Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Теләһәк, булдырабыҙ!
Теләһәк, булдырабыҙ!
Августың һуңғы аҙнаһының йома кисендә республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш биләмәләре аша үткән ғәрәсәт Краснокама, Ҡалтасы һәм Яңауыл райондары ауылдарына ҙур ҡаза килтергәне тураһында хәбәр иткәйнек инде. Фажиғә һөҙөмтәһендә 500-гә яҡын шәхси йорт, төрлө тәғәйенләнештәге тиҫтәләгән торлаҡ-коммуналь, ауыл хужалығы һәм социаль объект етди зыян күрҙе, йөҙләгән ғаилә өй-ҡураһыҙ ҡалды. Дөйөм матди юғалтыуҙар бәйәһе бер нисә миллион һумдан ашты. Дауылдан һуң тәүге сәғәттәрҙә үк бәләгә тарығандарға кәрәкле ярҙам күрһәтелде. Һәр ерҙә ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөү, ҡәҙимге тормошто яйға һалыу һәм төҙөкләндереү эштәре йәйелдерелде. Әйтергә кәрәк, тәбиғәт көтмәгәндә килтергән был ауыр хәл алдында бер кем дә яңғыҙ ҡалманы: урындағы хакимиәттәр ойошторған эштәргә бөтөн республика ҡушылды, күп мәшәҡәттәрҙе Хөкүмәт үҙ иңенә алды.


Теләһәк, булдырабыҙ!Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов икенсе көндә үк ваҡиға урынында булды, тейешле хеҙмәттәр һәм тармаҡ министрлыҡтары вәкилдәре, ҡаза күргән райондар етәкселәре менән кәңәшмә үткәреп, ғәрәсәт эҙемтәләрен бөтөрөү йүнәлештәрен тикшерҙе. Йорт-ҡураһыҙ ҡалған халыҡты торлаҡ менән тәьмин итеүҙең тәғәйен ваҡыттары билдәләнде, һәм республика төҙөлөш комплексы алдына аныҡ бурыстар ҡуйылды. Дауыл уҙған ауылдар артабанғы ике айҙа ысын мәғәнәһендә ҙур төҙөлөш майҙанына әүерелде. Бер нисә көн эсендә һәр торлаҡ, емереклектәрҙән һәм башҡа сүп-сарҙан таҙартылып, кәрәкле тикшереү үтте. Төҙөкләндереүгә яраҡлыларында шунда уҡ тейешле эш йәйелдерелде. Ҙур ҡаза күргән йорттарҙы тулыһынса һүтеп, урынына яңыларын һалдылар. Эшкә урындағылар менән бер рәттән республиканың төрлө тарафынан, күрше төбәктәрҙән байтаҡ төҙөлөш ойошмаһы йәлеп ителде. Дөйөм бәлә эҙемтәләрен бөтөрөүгә үҙ теләге менән ҡушылғандар ҙа күп булды. Теләһәк, булдырабыҙ!
Телгә алынған өс район ауылдары араһында дауылдан сағыштырмаса күберәк зыян күргән Ҡарый урамдарын бөгөн танырлыҡ түгел. Заманса материалдарҙан һалынған һәм элеккеләренә ҡарағанда күпкә матур өр-яңы йорттар, хужаларына шатлыҡ өҫтәп, күҙҙе иркәләп ултыра. Ҡайһы бер ихаталарҙа төҙөкләндереү эштәре тулыһынса тамамланмаһа ла, хужалар бөгөн йылы өйҙәрҙә көн күрә, ауылда йорт-ҡураһыҙ ҡалған ғаилә юҡ.
Урындағы хакимиәт вәкилен дә, башҡа кешене лә йәлеп итмәй, урамдарҙың яңы күренешенә һоҡланып йөрөп сыҡтым. Юҡ, юғалмаған әле беҙҙә мохтаждарға ил менән ярҙам итеү кеүек матур һәм изге йола! Республика етәкселегенең “бәләгә тарығандарҙы һалҡындарға тиклем торлаҡ менән тәьмин итергә” тигән күр­һәтмәһенең ваҡытынан алда үтәлеүе лә “теләһәк – булдырабыҙ!” тип ауыҙ тултырып әйтергә мөмкинлек бирә.
Ҡарыйҙың көньяҡ-көнбайыш ситендәге урам Мари иленең халыҡ яҙыусыһы Александр Юзыкайн исемен йөрөтә. Әҙип бынан биш саҡрымда ятҡан күрше Янаҡтай ауылында тыуып үҫкән. Көслө ғәрәсәт, нәҡ шул яҡта башланып, Ҡарый урамдары аша төньяҡ-көнсығышҡа, Яңауыл районы тарафына йүнәлгән. ...Урам башындағы йорт алдында туҡталдым. Хужалары — Светлана менән Дмитрий Ба­шинскийҙар — ихлас ҡаршыланы. Улар “Экопан” фирмаһы һалған яңы йорттарын үҙҙәре ҡыҙыл кирбес менән көпләгән. Төҙөүселәргә бер дәғәүәләре лә юҡ. Ҡарый мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгән Светлана Сергеевна ҡазаның тәүге минуттарынан бөтөн ауыл халҡына ярҙам ҡулы һуҙған район һәм республика етәкселегенә, төҙөкләндереүҙә ҡатнашҡандарға, бәләгә тарығандарҙың хәленә ингән барлыҡ кешеләргә гәзит аша ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткереүҙе үтенде.
Йәштәр урамында йәшәгән хаҡлы ялдағы Нина Шуматбаева менән Валерий Мандышаевтарҙы ихата алдын тәртипкә килтергән ваҡытта тап иттем. Дауыл уларҙың йорт ҡыйығын осороп алып киткән булған. “Башнефтепромстрой” тресы биргән материалды ҡулланып, туғандары һәм дуҫтары ярҙамында өйҙө тиҙ арала тәртипкә килтереп тә ҡуйған хужа.
— Тәбиғәт ғәрәсәте көтмәгәндә килә шул, – тип һөйләп алды Валерий Иванович. – Ябырылған бәләнән ҡотолоу өсөн төрлө яҡлы ярҙам алдыҡ. Рәхмәттән башҡа нимә әйтәһең инде. Республика башлығы икенсе көндө үк ауылға килеп, һәр кем менән дә ихлас аралашты, тынысландырҙы. Ике ай тигәндә ауылды яңыртып та ҡуйҙылар.
Тыныслыҡ урамында йәшәгән Кузьминдар менән дә аралаштым. Улар ете бала үҫтергән. Өлкәндәренән өсәүһе үҙаллы тормош көтһә, башҡалары уҡып йөрөй.
Теләһәк, булдырабыҙ!— Социаль торлаҡ итеп бирелгән ағас йортобоҙ бик иҫкергәйне, – тине хужабикә Ирина Александровна. – Дауыл уның түбәһен алып китте, эстән дә тотошлай тиерлек емерҙе. Ҡыҫҡаһы, өй йәшәрлек хәлдә түгел ине, тикшереп ҡарағас, уны хатта яңыртып булмаясағы асыҡланды. Рәхмәт етәкселәргә, “Термохольц” фирмаһы эшсәндәренә – тиҙ арала өр-яңы йорт һалып бирҙеләр. Ҡыуанып бөтә алмайбыҙ.
Ысынлап та, бурсанан күтәрелеп, матур итеп көпләнгән йорт һоҡланып туймаҫлыҡ. Дөйөм майҙаны 64 квадрат метр булған торлаҡ электр менән йылытыла, иҫкеһе менән сағыштырырлыҡ та түгел.
Теләһәк, булдырабыҙ!Ирина Александровна әле фермала эшләй, быға тиклем ире менән ауыл клубында кино күрһәткән. Райондың мәҙәниәт тармағы хеҙмәткәрҙәренең элекке һөнәрҙәштәрен бәлә алдында яңғыҙ ҡалдырмауҙарын ул һоҡланып һәм ғорурланып бәйән итте. Матди ярҙамдан башлап, һауыт-һаба, түшәк кәрәк-яраҡтарына тиклем алып килеүселәргә әле лә изге рәхмәттәрен яуҙырыуҙан туҡтамай күп балалы әсә.
Ҡарый ауылы халҡы менән һуңғы һөйләшеү, аралашыу, дөйөм алғанда, ыңғай тойғо ҡалдырҙы. Көтмәгәндә килгән фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүгә, ауырлыҡтарҙы сағыштырмаса еңел үткәреп ебәреүгә булышлыҡ иткән етәкселәргә, ярҙам ҡулы һуҙған һәр кемгә улар тик рәхмәт һүҙҙәре генә әйтә.
Йорт-ҡураһыҙ ҡалғандарҙың тиҙ арала өр-яңы торлаҡ менән тәьмин ителеүен, ысынлап та, ололап һәм тейешле баһаларға кәрәк. Яҡшы эш ерҙә ятып ҡалмаҫ тигәндәй, был ваҡиға ауыл халҡы хәтерендә быуындан быуынға күсеп һаҡланыр. Ә емереклектәр урынында ҡалҡып сыҡҡан заманса матур йорттар, уларҙы төҙөгәндәргә үҙенсәлекле һәйкәл булып, хужаларына тиҫтәләгән йылдар хеҙмәт итер.
Ғәрәсәт эҙемтәләрен бөтөрөү йәһәтенән арыу-талыу белмәй, ваҡыт менән иҫәпләшмәй, ял көндәрһеҙ эшләгәндәргә, ауыл халҡының оло рәхмәтенә өҫтәп, район һәм республика етәкселеге кимәлендә лә тейешле баһа бирелер тип ышанғы килә. Халҡыбыҙ дуҫлыҡ һәм берҙәмлек менән көслө, киләсәктә лә шулай булһын!

Хәлит МӘХМҮТОВ,
Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе:

– Тәбиғәт ҡуйған тағы ла бер һынауҙы уңышлы үттек. Дауылдан һуң тәүге сәғәттәрҙәге авария-ҡотҡарыу эштәренән башлап, ҡаза күргән йорттарҙы төҙөкләндереп, тотош емерелгәндәре урынына яңыларын һалып, уларҙы хужаларына тапшырыуға тиклем бар саралар юғары кимәлдә ойошторолдо. Башҡа хеҙмәттәр менән бер рәттән республиканың төҙөлөш комплексына ҡараған ойошмаларҙың эшмәкәрлеген айырыуса юғары баһалар инем. Уларҙың етәкселәренән алып ябай эшселәренә тиклем барыһы ла бурыстарҙың үтә мөһимлеген төптән аңлап эш итте. Һөҙөмтәлә йыл аҙағына тамамларға ниәтләгәнде ике ай тигәндә башҡарып сыҡтыҡ. Йорт-ҡураһыҙ ҡалғандарҙы һыуыҡтар башланғансы тейешле торлаҡ менән тәьмин итеү бурысы тулыһынса үтәлде. Быны ҙур ҡаҙаныш һәм ваҡыт, арыу-талыу менән иҫәпләшмәгән дөйөм хеҙмәттең матур һөҙөмтәһе тип һанайым.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 102

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 456

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 990

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 899

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 660

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 246

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 565

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 966

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 340

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 524