Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Теҙген ныҡ булһа, ғаилә лә имен”
“Теҙген ныҡ булһа, ғаилә лә имен”
Баймаҡ районының Һәмән ауылында яңы тормош ҡорған Фәүзиә менән Мостафа Сабитовтар ғаиләһендә 1923 йылдың 23 ғинуарында, ата-әсәне һөйөндөрөп, ҡыҙ бала донъяға килә. Уға Файза тип исем ҡушалар.


1936 йылдың көҙө. Ергә ап-аҡ ҡар түшәлгәс, ауылдарҙа көтөп алынған кү­ңелле һуғым мәле етә. Халыҡ, ҡышҡы­лыҡҡа һимерткән малын һуйып, ҡаҙан тултырып аш бешерә. Ҡош-ҡортто, мал-тыуарҙы күп аҫраған Мостафа ла, бау-арҡандарын әҙерләп, һуғымлыҡ малын ергә йыға. Әммә ғаилә ағзаларына был иттән ауыҙ итергә насип булмай: 33 йәшлек ирҙе ҡулға алалар, уның менән бергә яңы һуйылған ит тә, мал-тыуар ҙа тейәлеп ҡайҙалыр оҙатыла. Шулай итеп, һәүетемсә генә донъя кө­төп ятҡанда, Сабитовтарҙың өйөнә ҙур ҡайғы килә. 31 йәшлек Фәүзиә өс ҡыҙы менән тороп ҡала: өлкәне IV класта уҡый, уртансы ҡыҙына – алты йәш, кесе­һенә алты ай ғына. Мостафа төрмәлә йәш ғүмеренең ун йылын үткәрәсәген бел­мәй әле…
Ғәҙелһеҙлек әсә менән ҡыҙҙарҙың тормошон ҡатмарлаштыра. Билал ауы­лы мәктәбендә уҡып йөрөгән Файзаны бер көн ҡыуып ҡайтаралар. “Төрөмщик балаһын уҡытмайбыҙ”, – тип аңлата мәктәп директоры. “Хәҙер ауылдан да ҡыуырҙармы икән?” – тип хафаланып, әсә кеше документ юлларға Асҡарға юллана. Ҡыҙҙы башҡа уҡырға алмай­ҙар. “Төрөмщик ҡатыны”ның бер ҡайҙа ла һүҙе үтмәй: Фәүзиәгә тормоштоң әсе-сөсөһөн күп татырға, ҡайҙа ауыр, ҡара эш – шунда йөрөргә тура килә. Файза тиҙҙән үҙе лә фермала ең һыҙ­ғанып эшләй башлай. Бригадир уға ҡәләм-дәфтәр тоттороп, келәткә килгән һәр бөртөк игенде үлсәп, яҙып барырға ҡуша. Халыҡ аслыҡтан интеккән, бер ус иген өсөн ғәзиз баштар төрмәгә оҙатыл­ған заман…
Нахаҡтан рәнйетелгән Файзаның тырышып, ирҙәрсә ер һелкетә баҫып, көслө ҡулдары менән бер эште айырмай башҡарғанын бригадир күрә йөрөй. Шул көндәрҙә Фрунзе исемендәге кол­хозға МТС-тан бер ир кеше килеп, ҡыҙ һәм егеттәрҙе механизаторҙар курсына уҡырға барырға саҡыра. Бригадир ҙа Файзаны трактор йөрөтөргә өндәй. Әсәһе ҡаршы төшһә лә, ҡыҙ 1940 йыл­дың ғинуарында хәҙерге Әбйәлил ра­йонындағы Әлмөхәмәт ауылына уҡырға китә. Тәү ҡарамаҡҡа ҡурҡыныс күренгән уҫлаптай “тимер ат”ты ла йөрөтөргә өйрәнә Файза. Был мәлдә яҙҙың тәүге айы башланып, Әлмөхәмәттә сәсеүгә әҙерләнгән осор бара. Ҡыҙҙарға берәр техника биреп, ауылдарына оҙаталар.
Тракторсылар ҡараңғы төшөүгә генә Һәмәнгә ҡайтып етә. “Тимер ат”тың өй эргәһенә туҡтауы була, күрше-тирәләге әбей-һәбей, ҡайһыһы – сынаяҡ, ҡайһы­ныһы сеүәтә тотоп, майшәмдәренә ҡо­йорға кәрәсин һорап килә. Бөтөн ауыл халҡы техниканы күрергә ағыла.
Колхозда барыһы бер трактор һәм бер комбайн ғына. Тәүгеһен Файза йө­рөтһә, икенсеһендә Билалдан атаҡлы Абдулла мулланың улы Шәһитулла Юламанов атлы егет эшләй. Йәштәр 1942 йылда өйләнешеп, “механизатор­ҙар ғаиләһе”н ҡора.
Илебеҙҙә ҡәһәрле һуғыш бара, ха­лыҡтың көнитмеше ауыр, ауылдарҙа – ҡарт-ҡоро, ғәрип-ғөрәбә ир-ат, ҡыҙ-ҡырҡын, бала-саға ғына. Ҡайһы бер ғаиләләрҙән бер юлы аталы-уллы өсәр-бишәр ир фронтта. Күбеһе шул китеү­ҙән әйләнеп ҡайтмай. Шәһи­тулланы, аяғы зәғиф булғанлыҡтан, һуғышҡа алмайҙар. Ирле-ҡатынлы Юламановтар таң һарыһынан ҡара төнгәсә колхозда эшләй.
1944 йылда уларҙың Рәйсә исемле ҡыҙҙары донъяға килә. Ә колхозда Файзанан башҡа тракторсы юҡ. Хеҙмәтте һәр саҡ алға ҡуйған Файза, сепрәккә төрөлгән ике айлыҡ Рәйсәһен “тимер ат”тың кабинаһына һалып, ең һыҙғанып эшкә тотона. Балаға ситәндән яҙа-йоҙа әтмәләп ҡуйылған сәңгелдәктә лә ятыр­ға тура килә. Ул саҡтағы хужалыҡ етәк­сеһе Ғәлләмов ағай Файзаны, ар­ҡа­һы­нан ҡағып, “маладис” тип дәртләндерергә лә онотмай.
Һуғыш ваҡыты булһа ла, халыҡ тө­шөнкөлөккә бирелмәҫкә тырыша. Бар ауырлыҡты бүлешеп йәшәй ауылдаштар. Колхозсыларҙы дәртләндереү, ҡе­үәт биреү маҡсатынан мәктәптә концерт ойошторалар, ҡыҙыҡлы тамашалар әҙер­ләйҙәр, таҡмаҡ әйтешәләр. Файза менән Шәһитулла Юламановтарға ар­налғандары ла була:
Юламанов – комбайнер,
Ә бисәһе — тракторист.
Хәҙер военный время —
Шулай булырға тейеш.
Юламандың тракторы
Юл буйында ултыра.
Уңған егет ул, һәр саҡ
Заданиеһын тултыра.
Һуғыш тамамланып, бер йыл үткәс, ниһайәт, әллә күпме ыҙа сигеп, Фай­заның атаһы Мостафа Сабитов ҡайтып төшә. Шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ кисе­рә­ләр. Ошо уҡ йылда Файза менән Шә­һитулланың улдары Дамир донъяға килә. Бәпескә бер ай тигәндә, әсә тағы тракторына ултыра, балаһын үҙе менән алып, эшкә сыға. Шулай итеп, ул тиҫтә йыл ғүмерен тракторсы һөнәренә бағышлай.
Юламановтар татыу, берҙәм йәшәй. 1963 йылда улар ете балаға атай-әсәй була. Билал ауылында өй һалып сы­ғалар. Файза хәҙер һигеҙенсе балаһы­ның яҡты донъяға килеүен көтә. Йәй мәле. Юламановтар өлкән ҡыҙҙары Рәйсәне кейәүгә биргән була, үҙҙәре ең һыҙғанып бесән әҙерләү менән мәшғүл. Бәлә һис уйламағанда килә: бесән сабып йөрөгәндә Шәһитулланы ҙур һағыҙаҡ (халыҡ драж тип йөрөтә) саға. Бөжәктең ағыуы үлемесле булып, ирҙе мәңгелек донъяға алып китә. 1964 йылда Әлфиә донъяға килә.
Бәләкәстәрҙе аяҡҡа баҫтырырға, етмәһә, бура күтәреү өсөн бурысҡа алынған аҡсаны түләргә, үҙҙәренә йә­шәргә кәрәк. Йәнгелдә электрик булып эшләгән өлкән улы Дамирҙың ярҙа­мы­на өмөтләнеп, уны үҙенең янына ҡай­тарып ала әсә. Ғаилә башлығы вафат булыуға бер йыл тигәндә, Юламанов­тарға тағы ҡайғы килә. Электр бағана­ларын йүнәтеп йөрөгәндә, фажиғәгә юлығып, Дамир яҡты донъя менән хушлаша...
Ҙур ҡайғылар кисергән ҡатын һәр ҡыҙын “уҡырға барығыҙ, кеше булыр­һығыҙ” тип өйрәтә. Балаларының һәр береһе йәне теләгән һөнәрен һайлай. Бөгөн уларҙың күбеһе хаҡлы ялда. Файза инәйгә лә 91 йәш тулды. Ул төп йортта улы Мөнирҙең ғаиләһе менән 18 йыл бергә донъя көтә, дүрт ейәне лә ошонда тыуа. Йәштәр атай йорто янына өй һалып, башҡа сыҡҡас, инәйҙең эргә­һендә ҡыҙы Фариза ҡала.
