Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яҙмалар тейешле баһа алды
Йылдың алтын миҙгеле сикһеҙ гүзәллеге менән йөрәктәрҙе әсир итте лә тиҙ арала моңһоу ҡара көҙҙә ҡалдырҙы. Ҡыйыуһыҙ ғына яуып үткән ҡарҙың хеҙмәтен бошмаҫ ямғыр тамсылары пыран-заран килтерергә күп һорамай. Күңел дә бит шулай ҡоролған: көтөлмәгән шатлыҡ артынан ниндәйҙер мәшәҡәт килеп сыға, йонсотҡос борсолоу һиҙелмәйенсә еңеллеккә әүерелә. Гәзит уҡыусыларыбыҙ билдәләүенсә, ярай әле, ауыр саҡтарҙа көс алыу, күңелдәрҙең рухи һыуһынын ҡандырыу мөмкинлеге – милли матбуғат – бар. “Башҡортостан”дың сайты ла ошондай ғилем шишмәһе кеүек, йәшәйештең һәр тармағы хаҡында бәйән итеп, баҫманы уҡыусыларҙың мәҙәни зауығын, тын алышын билдәләп тора.


Йыл башында Иглин ҡасабаһынан яман сиргә дусар булған Зөлхизә Бәхтиеваға ярҙам итеү тәҡдиме менән баҫма биттәрендә ике мәҡәлә донъя күргәйне. Был изге эштә халыҡ бик әүҙем ҡатнашты. Әммә күпме тырышһаҡ та, ауырыу еңелмәне, октябрҙә Зөлхизә яҡты донъянан китеп барҙы. Уның хаҡындағы һуңғы яҙманы – “Балҡыны ла һүнде...” тигән мәҡәләне – Интернет ҡулланыусылар 1740 тапҡыр ҡарап, уҡып сыҡҡан.
Фәүзиә Латипованың Учалы районындағы “Әбдрәхим” мәсете тураһындағы “Бында минең көсөм арта, ҡеүәт ала талған йәнем...” тип аталған яҙмаһына уҡыусыларыбыҙ 258 тапҡыр мөрәжәғәт иткән. Мәрхәмәтле йөрәкле барлыҡ дуҫтарыбыҙға ла ҙур рәхмәт белдерәбеҙ һәм именлек теләйбеҙ.
Венер Айҙаровтың “Көслөлөкмө, әллә тупаҫлыҡмы?” тигән мәҡәләһе, ҡатын-ҡыҙҙың заманса ҡылығына үҙенсә­лекле ҡараш булараҡ, сайттағы киң билдәле яҙмаларҙың береһе тип табылды, ул 151 тапҡыр уҡылған. Ошо уҡ юҫыҡ­та “Гөлнәзирә” битендә донъя күргән “Ҡатын-ҡыҙ үҙен яра­тыр­ға тейеш” исемле әңгәмәгә иһә 108 тапҡыр күҙ йүгерткәндәр.
Республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарындағы үҙ хәбәрсебеҙ Кәримә Усманованың ауыл кешеһенең аһ-зарын уртаға һалып хәл итергә саҡырған “Ит һатам осһоҙ хаҡҡа, йәки төпкөл нисек талана?” исемле мәҡәләһе лә иғтибар үҙәгендә булды. Был рәткә шулай уҡ Айгиз Бай­мөхәмәтовтың “Үҙ ереңә хужа булырға ваҡыт”, “Хаҡтарҙың теҙ­гене юҡ...”, Венер Исхаҡовтың “Тышауҙы атҡа ғына кей­ҙермәйҙәр...”, “Патронат тәрбиәме, әллә...” мәҡәләләрен дә индереп була. Һуңғыһы халыҡта ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр тыуҙырҙы, редакцияға байтаҡ хат килде.
Йәмғиәтте борсоған көнүҙәк мәсьәләләр, тормош тәгәр­мәсен алға этеү мәшәҡәттәре һәр кемдең күңелендә йыр-моң, әҙәби әҫәр, шиғри юл аша ла сиселеш таба. Был йә­һәттән Рафаэль Аҙнағоловтың “Ташаҫтынан аға моң шишмәһе”, Салауат Әбүзәровтың “Шиғриәтебеҙҙең йә­шене”, Лариса Абдуллинаның “Тамғаланған хыял артынан”, “Халыҡ рухы өсөн яныу”, Риф Мифтаховтың “Йырым минең – йөрәгемдән осоп сыҡҡан шатлыҡ ҡошо...”, Фәнис Ғәлләмовтың “Зөлхизә ҡайыны сер һаҡлай” тигән яҙма­ла­ры уҡыусының рухи зауығына тап килде тип фаразлай ала­быҙ. Был һүҙҙәрҙе Рияз Мәсәлимовтың “Ташаҫтынан аға моң шишмәһе”нә ҡарата әйтелгән түбәндәге фекере дә­лил­ләп тора: “Ғалим һәм публицист булараҡ, Рафаэль ағай бик үткер, раҫ һүҙҙәр әйткән. Улар менән нисек ки­лешмәҫкә?! Талантлы шағир, драматург Салауат Әбү­зәр­ҙең шиғырҙарын үҙе үк уҡығанын ишеткәнем бар. Ул ижтимағи, сәйәси темаларға ла, лирикаға ла, сатирик, хатта юмористик темаларға ла күңелгә үтеп инерлек көслө шиғырҙар ижад итә һәм уларҙы тетрәндергес итеп уҡый белә”.
“Матур үтһен ялығыҙ” махсус битендә сыҡҡан йога, ти­рә-яҡ менән гармонияла йәшәү, аш-һыу әҙерләү буйын­са яҙ­малар Интернет селтәрен көн дә ҡулланыусылар тара­фынан ҡыҙыҡлы тип табылды. Ғөмүмән, йәшәйештең ижтимағи, сәйәси, хоҡуҡ, һаулыҡ һаҡлау кеүек һәр өлкәһен дә яҡ­тыртыу, ундағы мөһим мәсьәләләрҙе күтәреү маҡсатында яҙылған мәҡәләләр уҡыусыны бер ҡасан да битараф ҡалдырмай, даими күҙәтелеп, тейешле баһа алып тора.
Әйткәндәй, “Башҡортостан” гәзите редакцияһы быйыл көнүҙәк проблемалар күтәрелгән иң яҡшы мәҡәләләр өсөн Ризван Хажиев исемендәге үҙ премияһын булдырҙы. Һеҙ­ҙән хаттар, тәҡдимдәр көтәбеҙ, ҡәҙерле дуҫтар!


Автор: Гөлсәсәк ҒӘБИТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә