Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Төбәк ырыҫы – йүкә урманында
Төбәк ырыҫы –  йүкә урманында
Күптән түгел Ғафури районы хакимиәтендә умартасылар йыйылышы булды. Кәңәшмәлә урындағы етәкселәр, Канаданан килгән Михаил Куцый, Башҡортостандың төрлө райондарынан, шулай уҡ сит өлкәләрҙән һәм республикаларҙан ҡунаҡтар ҡатнашты.


Район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа Ғафуриҙа умартасылыҡ тотороҡло үҫешә. Шул уҡ ваҡытта тармаҡтың һөҙөмтәлелеген күтәреү, продукциянан килем ала башлау көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Был йәһәттән илдәге, донъялағы алдынғы тех­нологияларҙы ҡулланыу мөһим. Мәҫәлән, Стәрлета­маҡтан Рөстәм Резбаев күптән инде Канада технологияһы буйынса эш итә, тонналап бал етештерә. Йыйылышҡа ул хужалығы менән яҡынданыраҡ таныштырыу маҡсатында видеофильм төшөрөп алып килгәйне. Йүнселдең умарталығында 700 – 800 баш күс иҫәпләнә. Унда сит илдә етештерелгән йөк тейәгестәр эшләй. Улар ярҙамында бер юлы дүрт дәдәнде корпустары менән бергә күтәреп, оҙон арбалы “КамАЗ” автомашинаһына тейәргә мөмкин. Бындай техника эштең ҡыҙыу осоронда умарталарҙы бер урындан икенсеһенә тиҙ арала күсереп алып китергә мөмкинлек бирә. Кәрәҙле рамдарҙы берәмләп түгел, ә корпустары, магазиндары менән бергә тейәп алып китәләр ҙә махсус амбарҙа балын һарҡытып алалар. Канада технологияһы буйынса был эште бер нисә көндә атҡарып сығырға мөмкин. Кәрәҙле рамдарҙың ҡыналарын алыу өсөн дә махсус станок ҡулланыла, ул да ваҡытты экономиялай.
Канаданан килгән умартасы Михаил Куцыйҙың әйтеүенсә, Канада климаты Башҡортостандыҡынан әллә ни айырылмай. Тәбиғәт шарттары, бал биргән үҫемлектәрҙең күплеге йәһәтенән уртаҡлыҡтар байтаҡ, әммә өҫтөнлөк – Башҡортостан яғында. Республикабыҙҙың йүкә урмандарына бай булыуы юғары сифатлы бал етештерергә мөмкинлек бирә. Тик уны тулыһынса файҙаланмайҙар. Мәҫәлән, беҙҙәге умартасылар һәр күстән уртаса 30 – 35 килограмм бал алһа, Канадала 60 килограмм етештереү ғәҙәти күренеш иҫәпләнә. Заманса технологиялар ярҙамында өлгәшәләр бындай уңышҡа. Беҙҙә иһә ата-бабаларыбыҙҙың алымдары ҡулланыла. Эш ҡоралдары ла үҙгәрмәгән. Барыһы ла ҡул көсө менән башҡарыла, шунлыҡтан балдың үҙҡиммәте лә юғары.
Михаил Куцый үҙ хужалығындағы 800 баш умартанан йылына 50 тонна бал етештерә һәм уны күмәртәләп һата, 200 мең доллар (9,2 миллион һум самаһы) аҡса эшләй. Бынан тыш, үҙенең фасовкалау цехы бар. Уның белдереүенсә, Башҡортостандан йылына 200 тонна бал һатып алырға мөмкинлеге бар. Тик бының өсөн Канада закондарына яраҡлашыу талап ителә.
Донъя баҙарындағы хаҡтар менән дә таныштырҙы Михаил Куцый. Канадала асыҡ төҫтәге балдың 1 килограмы 4,2 доллар тора. Унда умартасылар кооперативтарға берләшеп, продукцияны бер урынға туплап, күмәртәләп һатырға ғәҙәтләнгән.
– Беҙҙә балды байтаҡҡа күберәк етештереү мөмкинлеге бар. Байлыҡ аяҡ аҫтыбыҙҙа ята, уны дөрөҫ файҙаланып, аҡсаға әйләндерергә генә кәрәк. Илебеҙ нефть кенә түгел, бал һатыу буйынса ла донъяла алдынғылар рәтенә сығырға тейеш, – тине район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров, йыйылышты йомғаҡлап.



Автор: Самат ҒӘЛИУЛЛИН. Район: Ғафури районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 5

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 7

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 6

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә