Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тәнгә лә, йәнгә лә дауа табалар
Тәнгә лә, йәнгә лә дауа табалар
Әбйәлил районының үҙәк дауаханаһы үҙенең төҙөклөгө, заманса йыһазландырылыуы менән ҡайһы бер ҡалаларҙың ойошмаларын көнләштерерлек. Бындағы бөхтәлеккә һоҡланып ҡайттыҡ. Башҡарылғандарҙың барыһы ла – йылдар дауамындағы ныҡышмалы эш һөҙөмтәһе ул. Учреждениеға Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре Заһир Фәтхелбаян улы Саҡаев етәкселек итә. Заман талаптарына тулыһынса яуап биргән төрлө йүнәлешле ҙур учреждениела консультация-диагностика үҙәге, хирургия, гинекология, терапия, неврология, педиатрия, бала табыу, анестезия-реанимация бүлектәре уңышлы эшләй, йыл әйләнәһенә райондың төрлө ауылдарынан килгән йөҙҙәрсә кеше дауалана.


Дауахана 182 урынға иҫәпләнгән. Поликлиника тәүлегенә яҡынса 550 кешене хеҙмәтләндерә. Байым һәм Урал ауылдарында участка дауаханалары бар. Амангилде, Ташбулат, Таштимер, Йәнгел ауылдарындағы табип амбулаторияһында 14 урынға иҫәпләнгән көндөҙгө стационарҙар уңышлы эшләй.
Коллектив тәжрибәле табиптарҙан һәм урта медицина белгестәренән тупланған. Уларҙың күбеһе дауаханала тәүге көндәрҙән үк эшләй, һәр ҡайһыһы хеҙмәтенә бар һәләтен һәм тырышлығын һала. Һаулыҡ һағында 80-дән ашыу табип торһа, шуның 60-тан күберәге үҙәк дауаханала эшләй. Урта медицина хеҙмәткәрҙәре 326 кеше тәшкил итә. Аҡ халатлылар араһында өс табип “Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы”, бишәүһе “Башҡортостандың атҡаҙан­ған медицина хеҙмәткәре”, 23-ө “Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы” исемен йөрөтә. Был күрһәткестәр дауаханала һәләтле, эшен яратҡан хеҙмәткәрҙәр эшләүе тураһында һөйләй.
“Һаулыҡ һаҡлау” өҫтөнлөклө милли проектына ярашлы, райондың дауалау учреждениеларында матди-техник база шаҡтай яҡшыртылған. Дауалау-диагностика ҡорамалдары, ультратауыш менән тикшереү, рентген аппараттары, лаборатория комплексы, гистероскоп алынған. Бынан тыш, “Ашығыс ярҙам” автопаркы яңы санитар автомашиналары менән тулыландырылған. Ошо арҡала бюджет өлкәһендә һәм һаулыҡ өсөн хәүефле шарттарҙа эшләгәндәргә йыл һайын өҫтәмә диспансерлаштырыу үткәрелә.
“Ауыл табибы” программаһы буйынса районға эшкә 28 белгес ҡайтҡан. Район хакимиәте уларҙы торлаҡ менән тәьмин итеүҙә ҙур ярҙам күрһәткән.
Дауахананың баш табибы – район халҡының һаулығы өсөн янып-көйөп йәшәгән шәхес. Төрлө күрһәткестәр буйынса хәлде ыңғай баһалай ул. Әммә һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа эскелектең көслө булыуына йәне әрней.
– Районда тыуым буйынса хәл тотороҡло, йыл да 800 самаһы сабый донъяға килә. Республика төбәктәре күрһәткестәре буйынса бишенсе йыл рәттән өсөнсө урында киләбеҙ. Шул уҡ ваҡытта үлем осраҡтарының йышайыуы борсой. Айырыуса эшкә һәләтле кешеләрҙең иртә вафат булыуы хафаландыра. Шуға ла участка терапевтарының эшен яйға һалып, мөмкин тиклем күберәк кешене күҙ уңында тотоуҙарын тәьмин итергә тырышабыҙ. Нисек кенә булмаһын, халыҡ һаулығын һаҡлау – тәүмаҡ­сатыбыҙ һәм эшебеҙҙе ошо йүнәлештә һөҙөмтәлерәк ойошторорға тейешбеҙ. Был йәһәттән табиптарҙың ауырыуҙарға иғтибарлы булыуы мөһим, – ти Заһир Фәтхелбаян улы.
Артабан терапия бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре менән таныштыҡ. Уға Айгөл Игеҙәкова етәкселек итә. Йәш табибә хеҙмәт юлын ошо дауаханала 1999 йылда табип-рентгенолог булып башлаған.
– Бүлектә 31 урын бар. Ауырыуҙарға уңайлы булһын өсөн барыһын да эшләргә тырышабыҙ. Эшемдә тәжрибәле табиптар Булат Усманов, Нәйлә Ғарраповаларға таянам. Шәфҡәт туташтары Фирҙәүес Моталлапова, Роза Вафина, Резеда Ғәлина, Миләүшә Ғәлиуллина, Миләүшә Оморҙаҡова, Фәймә Мөхәмәтйәнова, Гүзәл Әсәҙуллина – алыштырғыһыҙ ярҙамсыларым, – ти Айгөл Иршат ҡыҙы.
Беҙ килгәндә табибә яңы дауаханаға эләккән Мәрфуға инәй Ямалованы ҡабул итә ине.
– Мәйгәште ауылында йәшәйем. Асҡарға ҡыҙыма ҡунаҡҡа килгәйнем, ҡан баҫымым күтәрелеп китте. Ошо бүлексәгә һалдылар. Йылына бер-ике мәртәбә дауаланып алам. Йылы һүҙҙәре менән дә сихәт бирәләр. Аяҡҡа баҫтырыр өсөн көстәрен дә, ваҡыттарын да йәлләмәйҙәр, – тине оло йәштәге инәй.


Реклама


Автор: Л. АЙҘАРОВА. Район: Әбйәлил районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 5

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 7

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә