(Рөстәм Хәмитовтың
“Сельская жизнь” гәзитенә интервьюһы)
Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов “Сельская жизнь” гәзите хәбәрсеһенә интервью бирҙе. — Рөстәм Зәки улы, ауыл хужалығында сираттағы эш миҙгеле тамамлана. Быйылғы йомғаҡтар буйынса республика аграрийҙарына ниндәй баһа бирә алаһығыҙ?
— Яҡшы баһа. Билдәле булыуынса, икмәк еңел бирелмәй, шуға күрә ауыл хужалығында эштең планға ярашлы, көйлө барыуы бик мөһим. Быйыл иһә май — июндә ҡоролоҡ булды, ужымдың бер өлөшөн юғалттыҡ. Унан Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарына күрше төбәктәрҙән ҡара сиңерткә һөжүм итте. Йәй аҙағында ҡоролоҡто ямғырҙар, көслө ел алмаштырҙы, республиканың төньяғындағы өс район дауылдан зыян күрҙе. Ошондай ҡатмарлы һауа шарттарына ҡарамаҫтан, аграрийҙарыбыҙ яҡшы уңыш — 2,7 миллион тонна (былтырғыға ҡарағанда 21 процентҡа күберәк) иген – йыйып алды. Улар тәүлек әйләнәһенә эшләне, бер сәғәтте лә бушҡа үткәрмәне. Шулай булырға тейеш тә. Башҡа культуралар буйынса ла күрһәткестәр насар түгел: 1 миллион тоннанан ашыу картуф һәм йәшелсә, 1,2 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө, 150 мең тонна көнбағыш орлоғо йыйып алынды.
Башҡортостанда һөт етештереү күләме йылдам арта. Был тармаҡта илдә биләгән алдынғылыҡты кире ҡайтарҙыҡ. Быйылғы эш йомғаҡтарынан күренеүенсә, 1,77 миллион тоннаға сығырға ниәтләйбеҙ, былтырғы менән сағыштырғанда һөҙөмтә дүрт процентҡа күберәк. Беҙ алған продукция күләме республика ихтыяждарынан юғарыраҡ, һәм был һөт ризыҡтарын башҡа төбәктәргә сығарыу өсөн мөмкинлек аса.
— Сит илдәрҙән аҙыҡ-түлек индереүҙе тыйыуға бәйле республика үҙ-үҙен туйындыра аламы?
— Әлбиттә. Өҫтәүенә үҙебеҙҙе генә лә түгел. Ҡайһы бер эшкәртеү производстволарының ҡеүәте бөгөн тулыһынса файҙаланылмай, 60-70 процентҡа ғына эшләй. Үҫеш мөмкинлеге бар, шуға күрә санкцияларҙан республиканың ауыл хужалығы отош алырға тейеш.
Һөтсөлөк фермаларын яңыртыу, малсылыҡты үҫтереү, агротехника һатып алыу, фермерҙарға ярҙам күрһәтеү программалары яҡшы һөҙөмтә бирә. Мәҫәлән, “500 ферма” республика проектын ғына алайыҡ. Уны 2012 йылда башланыҡ, санкцияларға тиклем үк тармаҡта ҙур үҙгәртеп ҡороуҙарға тотондоҡ. Өс йылға яҡын ваҡыт эсендә 200 тирәһе малсылыҡ бинаһы төҙөлдө һәм реконструкцияланды. Республика ҡаҙнаһынан ошо маҡсатҡа 1,2 миллиард һум аҡса бүленде, әммә дәүләт ярҙамының һәр һумына 4 һум инвестиция, аграрийҙарҙың шәхси аҡсаһы йәлеп ителде. Яңы технологияларҙы ғәмәлгә индереү һөҙөмтәһендә фермаларҙа һауым 20 проценттан ашыуға артты.
Бөгөн республика халҡы урындағы аҙыҡ-түлеккә ихтыяж кисерә. Ҡалаларҙағы йәрминкәләрҙә һатыу быйыл бик әүҙем бара, кешеләр ситтән килтерелмәгән, ә Башҡортостан ерендә үҫтерелгән, етештерелгән үҙебеҙҙең ризыҡты һатып ала. Республиканың Сауҙа буйынса дәүләт комитеты үткәргән сауҙа-һатып алыу конференцияларында ритейлерҙар, рестораторҙар урындағы етештереүселәр, фермерҙар менән килешеүҙәрҙе әүҙем төҙөй. “Башҡортостан продукты” тип аталған мөһим проект тормошҡа ашырыла. Унда 1,5 меңдән ашыу төр тауар сығарған 140-ҡа яҡын предприятие ҡатнаша. Ул республикабыҙҙағы үҙенсәлекле дәүләт стандарттарына тап килә, төргәгенә хатта тейешле маркировҡа ҡуйыла. Проектҡа ярашлы, Өфөлә тәүге фирма магазины эшләй башланы. Ихтыяж бар, һатып алыусылар сифаттан да, хаҡтан да ҡәнәғәт. Бындай эште дауам итәсәкбеҙ, тотош республика буйынса сауҙа селтәрен ойошторасаҡбыҙ.
— Хәҙерге ауыл күп йүнәлешле. Хужалыҡ итеүҙең ниндәй алымына өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
— Беҙгә ҙур комплекстар, уртаса предприятиелар, фермалар, шәхси ярҙамсы хужалыҡтар – һәммәһе лә кәрәк. Уларҙың барыһына ла ярҙам итеү шарт, беҙ теге йәки был йәһәттән булышлыҡ күрһәтәбеҙ.
Етди инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырған етештереүселәр төҙөлөш алып барған осорҙа төбәктән һалым ташламаһы ала, уларға юл һалыуҙа, коммуникациялар үткәреүҙә ярҙам күрһәтелә. Бөгөн беҙ йүнәлткән аҡса үҙебеҙгә һалым, яңы эш урындары, иҡтисади ҡеүәтте нығытыу рәүешендә йөҙләтә әйләнеп ҡайта.
Республикала өсөнсө йыл инде яңы эш башлаған фермерҙарға ярҙам күрһәтеү, ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү программалары эшләй. Быйыл ғына 101 фермер хужалығына федераль һәм республика ҡаҙнаһынан 170 миллион һумдан ашыу күләмдә грант бирелде. Был – һиҙелерлек ярҙам. Уны техника, мал-тыуар һатып алыуға, производствоны яңыртыуға тотоналар. Мәҫәлән, Бүздәк районындағы фермер Фәүил Хәбибрахманов ҡыяр үҫтереү өсөн теплицалар төҙөй. Инвестиция күләме 500 миллион һум самаһы тәшкил иткән. Былтыр 1,5 гектарҙан ул 700 тонна продукция алған. Ҡурҡмайынса тотонған ҙур проекттың һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәгән. Тимәк, фермерҙарға, фермер хужалыҡтарына инвестиция бик мөһим.
Шәхси ярҙамсыл хужалыҡтарға бәйле хәл ҡатмарлыраҡ. Республикабыҙҙа 600 меңгә яҡын шәхси хужалыҡта барлыҡ ауыл хужалығы продукцияһының 60 проценты тиерлек етештерелә. Был — бик ҙур күрһәткес. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтар һаны кәмемәй, әммә улар өсөн ярҙам саралары күп түгел. Был йәһәттән “Йәнле ауыл” программаһы тормошҡа ашырылған Ауырғазы районы тәжрибәһен һәр саҡ өлгө итеп ҡуям. Унда 13 мең шәхси хужалыҡтың һәйбәт эшләгән 350 — 400-өн һайлап алып, кооперативтар ойошторғандар һәм продукция һатыу менән шөғөлләнәләр. Беҙгә тап ошондай әүҙем һәм ныҡлы ярҙамсы хужалыҡтарҙа ысын фермерҙар тәрбиәләргә кәрәк.
