Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ниңә юл хаҡы төрлөсә?
Өфөлә «Башавтотранс» берекмәһенең ҙур автобустарында ғына түгел, трамвай-троллейбустарҙа ла ғәҙәтигә әйләнгән күренеш тураһында береһе лә уйланмай шикелле. Дөрөҫөрәге, иғтибарға ла алмай. Тағы ла дөрөҫөрәге – ғәҙәттән тыш хәл тип уйламай. Аңлашыла, замана, тигәнерәк фекер йөрөтә кешеләр. Ул да булһа – «автобус без кондуктора», «водитель – кондуктор» тигән яҙыуҙар. Элек был хәлдәр ял көндәре генә була торғайны, хәҙер иһә халыҡ бик тапҡыр итеп «2 в 1» тип атаған күренеш көндәлеккә әйләнә башланы.


Һигеҙ кеше генә ултырған бәләкәй автобустарҙа бындай «универсаллек» әллә ни бәхәс тыуҙырмай. Ә бына өсәр ишекле трамвай, троллейбус, автобустарҙа пассажирҙар өсөн күпме ҡатмарлыҡ килеп сыға! Өс ишектән инеп тулған халыҡ тик алғыһынан ғына сығырға тейеш. Шуға ла бындай ҙур транспортта һәр ваҡыт тығылыш барлыҡҡа килә. Водителдәр бынан әллә ни отолмайҙыр, моғайын, сөнки кондукторһыҙ йөрөгән өсөн уларға өҫтәмә түләү ҡарала. Етмәһә, кондуктор булмағас, водитель билет та биреп тормай, аҡса уның кеҫәһенә төшөүе мөмкин. Ә пассажирҙар өсөн тығылыш ул – әр-талаш, төрткөләш, аңла­йыш­һыҙ­лыҡтар һ. б. Йә артҡы ишектән ингән берәү алдан сығырға кәрәклеген аңламай, үҙ туҡталышын үтеп китә, йә берәйһе килеп туҡтағас та асылмаған ишеккә тибә башлай… Шул сәбәпле туҡталыш­тарҙа ла тығындар – кешеләрҙе сығарып, яңыларын тейәү байтаҡҡа оҙағыраҡҡа һуҙыла. Ун биш кешене иләк аша үткәреп ултырған водителдең автобусы артынан тағы ла ун бише теҙелә һәм ҡысҡырта башлай.
Әйткәндәй, хаҡ даими күтәрелеп торһа ла, Өфө автобустарында хеҙмәтләндереү сифаты хөртәйә генә бара. Баш ҡалаға тәүге тапҡыр килгән кеше иғтибар итәлер: хәҙер автобуста, трамвай-троллейбустарҙа ла радио аша туҡталыштарҙы иғлан итеү юҡ тиерлек. Ҡыш тәҙрәләр туң саҡта был барыһы өсөн дә ҙур аҙапҡа әйләнә. Кондукторы ла булмаған транспортта кеше үҙен бикле ҡап эсендә һелкенеп барғандай хис итә – ҡайҙалығыңды белерлек түгел.
Йыш ҡына әр-талаш юҡтан ғына килеп сыға: автобустың тышына маршруты бер төрлө яҙылған, ә ул икенсе урамға борола. Баҡһаң, бер үк һанлы автобустарҙың «К» – ҡыҫҡа, «Э» – экспресс, хатта аңлайышһыҙ «А» тигән варианттары ла була икән. Улары саҡ ҡына башҡасараҡ йөрөй. Элек, радио аша иғлан итеү водителдең бурысы булған саҡта (микрофон менән эшләй белгән өсөн премия ҡаралғайны, шикелле), бындай хәлдәр осрамай ине: киләһе туҡталыштың ниндәй икәнен ишеткән кеше яңылыш ултырғанын белә лә тиҙ генә кире сыға. Алдан яҙҙырылған радиояҙмалар бик яйһыҙ булып сыҡты: йә яңылыш тоҡандырыла, йә шундай оҙаҡ һөйләй – иғлан бөткәнсе туҡталышты уҙған булаһың…
Хәҙер транспортта радиоиғландар ҙа эшләмәй, кондукторҙар ҙа пассажирҙарға юл өйрәтеүҙе үҙ бурысы тип һанамай. Әйткәндәй, Өфө буйлап транспорт хәрәкәте схемаһын мин бер туҡталышта ла күргәнем юҡ. Ә ул бит килгән кешеләргә бик кәрәк! Туҡталыштар юл йөрөүгә бөтөнләй ҡағылышы булмаған теләһә ниндәй иғлан һәм реклама менән тулған, ә ниңә шул стеналарҙы баш ҡалабыҙ буйлап йөрөү өсөн туристик «гид»ҡа әйләндермәҫкә?
Ошоға бәйле бер ваҡиға иҫкә төштө. Күпер янындағы «Мәктәп» туҡталышында бер ир тора. Тимер юл вокзалына барыр өсөн 101-се маршрутты һораша кешеләрҙән. Әгәр ҙә шул туҡталышта Өфө ҡалаһының ҙур схемаһы торһа (тимер юл вокзалдары, аэропорт, автовокзалдар, йылға порттары күрһәтелеп – әйткәндәй, улар барыһы ла Өфөлә икешәр), ул кеше вокзалға ҡыҫҡараҡ, әммә «тура булмаған» юлдар ҙа барлығын, йәиһә юл аша сығып Димгә барһа, унда ла шул уҡ тимер юл вокзалы икәнен күрер ине. Ситтән килгән кешеләр күп булған Мәскәүҙә бер кем дә аҙашмай, сөнки унда аҙым һайын күрһәткестәр, схемалар тора.
Әйткәндәй, Өфөлә бындай схема-күрһәткес­тәрҙе үҙәк туҡталыштарҙа ғына түгел, аэропорт, вокзал һымаҡ ситтән күпләп килгәндәр йыйылған ерҙә лә күргәнем юҡ. Шуныһы ғәжәп: пассажирҙар һәм йәйәүлеләр өсөн бындай уңайлыҡтар тураһында уйлаусы булмаһа ла, водителдәр өсөн күрһәткестәр ҡаралған – һәр юл саты алдында ҡайһы яҡҡа ниндәй урам китеүе хаҡында яҙылған билдәләр бар. Ғөмүмән, Өфөнөң йәйәүлеләр өсөн бик яйһыҙ ҡала икәнен унда атлап йөрөгән кеше генә аңлайҙыр. Киң ҡолас алған юлдарҙы киңәйтеү тротуарҙарҙы тарайтыу иҫәбенә башҡарылды. Көндән-көн арта барған еңел машиналар хәҙер юлдарҙың беренсе рәттәренән шулай уҡ тротуарҙарға, өй алды майҙансыҡтарына күсеп ултырҙы. Өҫтәүенә инде һуңғы арала модаға инеп киткән велосипед юлдарын да тротуарҙарға һалып ҡуйҙылар. Быныһы, минеңсә, бөтөнләй аңға һыймай. «Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре»нән белеүебеҙ­сә, велосипед беҙҙең илдә һәр ваҡыт транспорт сараһы, йәғни техника тип һаналды, ни өсөн ул йәйәүлеләргә тәғәйенләнгән тротуарҙан йөрөргә тейеш әле? Шул сәбәпле хәҙер мотоциклдарҙың, мотороллерҙарҙың, хатта ҡайһы саҡта еңел машиналарҙың да тротуар буйлап елдереүенә кеше ғәҙәти хәл тип ҡарай, ә таксистарҙың көндәр буйы автобус туҡталыштарында дөйөм хәрәкәткә ҡамасау булып ултырыуына хатта ЮХХДИ ҙа иғтибар итмәй.
ЮХХДИ статистикаһынан күренеүенсә, күпселек осраҡта кешеләр машина аҫтына светофорҙарҙа эләгә. Бының да етди сәбәбе бар. Юлдар киңәйтелеү арҡаһында хәҙер Октябрь проспекты кеүек киң урамдарҙы йәшел утҡа сығып өлгөрөп тә булмай башланы. Шуға йәйәүлеләр ҡабаланырға мәжбүр, ә ашыҡҡан – ашҡа бешкән.
Мәҫәлән, Зәки Вәлиди урамы буйлап түбән килеп, Дуҫлыҡ монументы яғына урам аша сығам тиһәгеҙ, быны эшләү мөмкин түгел икәнлегенә ышанырһығыҙ – ул ҡатмарлы юлдар системаһын төҙөгәндә йәйәүлеләр онотолған. Шуны уҡ «Матбуғат йорто» туҡталышы хаҡында ла әйтергә мөмкин: бында юл аша сығыу өсөн светофорҙы туҡталыштың уртаһына уҡ килтереп ҡуйғандар. Туҡталышҡа инергә сират көткән (Өфөлә шундай сират та бар) автобустар аша йәшел утты күреү мөмкин дә түгел. Ярай ҙа йәш һәм сос кешеләр генә йөрөһә – юл аша саҡ атлаған ҡарт-ҡоро ла, коляска һөйрәгән әсәләр ҙә сыға бит. Революцион урамы буйлап «УралСиб банкы» туҡталышы ла шундай аңлайышһыҙ хәлдә: бында светофорҙың ике яғында ла туҡталыш бар, тик унда автобус көткән кешеләр вокзалдан йөрөгән 74-се мар­шруттың ҡайһыһында туҡталасағын белмәй баш вата (әйткәндәй, был маршрут буйлап шулай уҡ ике төрлө автобус йөрөй, хатта уларҙа хаҡтар ҙа бер түгел. Тик ул турала һин автобустан сыҡҡан саҡта ғына беләһең). Береһенә ҡала-ара автобустар тулған, икенсеһе иһә трамвайҙарҙың «Авиатехникум» туҡталышы, шикелле, хәйер, ул яҡҡа трамвайҙар хәҙер йөрөмәй.
Күл тамсынан йыйыла, тиҙәр. Бына, мин ҡыҫҡа мәҡәләлә Өфөләге юл хәрәкәтенең бер нисә “ваҡ” етешһеҙлеген генә күрһәтеп киттем. Ентекләберәк барлай башлаһаң, ошондай осраҡтар баш ҡалабыҙҙа юл хәрәкәте яйһыҙ икәнлегенә ышандыра. Ә беҙ, йәнәһе лә, әллә ниндәй ҙур тиҙлекле трамвайҙар, метро, хатта ҡала-эсе электричкалары тип янабыҙ. Монорельс тураһында хыялланғансы, бер үк маршруттан йөрөгән ике төрлө автобусҡа ике номер биреп, уларҙың водителдәренән радио аша аңлатма таптырыу эште еңеләйтә төшмәҫ инеме? Әгәр «ҡыҙыл һыҙыҡ» тип аталған төп урамдар буйлап минут һайын килеп торған автобустарҙың маңлайына уларҙың маршруты һәм юл хаҡы (улар Өфөлә тиҫтәгә яҡын төрлө – 15 һумдан 30 һумға тиклем) аҡырайтып яҙылып ҡуйылған булһа, халыҡ туҡталыштарҙа яртышар сәғәт көтөп тормаҫ, автобустар һаны күпкә кәмер ине.
Был мәҡәләмдә мин юл хаҡы мәсьәләһен күтәрергә теләмәйем, маҡсат ундай түгел. Ләкин әйтеп китергә мөмкин: Белоретта, мәҫәлән, автобустарға хаҡ таксиҙарҙыҡына тиң. Ә ниңә айырым булырға тейеш, улар бит шул уҡ бензинда, шул уҡ араға ташый кешене, тип яуапланылар миңә, был хаҡта һорашҡас. Быны тикшереү өсөн һеҙ башта Өфөлә автобустың артҡы ишегенән кереп, ике туҡталыш барғас, алғыһынан сығып ҡарағыҙ ҙа Белоретта ике туҡталыш барыр өсөн таксиға ултырып ҡарағыҙ…




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21