Башҡорттарҙы мал йәнле халыҡ тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер. Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылында йәшәгән Әхнәф Нафиҡов был хәҡиҡәтте үҙ миҫалында раҫлай. Ҡасандыр тыуған төйәгендә гөрләп торған совхоз тарҡалғас, ул юғалып ҡалмай. Борондан крәҫтиән көнитмешендә төп терәк булып торған малсылыҡ эшен һүрелтмәй, уҙаман фермер хужалығын ойоштороп ебәрә.
– Ауыл хужалығы институтын тамамлағас, үҙебеҙҙең совхозда ветеринар булып эшләнем, – тип һүҙен башланы Әхнәф Ғабдулхаҡ улы. – Хужалыҡ тарҡалғас, уның нигеҙендә бүтәндәр йүнселлеккә тотоноп ҡараны. Тик ниңәлер эштәре һүнеп ҡалды. Ахырҙа ағай-эненең кәңәшен тыңлап, үҙем тәүәк- кәлләргә булдым. Ҡаңны-Төркәйгә терәлеп ятҡан Кузьменко ауылындағы буш ҡураларҙы төҙөкләндереп, ферма ойоштороп ебәрҙем. Әле унда 300 баш һыйыр малы иҫәпләнә.
Районда ҡеүәтлеләр иҫәбенә ингән хужалыҡтың етәксеһе белдереүенсә, улар етештергән тауарҙы һатыуҙа ауырлыҡ юҡ. Һөттө Бәләбәй комбинатына тапшыралар, ә инде итте башҡа урындарҙа теләп алалар.
Әлбиттә, һәр хужалыҡтың уңышын тырыш, намыҫлы хеҙмәткәрҙәр билдәләй. Был йәһәттән Әхнәф Нафиҡов һауынсы Физәлиә Маннанова, бригадир Анатолий Свайкин, тракторсы Радик Кәримов, иретеп йәбештереүсе Илгиз Байғондиндың исемен маҡтап телгә алды. Хужалыҡта иҫәп-хисап эшен алып барған хәләл ефете Айгөлдөң дә ныҡлы ярҙамын тойоуын белдерҙе.
Бөгөн республикабыҙҙа фермерлыҡты үҫтереү өсөн төрлө программалар бойомға ашырыла. Әхнәф Нафиҡовтың хужалығын да дәүләт ярҙамы урап үтмәй. Былтыр ул 8,5 миллион һумлыҡ грант алыу бәхетенә эйә булған.
– Был беҙҙең өсөн ҙур ярҙам булды, – ти эшҡыуар. – Ул аҡсаға Мәсетле районынан 70 баш тоҡомло мал, яңы трактор, хужалыҡ эшендә кәрәкле техник ҡорамалдар һатып алдыҡ. Киләсәктә мал иҫәбен йәнә арттырыу уйы менән йәшәйбеҙ.
Бынан тыш, йүнсел йылҡысылыҡ менән дә ныҡлап шөғөлләнергә иҫәп тота. Киләсәктә ҡымыҙ етештереп, халыҡҡа шифалы эсемлек тәҡдим итмәксе. Әле бының өсөн ҡураға 50 баш ат килтерелгән. Был эштә лә Әхнәф Нафиҡов күптәргә өлгө күрһәтер тигән ышаныс ҙур.