Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Янсығың ҡалын икән, ризығың тәмле булыр
Бөтәһе лә һатып алынған әйберҙең яҡшы булыуын теләй. Етештереүселәр ошо мәсьәләгә ҡарата иғтибарын бүлһен өсөн, Бөтә донъя сифат көнөндә, төрлө акциялар, ҡулланыусылар араһында аңлатыу эше буйынса саралар үткәрелә. Беҙ ҙә шуға бәйле гәзит уҡыусыларҙың фекерен белештек. Бөгөн халыҡ ҡулланған тауарының сифатына ниндәй ҡарашта?


Вадим СӘЙФУЛЛИН, “Аҡҡош” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры, Ҡыйғы районы:
– Үҙенә насарлыҡ теләмәгән эшҡыуар бер ҡасан да сифатһыҙ тауар сығармаҫ. Әгәр кеше шундай кейем, көнкүреш кәрәк-ярағы йә ризыҡ алып отолһа, ҡабат һиңә мөрәжәғәт итмәйәсәк. Шуға ла беҙ эшебеҙҙә тәү сиратта сифатты хәстәрләйбеҙ. Мәҫәлән, былтыр ике мең самаһы ҡаҙ үҫтереп һаттыҡ. Бының өсөн үҙебеҙҙең махсус һуйыу, эшкәртеү цехы бар. Бөтә эште лә ҡул менән башҡарабыҙ. Әҙер тауар һыуытҡыста оҙаҡ ятмай. Ҡаҙ мамығын, Мәскәүҙәге ойошма менән килешеү төҙөп, килограмын 500 һумдан һатабыҙ. Ҡасандыр халыҡ диңгеҙ аръяғынан килгән “Буш боттары” тип иҫе китһә, хәҙер үҙебеҙҙә үҫтерелгәненә өҫтөнлөк бирә. Республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәгендәге биш район, шулай уҡ Ырымбур, Свердловск, Силәбе өлкәләре, Пермь крайы халҡы беҙҙән ҡош-ҡортто даими һатып ала.
Фәрит ЗАҺИҘУЛЛИН, пенсионер, Ишембай ҡалаһы:
– Хәҙер аҙыҡ-түлектең сифаты ныҡ хөртәйҙе. Совет осоронда улай түгел ине. Бына мин магазинда берәй ашамлыҡ алам тиһәм, уның составын белә алмай бер булам. Тотош химия бит! Әллә ниндәй кеше аңламаҫлыҡ хәрефтәр, баш етмәҫлек формулалар яҙып ҡуялар. Яңыраҡ баҙарҙан колбаса алып ҡайттым. Ул Ырымбур өлкәһенән килтерелгән. Тик шул тиклем тәмһеҙ булып сыҡты. Был ризыҡ, күрәһең, иттән түгел, ә әллә ниндәй ҡушылмаларҙан етештерелгән. Ошондай хәлдәр йыш осрап тора, әммә бер туҡтауһыҙ ялыу менән йөрөп булмай бит.
Нурия ИБРАҺИМОВА, хужабикә, Дәүләкән районы:
– Рәсәйҙә тауар сифатын күҙәтеүгә иғтибар етмәй. Элгәре Контроль-ревизия идаралығы була торғайны. Етештереүселәр уларҙың килеп тикшереүенән дер ҡалтырай ине. Әгәр тауарың сифатһыҙ икән – шунда уҡ лавкаңды ябып та ҡуялар. Бөгөн ундай күҙәтеү юҡ. Эшҡыуарҙарҙың да төрлөһө бар. Ана шундай намыҫһыҙҙар арҡаһында халыҡ бөтәһенә лә ышанысын юғалта.
Әлиә ДӘҮЛӘТОВА, һатыусы, Белорет ҡалаһы:
– Мин аҙыҡ һатып алырға булһам, тәүҙә уның яҙыуына ҡарайым. “ГОСТ” тигән билдә торһа, ышанырға була. Тимәк, был тауар дәүләт стандартына ярашлы етештерелгән. Был нимәне аңлата? Әгәр консервала быҡтырылған ит эшләнә икән, уның нисә проценты ит, күпмеһе май икәне стандартҡа ярашлы билдәләнә. Ә инде ундай билдә ҡуйылмаһа, эшҡыуар үҙе нисек теләй, шулай етештерә. Ундағы консервала иттең яртыһынан да аҙ булыуы, ҡалған өлөшө әллә ниндәй ҡушылмалар менән тултырылыуы ихтимал.
Сәфинә ҒҮМӘРОВА, пенсионер, Әлшәй районы:
– Шөкөр, бөгөн әйбер юҡ тип зарланаһы түгел. Тик беҙҙең илдә халыҡ сифатҡа ҡарап түгел, ә кеҫәгә ҡарап йәшәй. Әгәр янсығың ҡалын икән, иң затлыһын, иң тәмлеһен һайлап алаһың. Ә инде кеҫәң таҡырыраҡ булһа, тәмһеҙерәге, сифатһыҙырағы менән хушһынырға тура килә. Барыһы ла кешенең матди мөмкинлегенә бәйле.

Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ
яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 5

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 7

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә