Башҡортостан Президентының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә республиканың киләһе йылдағы һәм артабанғы үҫеше өсөн төп йүнәлештәр билдәләнде. Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, ХХI быуат башы — “илдең яңынан тупланыу, иҡтисади ҡеүәтен нығытыу, социаль сәйәсәтте үҫтереү ваҡыты”.
Күп яҡлы социаль сәйәсәтте тормошҡа ашырыуҙың юлдары, башҡарылған эштәр һәм киләсәккә пландары менән уртаҡлашыуын һорап, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты ағзаһы Альбина БУРАНҒОЛОВАҒА мөрәжәғәт иттек.
— Альбина Ванцет ҡыҙы, республика Президенты Мөрәжәғәтнамәһендәге һәр һүҙ, һәр йүнәлеш тап һеҙҙең комитетығыҙҙың эшмәкәрлегенә ҡағыла кеүек. Йыллыҡ документтағы бурыстарҙы атҡарыуҙы ниҙән башларға уйлайһығыҙ?
— Ысынлап та, Мөрәжәғәтнамәләге һәр фекер социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә, хеҙмәт кешеһенең хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлауға йүнәлтелгән. Бөгөн дә йыллыҡ документты ҡулға алып, ҡайһы бер йүнәлештәрҙе өр-яңы күҙлектән байҡап ултырҙым. Өҫтөнлөклө мәсьәләләр — элекке, әммә уларҙы хәл итеүҙең тәьҫирлерәк, уйланылған ысулдарын табыу зарур.
Республика башлығы беҙҙән бөтә билдәләнгән йүнәлештәр буйынса норматив хоҡуҡи нигеҙҙе нығытыуға “планлы, маҡсатҡа ярашлы эш” талап итә. Президенттың “мөһим закон сығарыу башланғыстарын тормошҡа ашырыуҙа һеҙҙең әүҙемлеккә һәм принципиаллеккә иҫәп тотам”, тип ышаныс белдереүе юҡҡа түгел.
Эште медицина реабилитациялауын ойоштороу буйынса эксперт советын үткәреүҙән башларға торабыҙ. Хеҙмәтте һаҡлау, эш биреүселәрҙең социаль яуаплылығын арттырыу, хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығын нығытыу сараларын камиллаштырыу буйынса етди бурыстар тора. Һәр йыл һайын производствола 80-гә яҡын кешенең һәләк булыуы, меңгә яҡын бәхетһеҙлек осрағы теркәлеүе, йөҙ меңдән ашыу кешенең зарарлы, хәүефле шарттарҙа хеҙмәт күрһәтеүе менән килешеп булмай, әлбиттә. Эшләүсе халыҡтың яртыһы тиерлек Социаль страховкалау фондына иғәнә күсермәй икән, тимәк, бәхетһеҙлек осраҡтарында уларҙың бер ниндәй түләүгә лә хоҡуҡтары булмай сыға. Ҙур проблеманы күтәрә Президент. Ә бит төп яуаплылыҡ — эш биреүсе иңендә. Табыш артынан ғына ҡыуып, күптәр персоналды уҡытмай, хеҙмәт шарттарын яҡшыртыуға аҡса бүлмәй.
Республикала уҙған йылдан алып 1 миллион 200 мең кешенең диспансерлаштырыу үтеүе ыңғай баһаланһа ла, был эште сифатлы, һөҙөмтәле итеү буйынса бурыстың ҡолас еткеһеҙ булыуы билдәле. Айырыуса ауыл халҡын диспансерлаштырыу күҙ уңынан ысҡына. Был йәһәттән Рөстәм Зәки улының дәғүәһе, һис шикһеҙ, урынлы. Ғөмүмән, ауыл ерендә медицина хеҙмәтләндереүенең күсмә формаларын, күсмә модуль үҙәктәрен ҡулланыу, фельдшер-акушерлыҡ пункттарының матди базаһын нығытыу эшен йәнләндереү кәрәк. Элегерәк дөйөм практика табиптарын әҙерләү мәсьәләһен ҡуҙғатып, баҙыҡ ҡына аҙым яһағандай булғайныҡ та, ни өсөндөр эш һүнеп ҡалды. Хеҙмәт инспекцияһы, профсоюз ойошмалары менән берлектә хеҙмәтте һаҡлау буйынса сараларҙы өр-яңынан ҡарап, социаль яуаплылыҡты күтәреү өҫтөндә мотлаҡ эшләйәсәкбеҙ. Документта һәр бурыстың аныҡ билдәләнеүе хәлде тамырынан үҙгәртергә мөмкинлек тыуҙырыр, тип уйлайым.
— Үткән йылғы отчет осоронда ғына комитет тарафынан Дәүләт Йыйылышына тикшереүгә 15 закон проекты һәм Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡарарҙарының алты проекты әҙерләп тапшырылған. Уларҙың ҡайһыһы һеҙҙең күңелгә айырыуса яҡын, ҡәҙерле?
— Тәү ҡарамаҡҡа закондар бик ҡоро, ҡәтғи тойолһа ла, уларҙың һәр береһе тормошобоҙҙо яйға һалыу, яҡлау, мохтаждарға ярҙам итеү, тормош шарттарын еңеләйтеү уйы менән һуғарылған. Мәҫәлән, быйыл “Етемдәр һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы социаль яҡлау буйынса өҫтәмә гарантиялар тураһында”ғы Законға үҙгәрештәр индереү ошо категорияға ингәндәрҙең хоҡуҡтарын киңәйтте.
“Башҡортостан Республикаһында инвалидтарҙы социаль яҡлау тураһында”ғы Закондың яңы редакцияһында ярҙамға мохтаждарҙы ойошмаларҙа һәм өйҙә уҡытыуҙың положениелары бирелде, инвалидтарҙы эшкә алыу өсөн квоталар тураһындағы тәртип аныҡланды.
Ошо йәһәттән Мөрәжәғәтнамәлә предприятиеларҙа һәм ойошмаларҙа квоталарҙың аҙлығы, ни бары 70 процентҡа үтәлеүе хаҡында ла әйтелде. Инвалидтарҙың эш урындарына ихтыяжын асыҡлайһы, уларҙы һөнәргә өйрәтеү, предприятиеларға урынлаштырыу буйынса эште ҡыҙыулатаһы ине.
Күптәр өсөн йәнһеҙ, ҡаты тойолған закондың һәр һүҙе, һәр һөйләме аныҡ, аңлайышлы булыуы һәм ғәмәлдә үтәлеүе өсөн уның тәүҙә йөрәктә яралыуы, ныҡлы өйрәнелеүе шарт. Шуға күрә ҙур көс һалып әҙерләнгән ҡәтғи ҡанундарҙың һәр береһе күңелгә яҡын.
— Рәсәй Президентының “2012 — 2017 йылдарға балалар мәнфәғәтендәге ғәмәлдәрҙең Милли стратегияһы тураһында” Указы менән күптәр таныштыр. Ошо йәһәттән етем, инвалид һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған сабыйҙарҙың хәлен яҡшыртыу буйынса Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тарафынан закондарҙы камиллаштырыуҙа ниндәй эш башҡарылды?
— Мәҫәлән, былтыр “Башҡортостан Республикаһында балаларҙы уллыҡҡа алыусы граждандарға бер тапҡыр бирелгән аҡсалата пособие тураһында”ғы Законға үҙгәрештәр индереү һөҙөмтәһендә инвалид баланы уллыҡҡа алыусылар өсөн 100 мең һум күләмендә өҫтәмә пособие түләү ҡаралды. Шулай итеп, инвалидтарҙы уллыҡҡа (ҡыҙ итеп) алған ата-әсәгә бер тапҡыр түләнгән аҡса күләме 500 мең һумдан артты.
Ә быйыл етемдәрҙе һәм ҡарауһыҙ ҡалған балаларҙы социаль яҡлау буйынса өҫтәмә гарантияларға йәнә бер ярҙам — торлаҡҡа 50 мең һумға тиклем ремонт үткәреү хоҡуғы — өҫтәлде.
Ғаилә сәйәсәтен көсәйтеү маҡсатында тәрбиәгә бала алған ата-әсә һәм патронат тәрбиәселәргә айлыҡ түләүҙе 6 150 һумға тиклем күтәреү буйынса законға үҙгәрештәр индерелеүе лә яҡшы булды. Өҫтәүенә балаларҙың инвалидлығына һәм йәшенә ҡарап, түләүҙәр күләме айырымланды. Мәҫәлән, хәҙер үрҙә әйтелгән категорияға ярашлы тәрбиәселәрҙең хеҙмәтенә түләүҙәр ҙә артты. Өс йәшкә тиклемге сабыйҙарҙы үҙ ҡосағына алғандарға — 7 380, өс йәшкә тиклемге инвалид бала тәрбиәләүселәргә — 8 856, өс йәштән өлкәнерәк инвалидтарҙы ҡарағандарға 7 380 һум аҡса түләнә.
Балаларҙы тәрбиәләү өсөн бирелгән айлыҡ түләүҙәр ҙә арттырылды. 2014 йылдың 1 ғинуарынан өс йәшкә тиклемге баланы ҡарауға — 5 200, унан өлкәнерәктәргә — 5000, өс йәшкә тиклемге инвалидтарға — 6 240, ә унан ҙурыраҡтар өсөн 6000 һум күләмендә түләүҙәр ҡаралған.
— Ишетеүебеҙсә, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған сабыйҙарҙы тәрбиәгә алған ата-әсәгә түләүҙәр ҙә киләһе йыл башынан артырға тейеш...
— Эйе, сабыйҙарҙы үҙ ҡосағына алған патронат ғаилә башлыҡтарына, опекундарға (попечителдәргә), тәрбиәгә алыусыларға айлыҡ түләүҙәрҙе арттырыуҙы күҙ уңында тотҡан “Башҡортостан Республикаһының айырым закон сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында” закон проектын ҡараныҡ. 2015 йылда ҡанунды тормошҡа ашырыуға тотоноласаҡ сығымдар 67750 мең һум тәшкил итәсәк.
— Быйыл депутаттарҙың Рәсәй парламентына закон сығарыу буйынса ике тәҡдим менән мөрәжәғәт иткәнен ишеттек.
— Эйе, уларҙың берәүһе Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексына кесе йәштәге бала тәрбиәләгән яңғыҙ атайҙарға холоҡ төҙәтеү эштәрен ҡулланыуҙы сикләүгә ҡағыла. Икенсеһе — етемдәргә һәм ҡарауһыҙ ҡалған балаларға профессиональ йүнәлеш биреү, уларҙы һөнәргә өйрәтеү һәм эшкә урынлаштырыу буйынса бурысты халыҡ мәшғүллеген тәьмин итеү хеҙмәттәренә йөкмәтеү буйынса үҙгәрештәр индереү тураһында.
— Ғаиләгә ҡағылышлы закондарҙы камиллаштырыу буйынса эште нисек баһалайһығыҙ?
— Ҡоролтай депутаттары был йәһәттән дә әүҙемлек күрһәтә. “Рәсәй Федерацияһының Ғаилә кодексы”н яҡшыртыуға үҙ өлөшөбөҙҙө индерҙек тип әйтә алам. Бөгөн көн ҡаҙағында торған йәнә бер мәсьәлә тынғылыҡ бирмәй — ауыр тормош хәлендә ҡалған балалы ғаиләләрҙе социаль яҡлау буйынса федераль кимәлдә берҙәм дөйөм стандарттарҙы ҡабул итергә кәрәк. Маҡсат — илдең ниндәй төбәгендә йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, уларҙың хоҡуҡтарын тигеҙләү. Беҙҙеңсә, Рәсәй закондары тарафынан төбәктәр бюджеты иҫәбенә күрһәтелгән социаль ярҙамдың минималь күләме һәм дәүмәле раҫланырға тейеш.
— Үрҙә телгә алынған Милли стратегияны тормошҡа ашырыу буйынса Рәсәй Хөкүмәтенә индергән тәҡдимдәрегеҙ тураһында ла ишетке килә.
— Киләсәктә урындағы әһәмиәткә эйә мәсьәләләр исемлегенә ауыр хәлдәге ғаиләләргә ярҙам күрһәткән попечителлек советтары төҙөү тураһындағы полномочиеларҙы индереү мөһим, тип иҫәпләйбеҙ. Был эште ойоштороу өсөн граждандарҙың муниципаль иҫәбе кәрәк. Ғаиләгә хоҡуҡи һәм социаль мәсьәләләрҙе аңлатыу буйынса бушлай мәғлүмәт-консультация хеҙмәттәре ойоштороу ҙа яҡшы булыр ине.
— Ҡанундарҙың тормошобоҙҙа сағылыш табыуы өсөн яуаплы ведомстволарҙың ҡулға-ҡул тотоноп, үҙ-ара аңлашып эшләүе мөһим. Был йәһәттән һиҙелерлек үҙгәрештәр күҙәтеләме?
— Һис һүҙһеҙ, башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдарының ведомство-ара ныҡлы бәйләнеше һөҙөмтәһендә тыуымды арттырыу, сабыйҙар үлемен, ҡарауһыҙ балалар һанын кәметеүгә һәм бәлиғ булмағандар тарафынан ҡылынған енәйәттәрҙе аҙайтыуға өлгәшә алдыҡ та инде.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҙа етерлек. Уларҙың көнкүреш шарттарын, социаль хәлен яҡшыртыу буйынса ниндәй ҡанундарға таянырға була?
— 2012 — 2017 йылдарға иҫәпләнгән Милли стратегияға, “Башҡортостан Республикаһында инвалидтарҙы социаль яҡлау тураһында”ғы Законға ярашлы, кескәйҙәрҙе социалләштереү һәм етемдәрҙең белемгә, мәшғүллеккә, ялды ойоштороуға хоҡуҡтарын нығытыу йүнәлешендә эш әүҙем бара.
Яңы ғына “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙы социаль хеҙмәтләндереү тураһында”ғы закон проектын икенсе уҡыуҙа ҡабул иттек. Ошо мөһим документ тарафынан дәүләт власы органдарының полномочиелары нығытылды, ярҙамға мохтаждарға күрһәтелеүсе социаль хеҙмәттәр исемлеге раҫланды, уларҙы кемдәрҙең бушлай алыуға хоҡуғы булыуы билдәләнде.
Ошо закон проектына ярашлы, бәлиғ булмаған балаларҙың бушлай социаль ярҙам алыусылар исемлегенә индерелеүе менән ҡәнәғәтлек кисерәм, сөнки быға тиклем бындай хоҡуҡтан өлкәндәр генә файҙаланды.
— Һуңғы йылдарҙа балалар йорттарының кәмеүен күрәбеҙ. Бер яҡтан, был күренеш һөйөнөс тыуҙырһа, икенсе яҡтан, заманында балалар баҡсаларын, һөнәр биреү училищеларын ҡыҫҡартыуға бәйле алынған һабаҡ һеҙҙе һағайтмаймы?
— Әле республикала 24 балалар йорто иҫәпләнә (2010 йылда — 29). Уларҙың аҙайыуы етемдәрҙе ғаиләләргә тәрбиәгә биреү формаһының үҫешеүенә бәйле. Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандар һаны ла бер аҙ кәмене — 16,2 мең етем. Шуларҙың 89 проценты ғаиләләргә тәрбиәгә бирелгән.
Ғөмүмән, балалар өсөн тәғәйенләнгән дәүләт ҡарамағындағы социаль объекттарҙы үҙгәртеп ҡороу, яңыртыу йәки бөтөрөү тураһында ҡарар ҡабул итеү махсус комиссия һығымтаһы нигеҙендә генә рөхсәт ителә. Был хәл быйыл март айында бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһындағы законға үҙгәрештәр индергәндә иҫәпкә алынды.
Динә АРЫҪЛАНОВА әңгәмәләште.