Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йөрәккә сал кермәй
Йөрәккә сал кермәй
“Бик матур ғаилә”. Шулай тигәйнеләр Благовещенда Мөхәрәмовтар тураһында. Үҙҙәрен күрмәҫ элек үк бының шулай икәнен самаланым, сөнки Йәшел урамдағы күркәм йорт алды сәскәләргә күмелгәйне. Гүзәллеккә ғашиҡ кешеләр үҙҙәре лә пак, саф күңелле була.


Беҙҙең гәзиттең дуҫтары ҡыҙыҡлы яҙмышлы булып сыҡты. Миәкә районының Бикҡол ауылында тыуып буй еткерһәләр ҙә, Сәғит Миңлеғәзим улы – инженер, Сания Миңләхмәт ҡыҙы табип рәүешендә был яҡҡа килеп төпләнә. Ғүмер буйы тырышып эшләп, ике ҡыҙ үҫтереп, хаҡлы ялға сығалар. Бына шунда иркенләп яратҡан шөғөлдәренә тотоналар ҙа инде. Баҡһаң, уларҙың ата-бабалары бал ҡорто үрсеткән. Мөхәрәмовтар ҙа гел ошо турала хыялланған, әммә донъя мәшәҡәттәре быға юл ҡуймаған.
Хәҙер ике тиҫтә йыллап инде райондың Яблочный ауылында умар­та­лыҡ тоталар. Ваҡытында күс һаны 150-гә лә еткән. Олоғайыу сәбәпле генә 60-ҡа ҡалдырғандар. Әм­мә йөрәккә сал кермәй әле.
– Үҙебеҙ өсөн генә 10-15 умарта менән сикләнеп, бөтөрәйек тибеҙ ҙә, йәл шул. Өфөнөң Орджоникидзе исемендәге майҙанында уҙған йәрминкәләргә йөрөйбөҙ. Әлдә ай тирәһе элек унда ауыл етештереү­селәре өсөн тимер ангар төҙөп ҡуйҙылар. Тик, бығаса бушлай булған һатыу урындары түләүлегә әйләнә, тип иҫкәрттеләр. Унда былай ҙа урын өсөн мәхшәр ҡуба: ҡариҙелдәр, асҡындар, борайҙар, мишкәләр кистән килеп, машиналарында ҡунып ята. Беҙ, яҡын йәшәгәс, көнөндә таңғы сәғәт 5-кә барып етәбеҙ. Ярай әле быйыл йәрминкәләр иртә, август аҙағында уҡ, башланды. Әле ике тоннанан артыҡ бал һаттыҡ. Ләкин тауарға хаҡ түбән – килограмы 200 һум, ә бит бал ҡорто тотоуы мәшәҡәтле! Химик матдәләр ҡушылған печенье-прәник шул сама тора. Тәбиғи ризыҡты алығыҙ, тимен һатып алыусыларға, исмаһам, диабет менән сирләүселәр аҙыраҡ булыр арабыҙҙа, – ти Сания апай. Уның һүҙҙәрен Сәғит ағай ҙа йөпләй:
– Быйыл йәшелсә-фәлән уңышы ҡыуандырмаһа ла, бал һәйбәт булды. Уның сифаты ла яҡшы, сөнки климат үҙгәрә, тәбиғәттең ҡырыҫлығы кәмей төшә. Мәҫәлән, элек беҙҙә йүнләп күренмәгән айыу көпшәһе, боланут күкрәп үҫә, ә улар һутҡа бай.
Мал көткән ашҡа туйыр, тиҙәр. Мөхәрәмовтар умарта тотоуҙан ярайһы уҡ килем дә ала. Шуның менән ҡыҙҙарына үҙ эштәрен асырға ярҙам да иткәндәр. Гүзәл теш табибы булһа, Айгөлдөң шәхси бөҙрәханаһы бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаиләлә ҡортсолоҡ кәсебен дауам итеүсе юҡ. Йәл, күпме көс, күңел һалынған эште юҡҡа сығарсы әле... Бәлки, аҙ ғына түҙер­гәлер – ейәндәр үҫеп килә бит!
Әйткәндәй, Сания апайҙың атаһы Миңләхмәт Миңлебай улы Миңлебаев рухы алдында ла баш эйергә бурыс­лыбыҙ. Баһадир кәүҙәле һалдатты Беренсе донъя һуғышында командирҙар хәрби белем алырға өндәй. “Остоҡ та грамотам юҡ бит”, – тип баш тартһа ла, Бәләбәйҙән фронт­ҡа оҙатҡанда Зәки Вәлидиҙең “Баш­ҡорт халҡының исемен тарихҡа алтын хәрефтәр менән яҙайыҡ!” тигән са­ҡырыуына тоғро ҡалып йәшәй. Инвалид булып ҡайтҡан Миңләхмәт, Бөйөк Ватан һуғышына алмағастар, мал, бал ҡорто тотоп, 50 мең һум аҡса йыя ла уны Ҡыҙыл Армияға самолет төҙөр өсөн тапшыра. Баш командующий Сталиндан уның исеменә килгән рәхмәт хаты иһә бөгөн Өфөләге Хәрби Дан музейында һаҡлана.
...Сания апай биш ай элек кенә күҙенә операция яһатһа ла, Сәғит ағай Интернет ҡулланһа ла, гәзитһеҙ нисек йәшәмәк кәрәк тип, күҙ алдында киләһе йылға подписканы оҙайтып ҡуйҙылар. Был йорттан кәйефләнеп сыҡтым. Ни әйтәһең, күркәм ҡылыҡлы матур кешеләр йәшәй.



Автор: Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА Район: Благовещен ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 5

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 7

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә