Лайыҡлы тормошҡа һәр кем хаҡлы21.11.2014
Лайыҡлы тормошҡа һәр кем хаҡлы
Башҡортостан Президентының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә республиканың киләһе йылдағы һәм артабанғы үҫеше өсөн төп йүнәлештәр билдәләнде. Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, ХХI быуат башы — “илдең яңынан тупланыу, иҡтисади ҡеүәтен нығытыу, социаль сәйәсәтте үҫтереү ваҡыты”.
Күп яҡлы социаль сәйәсәтте тормошҡа ашырыуҙың юлдары, башҡарылған эштәр һәм киләсәккә пландары менән уртаҡлашыуын һорап, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты ағзаһы Альбина БУРАНҒОЛОВАҒА мөрәжәғәт иттек.

— Альбина Ванцет ҡыҙы, республика Президенты Мөрәжәғәт­намә­һендәге­ һәр һүҙ, һәр йү­нәлеш тап һеҙҙең комите­тығыҙҙың эшмәкәр­легенә ҡағыла кеүек. Йыл­лыҡ документтағы бурыстарҙы атҡа­рыуҙы ниҙән башларға уй­лай­һығыҙ?
— Ысынлап та, Мөрәжәғәтнамәләге һәр фекер социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә, хеҙмәт кешеһенең хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлауға йүнәл­телгән. Бөгөн дә йыллыҡ документты ҡулға алып, ҡайһы бер йүнәлештәрҙе өр-яңы күҙлектән байҡап ултырҙым. Өҫтөнлөклө мәсьәләләр — элекке, әммә уларҙы хәл итеүҙең тәьҫирлерәк, уйланылған ысулдарын табыу зарур.
Республика башлығы беҙҙән бөтә билдәләнгән йүнәлештәр буйынса норматив хоҡуҡи нигеҙҙе ны­ғы­тыуға “планлы, маҡсатҡа ярашлы эш” талап итә. Президенттың “мөһим закон сығарыу башлан­ғыс­тарын тормошҡа ашырыуҙа һеҙҙең әүҙемлеккә һәм принципиаллеккә иҫәп тотам”, тип ышаныс белдереүе юҡҡа түгел.
Эште медицина реабилитациялауын ойоштороу буйынса эксперт советын үткәреүҙән башларға торабыҙ. Хеҙ­мәтте һаҡлау, эш биреүселәрҙең социаль яуап­лы­лығын арттырыу, хеҙ­мәт­кәрҙәрҙең һаулығын нығытыу сараларын камиллаштырыу буйынса етди бурыстар тора. Һәр йыл һайын производствола 80-гә яҡын ке­ше­нең һәләк булыуы, меңгә яҡын бәхетһеҙлек осрағы тер­кәлеүе, йөҙ меңдән ашыу кешенең зарарлы, хәүефле шарттарҙа хеҙмәт күрһәтеүе менән килешеп булмай, әлбиттә. Эшләүсе халыҡтың яртыһы тиерлек Социаль страховкалау фондына иғәнә күсермәй икән, тимәк, бәхетһеҙлек осраҡтарында уларҙың бер ниндәй түләүгә лә хоҡуҡтары булмай сыға. Ҙур проблеманы күтәрә Президент. Ә бит төп яуаплылыҡ — эш биреүсе иңендә. Табыш артынан ғына ҡыуып, күптәр персоналды уҡытмай, хеҙмәт шарттарын яҡшыртыуға аҡса бүлмәй.
Республикала уҙған йылдан алып 1 миллион 200 мең кешенең диспансерлаштырыу үтеүе ыңғай баһаланһа ла, был эште сифатлы, һөҙөмтәле итеү буйынса бурыстың ҡолас еткеһеҙ булыуы билдәле. Айырыуса ауыл халҡын диспансерлаштырыу күҙ уңынан ыс­ҡына. Был йәһәттән Рөстәм Зәки улының дәғүәһе, һис шикһеҙ, урынлы. Ғөмүмән, ауыл ерендә медицина хеҙмәт­ләндереүенең күсмә формаларын, күсмә модуль үҙәктәрен ҡулланыу, фельдшер-акушерлыҡ пункт­тарының матди базаһын нығытыу эшен йән­ләндереү кәрәк. Элегерәк дөйөм практика табиптарын әҙерләү мәсьәләһен ҡуҙғатып, баҙыҡ ҡына аҙым яһағандай булғайныҡ та, ни өсөндөр эш һүнеп ҡалды. Хеҙмәт инспекцияһы, профсоюз ойошмалары менән берлектә хеҙмәтте һаҡлау буйынса сараларҙы өр-яңынан ҡарап, социаль яуаплылыҡты күтәреү өҫтөндә мотлаҡ эшләйәсәкбеҙ. Документта һәр бурыстың аныҡ билдә­ләнеүе хәлде тамырынан үҙгәртергә мөмкинлек тыуҙырыр, тип уйлайым.
