаған бойороҡто. Ни өсөн бөр­йәндәрҙең һаулыҡты һаҡлауға һәм медицина ярҙамына хоҡуғы йылдан-йыл сикләнә?
Бөтөн районға ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн ни бары бер бригада ҡаралыуы ла етди һорау тыуҙыра. Асҡар ауыл Советына ҡараған 70 саҡрымдағы Брәтәк ауылына “Ашығыс ярҙам” бригадаһын саҡыртҡан хәлдә ҡалған тораҡтар­ҙағы ауырыуға табип­тарҙың килеүен нисә сәғәт көтөргә тура киләсәк? Бында бит көҙгөләй ялтырап ятҡан тип-тигеҙ асфальт урамдар һәр ауылға ла илтмәй, үкенескә ҡаршы. Көн боҙолғанда текә тау үрҙәренә “иномарка”ларҙың менә алмай аҙапланғанын, юл ситендә техника сараларының ярҙам көтөп ултырғанын Ғәлиәкбәр ауыл Советы тарафына сәфәр тотҡанда ла асыҡ күрергә тура килде. Юғары трибуна­ларҙан яңғыраған ялҡынлы телмәр­ҙәрҙе, медицина тармағына һалынған мил­лиондарҙы, миллиард­тарҙы ишетеп, сәс үрә тора. Ни өсөн отчеттар шул тиклем шыма, яҡшы, хайран ҡалырлыҡ, ә урындарҙа хәл хөртәй­гәндән-хөртәйә генә? Ауыр финанс хәлен еңеләйтеү өсөн министрлыҡ тәҡдиме менән былтыр районда Асҡар, Ырғыҙлы амбулаторияларын үҙгәртеп ҡорғандар. Амбулаториялар урынында ФАП-тар ғына ҡалдырылған. Ырғыҙлы дауаханаһын ябыу, ҡайһы бер фельдшер-акушерлыҡ пункттарын бөтө­рөү халыҡта аптыраш менән бергә ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһон кө­сәйтә, берҙе һөйләп, икенсеһен эшләгән етәксе­ләргә ышанысты ла ҡаҡшата. Киләһе йылдың 1 ғинуа­рынан Байназар дауа­ханаһының юҡҡа сығары­лыуы, ә үҙәк район дауа­ханаһында 11 койка-урындың ҡыҫҡар­тылыуы, һис шикһеҙ, халыҡтың махсус медицина ярҙамын алыуға хоҡуғын сикләйәсәк.
Өҫтәүенә бөгөн кадрҙарға ҡытлыҡ кисергән Бөрйән үҙәк дауаханаһы коллективына икеләтә көсөргәнеш менән эшләргә тура киләсәк. Бында үҙ һөнәрен яратып башҡарған, яҡташ­тарының тормош-көнкүреш хәлен яҡшы аңлаған аҡ халатлылар эшләүе лә халыҡтың медицина ярҙа­мына ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәт­ләндерә алмаясаҡ. Коллектив невро­лог, терапевт, акушер-гинеколог, педиатр кеүек белгестәргә ҡытлыҡ кисерә, үҙәк дауахана тейешле ҡо­рамалдар, аппаратура, инвентарь менән 88,6 процентҡа тәьмин ителгән. Башҡортостан Респуб­ликаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилдең Бөрйән районы буйынса йәмәғәт башлан­ғысын­да эшләүсе ярҙамсыһы мәғ­лүмәт­тәренән күрене­үенсә, ҡорамал һәм аппаратураларҙың туҙыу дәрә­жәһе 46,5 процент тәшкил итә. Телгә алынған етешһеҙлектәрҙе, ҡайһы бер кәмселектәрҙе бөтөрөү — һис шикһеҙ, ҡулдан килерлек мәсьәлә, ә бына дауахана тиклем дауахананы юҡҡа сығарыу, тупланған коллективты тарҡа­тыуҙың эҙемтәләре күпкә ҡат­марлыраҡ буласағы көн кеүек асыҡ. Ғөмүмән, һуңғы ваҡытта аҡса етеш­мәүенә, финанс хәленең мөшкөл­лөгөнә һылтанып, “ҡу­лай­лаштырыу” тигән матур һүҙгә ышыҡ­ланып, халыҡ мәнфәғәтендә эшләргә тейешле социаль объекттарҙы юҡҡа сығарыу, тарҡатыу һәм емереүҙең киң ҡолас алыуын хуплап булмай.
Бөрйәндәр менән осрашыу барышында Мәһәҙей ауылында 11 мең дана китап байлығы булған китап­хананың ябылыу алдында торған­лығын белеп, йәнә аптырашта ҡалдыҡ, йәнә көйҙөк. Дауаһыҙ ҙа, рухи аҙыҡһыҙ ҙа ҡалған халыҡ алдында яңғы­рауыҡлы һүҙҙәр һөйләү — үҙе хилафлыҡ. Бары шуны ғына әйтеп була: бөтә һөйөнөс-көйө­нөстәребеҙҙе, уй-ынтылышыбыҙҙы сағылдырған, йәмғиәт­те туплаған ҙур көс — “Башҡортостан” гәзите — үҙенең төп бурысынан, ябай халыҡтың мән­фәғәттәрен яҡлауҙан тайшанмаясаҡ.