— Һеҙҙеңсә, ауыл хужалығы етештереүен йылдамыраҡ үҫтереү өсөн республика райондарында нимә етешмәй?
— Төбәктә ауыл хужалығы етештереүен әүҙем үҫтереүгә бер нисә фактор йоғонто яһай. Иң элек үҙебеҙҙе көслө һәм алдынғы тойоу мөмкинлеген биргән төп йүнәлештәрҙе билдәләү зарур. Әле ундайҙарға һөт һәм ит малсылығы, ҡош ите, иген, йәшелсә, бал етештереү инә. Рәсәйҙә конкуренция ҙур булмаған өлкәләрҙе биләү мөһим. Продукцияға республикала ғына түгел, бөтә ил буйынса ихтыяж булһын. Аграрийҙар, инвесторҙар өсөн иң мөһиме — көс-ҡеүәтте ҡулланыу өлкәһен, артабанғы үҫеш йүнәлешен билдәләү.
Артабан — техника. Унһыҙ яңырыу мөмкин түгел. Фермерҙарға әүҙем ярҙам күрһәтәбеҙ, ауыл хужалығы предприятиеларының техник базаһын нығытабыҙ. 2011 йылдан алып аграрийҙар 14,5 миллиард һумлыҡ 12 мең берәмек техникалы һәм ҡорамаллы булды. Быйыл ғына 300-гә яҡын иген йыйыу комбайны алынды – былтырғыға ҡарағанда ике тапҡырға тиерлек күберәк. Бөгөн Башҡортостандағы комбайндар паркында 3 600 берәмек техника тупланған. Һуңғы 15 йыл эсендә бындай хәлдең булғаны юҡ!
Белгестәр, ерҙә эшләгән һәм уны сикһеҙ яратҡан, юғары компетенцияға һәм тәрән белемгә эйә булған кешеләр агросәнәғәт комплексын үҫтереүҙә ҙур әһәмиәткә эйә, әлбиттә. Беҙҙә ошоға бәйле хәл нисек һуң? Формаль яҡтан — барыһы ла ал да гөл. Һуңғы күрһәткестәрҙе генә алайыҡ: быйыл аграр университет — 2 700, төрлө профилле колледждар һәм техникумдар дүрт меңдән ашыу белгес әҙерләп сығарған. Шуларҙың күпмеһе ауылға юлланыр һуң? Барғандары ла һөҙөмтәле эшләрме? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был йәһәттән хәлде яҡшы тип әйтеп булмай. Юғары уҡыу йорттарын тамамлағандарҙың күпселеге вахта буйынса төньяҡҡа юллана, ҡайһы берәүҙәре эшҡыуарлыҡҡа тотона, икенселәре бөтөнләй эшләмәй. Ауыл хужалығы менән ни бары 60 проценты ғына шөғөлләнә.
Бындай хәлдең сәбәбе эшләргә теләмәүҙә генә түгел. Кешеләргә йәшәү өсөн шарттар тыуҙырырға кәрәк.
— Рөстәм Зәки улы, республика райондарының аграр секторҙа махсуслашыу мәсьәләһе ниндәй дәрәжәлә көнүҙәк?
— Был мәсьәлә бөгөн бик мөһим. Һәр биләмәгә үҙе өсөн ҡулай ауыл хужалығы йүнәлешендә эшләргә кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ураҡ осоронда беҙҙә, был район шул тиклем, икенсеһе шундай күләмдә уңыш йыйған тип, “социалистик ярыш”ты әле булһа дауам итәләр. Ҡайһы бер райондар үҙен яҡшы итеп күрһәтеү өсөн һөҙөмтәләрҙе юғарыраҡ итеп яҙа. Мин бындай алымға ҡырҡа ҡаршымын. Беҙгә ялған һандар кәрәкмәй. Булдыҡлы хужа булһаң, ултыр, ныҡлы уйлан, коллегаларың, эксперттар менән кәңәшләш, эште яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр индер, ә дәүләтте алдау менән шөғөлләнмә.
Республиканың төньяҡ райондарында ниңә бөтөн ерҙә иген сәсергә? Быйылғы кеүек, ундағы сәсеүлектәр бит йыш ҡына һалҡындан, дауылдан һәләк була. Был биләмәләрҙә картуф үҫтереүҙе тергеҙергә кәрәк, әлбиттә. Хәтерегеҙҙәлер, совет осоронда Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында үҫтерелгән картуфты тотош илдә беләләр һәм яраталар ине. Дыуан картуфы хатта һыу аҫты моряктарының туҡланыу рационына индерелгәйне. Бөгөн иһә яңы культураны етештерә башлау өсөн аҡса кәрәк. Ә ул юҡ. Бөтә сәбәп шунда.
Республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығышына килгәндә, үҫемлекселеккә ярҙам күрһәтеү өсөн киткән сығымдар әлегә үҙен аҡламай — йә ҡоролоҡ, йә саранча йәки башҡа сәбәп. Шуға күрә әле унда йылҡысылыҡты, малсылыҡты, республика халҡының традицион кәсебен үҫтереү мәсьәләһен өйрәнәбеҙ.
Илеш районында рапс үҫтерә башланылар, рапс майы етештереү заводын төҙөргә ниәтләйбеҙ. Продукт бик кәрәкле, хаҡы ҡиммәт. Баҡалы районында туҡыу производствоһы өсөн махсус киндер төрөн үҫтереү менән шөғөлләнәләр. Бындай башланғыстарҙы ҙур шатлыҡ менән хуплайбыҙ. Тәҡдимдәр бар, әммә аграр производствоны үҙгәртеп ҡороуға ресурс етмәй.
Икенсе яҡтан, беҙҙәге ауыл хужалығы традицияларын бының өсөн ҡулай булмаған төбәктәргә һәм илдәргә күсереүҙең ҡыҙыҡлы миҫалдары бар. Һөҙөмтәләр насар түгел. Был йәһәттән умартасыларыбыҙҙы айырып билдәләргә кәрәк. Яҡутстанға 20 күс ебәрҙеләр. Быйыл уҡ дүрт феләк юғары сифатлы бал алдылар. Һуңғы алты йылда Монголия менән эшләйбеҙ. Күптән түгел уларға 800 күс тейәлгән дүрт йөк машинаһы юлланды. Асыҡланыуынса, беҙҙәге бал ҡорттары монголдарҙыҡынан күпкә һөҙөмтәлерәк икән.
Ҡырымдың Белогорск районында ҡымыҙ етештереүҙе тергеҙергә ҡарар ителде. Уҙған быуаттың 50-60-сы йылдарында Ҡырым шифаханаларында ҡымыҙ менән дауалау әүҙем үҫешкән булған. Унда беҙҙең башҡорт аттарын аҫрағандар. Рәсәйҙән айырым йәшәгән осорҙа ярымутрауҙа был йола юғалған, әммә хәҙер ул тергеҙелә. Йәй тоҡомсолоҡ хужалыҡтарынан һайлап алып, тоҡом айғырҙарын ебәрҙек. Тимәк, тиҙҙән Ҡырымда йылҡы өйөрҙәре тергеҙелеп, ял итергә килеүселәр шифалы эсемлектең сифатына баһа бирә аласаҡ.
Кушнаренко районында виноград үҫтерелә. Был төбәк – Рәсәйҙең виноград үҫтерелгән иң төньяҡ нөктәһе. 51 гектар ерҙә селекционерҙарыбыҙ сығарған биш сорт үҫә һәм емеш бирә.
Башланғыстар ҡыҙыҡлы. Өҫтән күрһәтмә көтөргә ярамай. Райондарға, республика фәненә ауыл хужалығы ерҙәрен һөҙөмтәле файҙаланыуҙың өр-яңы алымдарын даими эҙләргә, ҡыҙыҡлы йүнәлештәрҙе үҙләштерергә һәм ғәмәлгә индерергә кәрәк.
— Башҡортостанда нигеҙҙә фураж игенен етештерәләр, имеш, ул икмәк бешереү сәнәғәте өсөн ҡулай түгел тигән фекер бар. Был йәһәттән нимә әйтерһегеҙ?
— Бындай фекер менән килешә алмайым. Башҡортостанда бойҙайҙың төрлө сорттары үҫтерелә. Игендең сифаты бик күп факторға, шул иҫәптән ул сәселгән биләмәнең үҙенсәлектәренә бәйле. Мәҫәлән, Урал алды төбәгендә елемсә миҡдары юғары булған йомшаҡ бойҙайҙың ҡеүәтле һәм ҡиммәтле сорттары үҫтерелә. Бөгөн икмәк бешереү производствоһында уға ихтыяж бик ҙур. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында бойҙайҙың ҡаты сорттары өҫтөнлөк итә. Унан нигеҙҙә макарон ризыҡтары етештерелә.
Шәхси ихтыяждар өсөн республикаға йылына 1,5 — 2 миллион тонна иген кәрәк. Ә беҙ йыл һайын 2,5 — 3 миллион тонна самаһы йыябыҙ. Шуға күрә үҙебеҙҙе артығы менән тәьмин итәбеҙ. Башҡортостанда һыйыр малдары йылдан-йыл арта, фуражға ихтыяж да үҫә. Шулай ҙа иген байтаҡ артып ҡала, уны сит илгә оҙатыу отошһоҙ — ташыуға сығым бик юғары. Шуға күрә әле игенде тәрән эшкәртеүҙең өр-яңы алымдарын ғәмәлгә индерергә тырышабыҙ. Мәҫәлән, мал аҙығы рационына өҫтәмәләр йәки биопластиктар етештереү өсөн.
— Төбәктә эшкәртеү сәнәғәте нисек үҫешкән? Ошо мөһим тармаҡтағы эшкә баһағыҙ хаҡында ишетке килә. Күрергә теләгәндәр ысынбарлыҡҡа тап киләме?
— Үҙебеҙҙә эшкәртеүҙе, төрөүҙе үҫтереү көн ҡаҙағына индерелгән. Уны етештереүгә яҡынайтыу шарт. Шунһыҙ ауыл хужалығында сифат йәһәтенән алға китеп булмаясаҡ. Уйлап ҡарағыҙ: консерва, он, макарон изделиеһы, көнбағыш майы, майонез рәүешендә Башҡортостанға аҙаҡ кире алып ҡайтыу өсөн беҙгә үҙебеҙҙең ит, иген, көнбағышты икенсе төбәктәргә ташырға тура килә. Етештереүселәр – миллиондарса һумлыҡ табышты, ә республика ҡаҙнаһы өҫтәмә һалым керемен юғалта. Шуға күрә был өлкәләге һәр төрлө проект дәүләт кимәлендә хуплауҙы тиҙ таба.
Әлбиттә, бөгөн алға китеш бар. Был айырыуса һөт, ит эшкәртеүгә ҡағыла. 2012 йылда эшҡыуарҙар, урындағы сеймалды файҙаланып, “Ҡурай төбәге” тигән маркалы юғары сифатлы продукция сығарған Саҡмағош һөт заводын сафҡа индерҙе. Йыл аҙағында Өфөлә лә ошондай завод асыла. Ул тәүлегенә 150 тонна һөт эшкәртәсәк. Әле “Даматэ”, “Асдор” компаниялары Бүздәк һәм Ишембай райондарында йылына 50 мең тонна һөт эшкәртеү ҡеүәтенә эйә булған ике ҙур инвестиция проектын тормошҡа ашыра. Дыуан районында киптерелгән һөт етештереү цехы сафҡа индерелде. Әйткәндәй, киптерелгән һөттән, Мәләүездәгеләй, “Крафт”, “Марс”, “Нестле” компанияларының кондитер ризыҡтары, шоколад, балалар өсөн аҙыҡ-түлек етештерелә.
Көнбағыш майына килгәндә, Көйөргәҙе районында Маячный элеваторы нигеҙендә Шишмә май заводы өсөн өр-яңы май экстракцияһы заводы төҙөйбөҙ. Тәүлегенә 300 мең шешә май сығарыу мөмкинлеген биргән рафинация һәм тултырыу цехы проектлана.
Бәләбәй сыр яһаусыларының уңыштары, ҡулланыусыларҙың ихтыяжын иҫәпкә алыуы ҡыуандыра. Күптән түгел магазинда сағыу төргәктәрҙәге сырҙар күҙгә ташланды. Ризыҡты бәләбәйҙәр етештергән икән. Улар “аҙыҡ-түлек эмбаргоһы” һөҙөмтәһендә ассортименттан төшөп ҡалған сырҙың элиталы сорттарын да етештерергә әҙер. Был эште санкцияларға тиклем үк башлағандар. Минеңсә, дөрөҫ алым, кәрәкле эш. Барлыҡ етештереүселәребеҙҙән дә ошондай һөҙөмтәләр көтәбеҙ. Күптәр әҙерлекһеҙ эш башларға, аҙаҡтан Хөкүмәткә, Ауыл хужалығы министрлығына килеп, аҡса, субсидия талап итергә өйрәнгән. Яңыса эшләргә кәрәк.
Уҙған айҙа Әлшәй районында булдым. Унда “Башҡорт бройлеры” инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Милекселәр себеш үрсетә, юғары сифатлы йомортҡа, ҡош ите етештерә. Эшкәртелгән ҡош тиҙәге менән иген үҫтерелгән баҫыуҙарҙы ашлайҙар, юғары уңыш алалар. Игенде ҡош-ҡортҡа ашаталар, артып ҡалғанын һаталар. Ҡайҙа ҡарама – таҙалыҡ, насар еҫ тә юҡ. Был — ябыҡ циклдағы производствоның бик яҡшы заманса өлгөһө. Ошоға ынтылырға кәрәк.
— Йәшелсә һаҡлағыстарға бәйле хәл нисек? Уларҙы төҙөүгә рөхсәт тиҙ бирелмәй. Урындағы властан бындай ҡағыҙ алыуға ҡарағанда Франция гражданлығына эйә булыу еңелерәк, тип шаярталар. Үҫтерелгән уңышты ҡайҙа һаҡларға?
— Өҫтәп шуны әйтергә кәрәк: йәшелсә генә түгел, иген һаҡлағыстар, заманса келәттәр, ҙур логистик үҙәктәр кәрәк. Ошондай проект хаҡында һүҙ сыҡһа, беҙҙә, һәр ваҡыттағыса, барыһы ла аҡсаға барып төртөлә. Бындай объектҡа йүнәлтелгән инвестиция үҙен бик тиҙ аҡлаясаҡ тип инандырырға тура килә.
Бер нисә йыл инде Өфө эргәһендә ауыл хужалығы продукцияһын һатыу буйынса күмәртә-бүлеү үҙәген ойоштороу проектын тикшерәбеҙ. Аграрийҙар бында йәки үҙәктең бүлексәләренә продукцияһын тапшырыр, ә һатып алыусылар — магазиндар, ресторандар, баҙарҙар — яңы йәшелсә, емеш-еләк, ит, һөт алыу мөмкинлегенә эйә булыр, һаҡлау, ташыу, артабан һатыу мәсьәләләре лә ошо үҙәктә хәл ителер ине. Минеңсә, бындай объекттың тәүге сираты киләһе йылда уҡ барлыҡҡа килергә тейеш. Быға аҙыҡ-түлек эмбаргоһы ғына этәрмәй. Республиканың географик хәле илдең логистик схемаһында төп урыныбыҙҙы билдәләй. Беҙ Европа өлөшө менән Себер сигендә урынлашҡанбыҙ. Башҡортостан ошо сылбырҙың мөһим өлкәһенә әүерелергә әҙер. Стәрлетамаҡтағы сауҙа селтәренең логистик үҙәгендәге эш тәжрибәһе республиканың үҙендә генә түгел, башҡа бик күп төбәктәрҙәге ихтыяжды тәьмин итеү һәләтен асыҡ сағылдыра. Бындай майҙансыҡтар мөмкин тиклем күберәк булырға тейеш.
Урындағы властың ҡаршылыҡ тыуҙырыуына килгәндә, бындай осраҡтар хаҡында белһәгеҙ, миңә шылтыратығыҙ. Эште тикшерәсәкбеҙ. Республика агросәнәғәт комплексының етештереүҙән алып һатыуға тиклемге һөҙөмтәле эше өсөн шарттар тыуҙырыу – властың да, минең дә бурыс.
— Әңгәмә аҙағында тағы ла бер шәхси һорау: һыуытҡысығыҙҙа Башҡортостанда етештерелгән аҙыҡ-түлек кенә һаҡланамы?
— Әлбиттә, урындағы ризыҡтарға өҫтөнлөк бирәм. Саҡмағош һөтө, Бәләбәй сырҙары оҡшай. Ҡуйы Шаран ҡаймағын үҙ итәм. Урындағы колбаса бик тәмле. Бер сарала министрҙарҙың береһенең Черкизов колбасаһын яратып ашауына иғтибар иттем. Өфөгә килеп еткәнсе был аҙыҡ күпме ятҡандыр, билдәһеҙ. Ә үҙебеҙҙеке тәбиғи продукттан яңы ғына етештерелгән, артыҡ өҫтәмәләре лә юҡ. Йылҡы колбасаһын Башҡортостандан тыш башҡа төбәктәрҙә бик һирәк осратырһың. Әлбиттә, башҡорт балын – солоҡтоҡон, йүкәнекен, сәскәнекен – яратам. Һәр районда уның үҙенә генә хас, ҡабатланмаҫ тәме бар. Йоматау ҡымыҙы — файҙалы, шифалы эсемлек.
“Башҡортостан продукты” тигән һүҙҙәр үҙе үк брендҡа әүерелде, тимәк, был ризыҡ – сифатлы. Уны ҙур теләк менән һатып алалар. Мәҫәлән, Сочиҙағы Олимпиада осоронда спортсылар ҙа, ҡунаҡтар ҙа беҙҙең балға һәм Бәләбәй сырына юғары баһа биргән. Ә киң танылыу яулаған “Башҡортостан үләндәре”нең ҡайнатмаларын һәм төнәтмәләрен әҙерлек үҙәгендә буласаҡ космонавтар эсә. Балды бөтә донъяға — АҠШ, Франция, Япония, Ҡытай, хатта Кувейтҡа – сығарабыҙ, әле Әмирлектәр менән һөйләшеү алып барабыҙ. Уҙған аҙнала Ҡытайҙа башҡорт балы магазины асылды.
Эйе, проблемалар бар, беҙ уларҙы хәл итәбеҙ. Иң мөһиме — продукциябыҙҙы иң яҡшыларҙың береһе тип танытыуға өлгәштек. Ҡулланыусылар ҙа, Башҡортостан етештереүселәрен һәр күргәҙмәлә юғары миҙалдар менән бүләкләгән эксперттар ҙа ошоно раҫлай. Был йәһәттән республика аграрийҙарының хеҙмәте ғәйәт ҙур. Тырыш эш өсөн уларҙың һәр береһенә рәхмәт белдерәм.
– Ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн рәхмәт.