— Үткән йылғы отчет осоронда ғына комитет тарафынан Дәүләт Йыйылышына тикшереүгә 15 закон проекты һәм Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡарарҙарының алты проекты әҙерләп тапшырылған. Улар­ҙың ҡайһыһы һеҙҙең күңелгә айы­рыуса яҡын, ҡәҙерле?
— Тәү ҡарамаҡҡа закондар бик ҡоро, ҡәтғи тойолһа ла, уларҙың һәр береһе тормошобоҙҙо яйға һалыу, яҡлау, мохтаждарға ярҙам итеү, тормош шарттарын еңеләйтеү уйы менән һуға­рылған. Мәҫәлән, быйыл “Етемдәр һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы социаль яҡлау буйынса өҫтәмә гарантиялар тураһында”ғы Законға үҙгәрештәр индереү ошо категорияға ингәндәрҙең хоҡуҡтарын киңәйтте.
“Башҡортостан Республикаһында инвалидтарҙы социаль яҡлау тура­һында”ғы Закондың яңы редак­цияһында ярҙамға мохтаждарҙы ойошмаларҙа һәм өйҙә уҡытыуҙың положениелары бирелде, инвалидтарҙы эшкә алыу өсөн квоталар тураһындағы тәртип аныҡланды.
Ошо йәһәттән Мөрәжәғәтнамәлә предприятиеларҙа һәм ойошмаларҙа квоталарҙың аҙлығы, ни бары 70 процентҡа үтәлеүе хаҡында ла әйтелде. Инва­лидтарҙың эш урындарына ихтыяжын асыҡлайһы, уларҙы һөнәргә өйрәтеү, предприятиеларға урынлаштырыу буйынса эште ҡы­ҙыулатаһы ине.
Күптәр өсөн йәнһеҙ, ҡаты тойолған закондың һәр һүҙе, һәр һөйләме аныҡ, аңлайышлы булыуы һәм ғә­мәлдә үтәлеүе өсөн уның тәүҙә йөрәктә яралыуы, ныҡлы өйрәнелеүе шарт. Шуға күрә ҙур көс һалып әҙерләнгән ҡәтғи ҡанундарҙың һәр береһе күңелгә яҡын.
— Рәсәй Президентының “2012 — 2017 йылдарға балалар мәнфә­ғәтендәге ғәмәлдәрҙең Милли стра­тегияһы тураһында” Указы менән күптәр таныштыр. Ошо йә­һәттән етем, инвалид һәм ата-әсә ҡара­уынан мәхрүм ҡалған сабыйҙарҙың хәлен яҡшыртыу буйынса Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тарафынан закондарҙы камил­лаштырыуҙа ниндәй эш башҡарылды?
— Мәҫәлән, былтыр “Башҡортостан Респуб­ликаһында балаларҙы уллыҡҡа алыусы граждандарға бер тапҡыр бирелгән аҡсалата пособие тура­һында”ғы Законға үҙгәрештәр индереү һөҙөмтәһендә инвалид баланы ул­лыҡҡа алыусылар өсөн 100 мең һум күләмендә өҫтәмә пособие түләү ҡаралды. Шулай итеп, инвалидтарҙы уллыҡҡа (ҡыҙ итеп) алған ата-әсәгә бер тапҡыр түләнгән аҡса күләме 500 мең һумдан артты.
Ә быйыл етемдәрҙе һәм ҡарауһыҙ ҡалған балаларҙы социаль яҡлау буйынса өҫтәмә гарантияларға йәнә бер ярҙам — торлаҡҡа 50 мең һумға тиклем ремонт үткәреү хоҡуғы — өҫтәлде.
Ғаилә сәйәсәтен көсәйтеү маҡса­тында тәрбиәгә бала алған ата-әсә һәм патронат тәрбиәселәргә айлыҡ түләүҙе 6 150 һумға тиклем күтәреү буйынса законға үҙгәрештәр индерелеүе лә яҡшы булды. Өҫтәүенә балаларҙың инвалидлығына һәм йәшенә ҡарап, түләүҙәр күләме айырымланды. Мәҫә­лән, хәҙер үрҙә әйтелгән категорияға ярашлы тәрбиәселәрҙең хеҙмәтенә түләүҙәр ҙә артты. Өс йәшкә тиклемге сабыйҙарҙы үҙ ҡосағына алғандарға — 7 380, өс йәшкә тиклемге инвалид бала тәрбиәләүселәргә — 8 856, өс йәштән өлкәнерәк инвалидтарҙы ҡарағандарға 7 380 һум аҡса түләнә.
Балаларҙы тәрбиәләү өсөн бирелгән айлыҡ түләүҙәр ҙә арттырылды. 2014 йылдың 1 ғинуарынан өс йәшкә тиклемге баланы ҡарауға — 5 200, унан өлкәнерәктәргә — 5000, өс йәшкә тиклемге инвалидтарға — 6 240, ә унан ҙурыраҡтар өсөн 6000 һум күләмендә түләүҙәр ҡаралған.
— Ишетеүебеҙсә, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған сабый­ҙарҙы тәрбиәгә алған ата-әсәгә түләүҙәр ҙә киләһе йыл башынан артырға тейеш...
— Эйе, сабыйҙарҙы үҙ ҡосағына алған патронат ғаилә башлыҡтарына, опекундарға (попечителдәргә), тәрбиә­гә алыусыларға айлыҡ түләүҙәрҙе арттырыуҙы күҙ уңында тотҡан “Баш­ҡортостан Республикаһының айырым закон сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында” закон проектын ҡараныҡ. 2015 йылда ҡанунды тор­мошҡа ашырыуға тотоноласаҡ сы­ғымдар 67750 мең һум тәшкил итәсәк.
— Быйыл депутаттарҙың Рәсәй парламентына закон сығарыу буйынса ике тәҡдим менән мөрәжәғәт иткәнен ишеттек.
— Эйе, уларҙың берәүһе Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексына кесе йәштәге бала тәрбиәләгән яңғыҙ атайҙарға холоҡ төҙәтеү эштәрен ҡулланыуҙы сикләүгә ҡағыла. Икенсеһе — етемдәргә һәм ҡарауһыҙ ҡалған балаларға профессиональ йүнәлеш биреү, уларҙы һөнәргә өйрәтеү һәм эшкә урынлаштырыу буйынса бурысты халыҡ мәшғүллеген тәьмин итеү хеҙмәттәренә йөкмәтеү буйынса үҙгәрештәр индереү тураһында.
— Ғаиләгә ҡағылышлы закон­дарҙы камиллаштырыу буйынса эште нисек баһалайһығыҙ?
— Ҡоролтай депутаттары был йә­һәттән дә әүҙемлек күрһәтә. “Рәсәй Федерацияһының Ғаилә кодексы”н яҡшыртыуға үҙ өлөшөбөҙҙө индерҙек тип әйтә алам. Бөгөн көн ҡаҙағында торған йәнә бер мәсьәлә тынғылыҡ бирмәй — ауыр тормош хәлендә ҡалған балалы ғаиләләрҙе социаль яҡлау буйынса федераль кимәлдә берҙәм дөйөм стандарттарҙы ҡабул итергә кәрәк. Маҡсат — илдең ниндәй төбәгендә йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, уларҙың хоҡуҡтарын тигеҙләү. Беҙ­ҙеңсә, Рәсәй закондары тарафынан төбәктәр бюджеты иҫәбенә күрһәтелгән социаль ярҙамдың минималь күләме һәм дәүмәле раҫланырға тейеш.
— Үрҙә телгә алынған Милли стратегияны тормошҡа ашырыу буйынса Рәсәй Хөкүмәтенә индергән тәҡдимдәрегеҙ тураһында ла ишетке килә.