– Урыҫса бер ауыҙ һүҙ белмәгән көйө Өфө ҡалаһына сығып китсәле, – тип хәтирәләргә бирелә Файза инәй. – Иртә менән барып етәм, кискелеккә кире ҡайтырға кәрәк. Эй, балаларҙы уҡытыр­ға тырыштым, Аллаға шөкөр, барыһы ла белемле, яҡшы урында эшләне. Ейән-ейәнсәрҙәремдең дин юлында булып, эскелек, тәмәке көйрәтеү кеүек насар ғәҙәттәргә ынтылмауына һөйө­нәм.
Инәй әле лә элеккесә гөрләтеп донъя көтә. Алты һыйыры, бейәләре бар, урам тулы – ҡош-ҡорт. Улы Мөнир менән йә­нәш йәшәгәс, уларҙы бергәләп тәрбиә­ләйҙәр. Күптән түгел бесән сабыу өсөн трактор, сапҡыс алғандар.
Файза инәйҙең бөгөнгө бәхетенә көнләшерлек. Уның ейән-ейәнсәрҙәре генә түгел, бүлә-бүләсәрҙәре, хатта тыуа-тыуасарҙары ла бар. Инәйҙән оҙон ғүмерле булыу серен һорашам, ун йыл трактор йөрөткән ҡатын-ҡыҙҙың һаулығы ҡоростай булыуы ғәжәплән­дерә.
– Мин бер ҡасан да оҙаҡ ауырыманым, – ти ул. – Тракторҙа эшләгән ва­ҡытта, свеча ырғып китеп, күкрәгемде яндырғанда ла табиптарға күренмәнем. Тәрән яра эҙе ҡалды, әлбиттә. Һәр ва­ҡыт хәрәкәттә булдым, бер көн дә эшһеҙ торманым, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәнем. Бар хәлемсә донъя кө­төргә тырыштым. Оҙон ғүмерле булыуым нәҫелдән киләлер, тип уйлайым. Олатайым – йөҙ йәшендә, өләсәйем йөҙҙө үтеп вафат булды. Атайым да, төрмәгә эләгеүенә ҡарамаҫтан, 87 йәш­кә тиклем ғүмер кисерҙе.
Тик ултыра торғандарҙан түгел ағи­нәйебеҙ. Ҡул машинкаһында йәһәт кенә кәрәкле әйберҙәрен тегеп ала, бәйләм бәйләй. Ҡыҙыҡ хәбәрҙәрен һөйләп көл­дөрә, тормошта күргән ауырлыҡ­тарын да иҫтән сығармай. Яҙмыш ҡушыуы шулайҙыр, ахыры. Ғәҙәттә, башта ауыр­лыҡтарҙы күп күрһәң, аҙаҡтан еңелерәк була, тиҙәр бит. Шулайҙыр, ямғырлы-йәшенле көндән һуң да ҡояш ҡалҡып, йәйғор күтәрелеп, ерҙәр сафланып ҡала бит. Күрше-тирәгә ҡунаҡҡа барған­да, күстәнәс-бүләктәрен ҡултығына ҡыҫ­тырып, таҡмаҡтарын әйтә-әйтә бе­йеп килеп ингән инәйҙе күреп, нисек һоҡланмайһың!
Бейе, тиҙәр, бейе, тиҙәр,
Бейеп булыр тиһеңме?
Аяҡ бер тыпырҙап китһә,
Туҡтап булыр тиһеңме?
Һәр урында ла яҡшы һүҙе, абруйы бар ветерандың. Ҡатыраҡ әйтһә лә, хаҡы бар: ауылдың иң өлкән кешеһе бит ул. “Өйҙәге иреш-талаш етешһеҙ йәшәгәндән сыға, – ти ул, тормош тәж­рибәһе менән уртаҡлашып. – Ғаилә ҡорор алдынан кешене һынап ҡарарға кәрәк. Хәҙер күп йәш ғаиләләрҙә ирҙәр ҡырҙа эшләй, өсәр-дүртәр айға юғалып тора. Бер ҙә дөрөҫ түгел. Ғаилә ҡорғас, бергә йәшәргә кәрәк, юғиһә күңелдәр­ҙең һыуыныуы ихтимал. Донъяны ҡа­тын-ҡыҙ тота. Теҙген ныҡ икән, ғаи­ләләр имен, балалар тәртипле була”.
Ваҡытында трактор йөрөтөү генә түгел, бағана ултыртып, калун балтаһы менән утын ярған Файза инәйҙең тормош юлын күҙ алдына килтереп, әллә күпме фәһем алырға мөмкин. Донъя­быҙҙың ныҡлы тотҡаһы бит улар. Ал­дағы көндәрең дә яҡты, имен булһын, ағинәй!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 771

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873