* * *

Ошо көндәрҙә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты хәрәкәте форумында Прези­денттың май указдарын тормошҡа ашырыу, санкциялар шарттарында ил иҡ­ти­садын үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды. Диалог рәүешендә үткән йыйында һаулыҡ һаҡлауға ҡағылған “осло” мәсьәләләр ҙә ҡуҙғатылды, койка фондының кәметелеүе һәм медицина хеҙмәткәрҙәренең ҡыҫҡар­тылыуына “фрон­товиктар” үҙ фе­керен белдермәй ҡалманы. Ысынлап та, тотош илдә был проблема үтә ауыр ҡабул ителә. Беҙҙең ҡарашҡа, әгәр халыҡ тармаҡтағы үҙгә­рештәрҙең ни өсөн барлыҡҡа ки­леүен, маҡсатын, бурыстарын яҡшы күҙ алдына килтерһә һәм медицина хеҙмәтенә хоҡуғының сикләнмәйә­сәген аңлаһа, аңлашыл­маусан­лыҡтар аҙыраҡ булыр ине. Владимир Путин әйтеүенсә, үкенескә ҡаршы, эштән бушатылған тәжри­бәле, белемле хеҙмәткәрҙәрҙе урынлаштырыу, системаның ҡайҙа йүнәлгәнен яҡшы төшөнгән профессионалдар менән кәңәшләшеү, халыҡҡа аңлатыу буйынса эш тейешле кимәлдә алып барылмай.
Екатеринбург ҡалаһынан Екатерина Белоцерковскаяның Прези­дентҡа һорауы мәғарифҡа ҡағылһа ла, ул һаулыҡ һаҡлау тармағындағы үтә ҡырҡыу мәсьәләләрҙе лә берҙәй ҡуҙғатты: “Һеҙ мәғарифты иҡти­садтың нигеҙе тип атайһығыҙ. Әммә бер проблема бар. Башым миңә: “Дүрт сәғәт уҡыттың, 60 дәфтәр тикшерҙең, хеҙмәт күрһәттең, бар инде, ҡайт”, — ти. Ә йөрәгем: “Юҡ, аҡыл, изгелек, мәңгелек ҡиммәттәрҙе сәс”, – тип ҡаршы төшә. Һеҙ минең урында булһағыҙ, башы­ғыҙҙымы, әллә йөрәгегеҙҙе тыңлар инегеҙ? Мәктәп хеҙмәт күрһәтергә тейешме, әллә ул ысынлап та аҡыл, изгелек, ҡиммәттәр сәсергә бу­рыс­лымы?” Президент пафослы яңғыраған һүҙҙәрҙең мәғәнәһен, һис һүҙһеҙ, яҡшы аңлап, түбәндәгеләрҙе бел­дерҙе: “Мәғариф та һаулыҡ һаҡлау кеүек — эшмәкәрлектең үҙенсәлекле төрө. Табиптар ҙа: “Беҙҙең эш нисек хеҙмәт күрһәтеү булһын инде? Беҙ кешеләрҙең ғүмере һәм сәләмәтлеге хаҡында уйлайбыҙ, ә хеҙмәт күрһәтеү тап килмәй, был дөрөҫ түгел, был һүҙ хәтерҙе ҡалдыра”, — ти. Мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәләре — хәҙерге заман үҫешенең фактор­ҙары, тип әйткәнмен икән, мин бит быны үҙем уйлап сығармағанмын, ә ысынында шулай. Әгәр белемле кеше юҡ икән, өҫтәүенә һау-сәләмәт тә булмаһа, юғары технология менән бәйләнгән тәьҫирле производстволар ҙа үҫешмәйәсәк”.
Эйе, әлегә барыһы ла беҙ теләгәнсә шыма ғына, ҡаршылыҡһыҙ бармай. Шулай ҙа хәл иткес аҙымға барыр алдынан халыҡ менән һөйләшеү, урын-ер үҙенсәлектәрен, юл-транспорт мәсьә­ләләрен дә, һис шикһеҙ, күҙ уңында тотоу отошло булыр ине.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 137

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 487

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 226

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 931

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 698

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 275

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 596

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 972

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 453

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 530

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 356

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 537