— Киләсәктә урындағы әһәмиәткә эйә мәсьәләләр исемлегенә ауыр хәл­дәге ғаиләләргә ярҙам күрһәткән попечителлек советтары төҙөү тураһын­дағы полномо­чиеларҙы индереү мө­һим, тип иҫәпләйбеҙ. Был эште ойоштороу өсөн граждандарҙың муниципаль иҫәбе кәрәк. Ғаиләгә хоҡуҡи һәм социаль мәсьәләләрҙе аңлатыу буйынса бушлай мәғлүмәт-консультация хеҙмәттәре ойоштороу ҙа яҡшы булыр ине.
— Ҡанундарҙың тормошобоҙҙа сағылыш табыуы өсөн яуаплы ведомстволарҙың ҡулға-ҡул тотоноп, үҙ-ара аңлашып эшләүе мөһим. Был йәһәттән һиҙелерлек үҙгә­рештәр күҙәтеләме?
— Һис һүҙһеҙ, башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдарының ведомство-ара ныҡлы бәйләнеше һөҙөм­тәһендә тыуымды арттырыу, сабыйҙар үлемен, ҡарауһыҙ балалар һанын кәметеүгә һәм бәлиғ булмағандар тарафынан ҡылынған енәйәттәрҙе аҙай­тыуға өлгәшә алдыҡ та инде.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә сәләмәтлек мөмкинлектәре сиклән­гән балалар ҙа етерлек. Уларҙың көнкүреш шарттарын, социаль хә­лен яҡшыртыу буйынса ниндәй ҡанундарға таянырға була?
— 2012 — 2017 йылдарға иҫәп­лән­гән Милли стратегияға, “Баш­ҡортостан Республикаһында ин­валид­тарҙы социаль яҡлау ту­раһында”ғы Законға ярашлы, кескәй­ҙәрҙе социалләштереү һәм етемдәрҙең белемгә, мәшғүллеккә, ялды ойош­тороуға хоҡуҡтарын нығы­тыу йүнәле­шендә эш әүҙем бара.
Яңы ғына “Башҡортостан Респуб­ликаһында граждандарҙы социаль хеҙмәтләндереү тураһында”ғы закон проектын икенсе уҡыуҙа ҡабул иттек. Ошо мөһим документ тарафынан дәүләт власы органдарының полномочиелары нығытылды, ярҙамға мохтаж­дарға күрһәтелеүсе социаль хеҙмәттәр исемлеге раҫланды, уларҙы кемдәрҙең бушлай алыуға хоҡуғы булыуы бил­дәләнде.
Ошо закон проектына ярашлы, бәлиғ булмаған балаларҙың бушлай социаль ярҙам алыусылар исемлегенә инде­релеүе менән ҡәнәғәтлек кисерәм, сөнки быға тиклем бындай хоҡуҡтан өлкәндәр генә файҙаланды.
— Һуңғы йылдарҙа балалар йорт­тарының кәмеүен күрәбеҙ. Бер яҡ­тан, был күренеш һөйөнөс тыу­ҙыр­һа, икенсе яҡтан, заманында балалар баҡсаларын, һөнәр биреү училищеларын ҡыҫҡартыуға бәйле алынған һабаҡ һеҙҙе һағайтмаймы?
— Әле республикала 24 балалар йорто иҫәпләнә (2010 йылда — 29). Уларҙың аҙайыуы етемдәрҙе ғаилә­ләргә тәрбиәгә биреү формаһының үҫешеүенә бәйле. Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандар һаны ла бер аҙ кәмене — 16,2 мең етем. Шуларҙың 89 проценты ғаиләләргә тәрбиәгә бирелгән.
Ғөмүмән, балалар өсөн тәғәйен­ләнгән дәүләт ҡарамағындағы социаль объекттарҙы үҙгәртеп ҡороу, яңыртыу йәки бөтөрөү тураһында ҡарар ҡабул итеү махсус комиссия һығымтаһы нигеҙендә генә рөхсәт ителә. Был хәл быйыл март айында бала хоҡуҡ­тарының төп гарантиялары тура­һындағы законға үҙгәрештәр индер­гәндә иҫәпкә алынды.

Динә АРЫҪЛАНОВА әңгәмәләште.



Вернуться назад