Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һөт бар, ҡымыҙ булыр!
Һөт бар, ҡымыҙ булыр!
Башҡорттарҙы мал йәнле халыҡ тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер. Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылында йәшәгән Әхнәф Нафиҡов был хәҡиҡәтте үҙ миҫалында раҫлай. Ҡасандыр тыуған төйәгендә гөрләп торған совхоз тарҡалғас, ул юғалып ҡалмай. Борондан крәҫтиән көнитмешендә төп терәк булып торған малсылыҡ эшен һүрелтмәй, уҙаман фермер хужалығын ойоштороп ебәрә.



– Ауыл хужалығы институтын тамамлағас, үҙебеҙҙең совхозда ветеринар булып эшләнем, – тип һүҙен башланы Әхнәф Ғабдулхаҡ улы. – Хужалыҡ тарҡалғас, уның нигеҙендә бүтәндәр йүнсел­леккә тотоноп ҡараны. Тик ниңәлер эштәре һүнеп ҡал­ды. Ахырҙа ағай-эненең кә­ңәшен тыңлап, үҙем тәүәк­- кәл­ләргә булдым. Ҡаң­ны-Төркәйгә терәлеп ятҡан Кузьменко ауылындағы буш ҡураларҙы төҙөкләндереп, ферма ойоштороп ебәрҙем. Әле унда 300 баш һыйыр малы иҫәпләнә.
Районда ҡеүәтлеләр иҫәбенә ингән хужалыҡтың етәксеһе белдереүенсә, улар етештергән тауарҙы һатыуҙа ауырлыҡ юҡ. Һөттө Бәләбәй комбинатына тапшыралар, ә инде итте башҡа урындарҙа теләп алалар.
Әлбиттә, һәр хужалыҡтың уңышын тырыш, намыҫлы хеҙмәткәрҙәр билдәләй. Был йәһәттән Әхнәф Нафиҡов һауынсы Физәлиә Маннанова, бригадир Анатолий Свайкин, тракторсы Радик Кәримов, иретеп йәбеш­тереүсе Илгиз Байғондин­дың исемен маҡтап телгә алды. Хужалыҡта иҫәп-хи­сап эшен алып барған хәләл ефете Айгөлдөң дә ныҡлы ярҙамын тойоуын белдерҙе.
Бөгөн респуб­ликабыҙҙа фермерлыҡты үҫтереү өсөн төрлө программалар бойом­ға ашырыла. Әхнәф На­фи­ҡовтың хужалы­ғын да дәү­ләт ярҙамы урап үтмәй. Былтыр ул 8,5 миллион һумлыҡ грант алыу бәхетенә эйә булған.
Һөт бар, ҡымыҙ булыр!– Был беҙҙең өсөн ҙур ярҙам булды, – ти эшҡыуар. – Ул аҡсаға Мәсетле райо­нынан 70 баш тоҡомло мал, яңы трактор, хужалыҡ эшен­дә кәрәкле техник ҡора­мал­дар һатып алдыҡ. Килә­сәктә мал иҫәбен йәнә арттырыу уйы менән йәшәй­беҙ.
Һөт бар, ҡымыҙ булыр!Бынан тыш, йүнсел йыл­ҡысылыҡ менән дә ныҡлап шөғөлләнергә иҫәп тота. Ки­ләсәктә ҡымыҙ етештереп, халыҡҡа шифалы эсемлек тәҡдим итмәксе. Әле бының өсөн ҡураға 50 баш ат кил­те­релгән. Был эштә лә Әхнәф Нафиҡов күптәргә өлгө күрһәтер тигән ышаныс ҙур.


Автор: Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ Район: Бүздәк районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә