Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ион бабай инвестор эҙләй
Ион бабай инвестор эҙләй
Яңыраҡ редакциябыҙға таяҡҡа таянған ҡарт килеп инде. “Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, икенсе ранг капитаны Ион Мортазин булам”, – тип таныштырҙы үҙе менән. 86 йәшен тултырған бабайҙы Матбуғат йортона ниндәй уй-ниәт алып килгән һуң?


– Атайым шәп умартасы булды, – тип башланы һүҙен ветеран. – Үҙем дә шул шөғөлдө үҙ итәм. Тыуған яғым Мишкәлә әле умар­та тотам, унда ҡырҡтан ашыу дә­дә­нем бар. Быйыл тоннанан ашыу бал алдым...
Ион Мортаза улы әйтеүенсә, был эштә уға кейәүе ярҙам итә. Йыл да уңыш алғас, уның бер ни тиклем өлө­шөн балалар йортона тапшыралар.
Инде ғүмеренең туғыҙынсы тиҫ­тәһен тултырып килһә лә, аҡһаҡал киләсәктә кәсебен тағы киңәйтергә ниәтләй.
– Яңыраҡ республикабыҙҙың Ауыл хужалығы министрлығы умар­тасылыҡ өсөн ҡуртымға биш биләмә биргәйне. Бына шул май­ҙанды нисектер файҙаланырға кәрәк, – ти ул хәстәрлекле йөҙ менән. – Башҡортостан Ҡытай менән тығыҙ аралаша бит. Бәлки, улар ошо ерҙә умарта комплексы төҙөр? Бына шул илдән инвестор табыу ниәтендә йөрөйөм. Тик кемгә мөрәжәғәт итергә белмәйем. Шуға һеҙгә килдем дә инде...
Бабай оло йәштә булһа ла, уның аныҡ фекер йөрөтөүе, заман яңылыҡтарынан ҡалышмауы, ил хәстәре менән йәшәүе һоҡ­ландыра.
Ысынлап та, Башҡортостан менән Ҡытай араһындағы хеҙмәт­тәшлек нығына бара. Быйыл рес­публикабыҙ Президенты Рөстәм Хәмитов Цзянси провинцияһы губернаторы Лу Синьше менән осрашты. Эшлекле сәфәр ба­ры­шында ике төбәк араһындағы хеҙмәттәшлек тураһында килешеү ҙә төҙөлгәйне. Ҡытай вәкиле белдереүенсә, ике яҡтың граж­данлыҡ авиацияһы, энергетика, ауыл хужалығы, автомобиль төҙөү өлкәһендәге иҡтисади бәйләнеш­тәре отошло булмаҡсы. Уҙған аҙнала иһә Башҡортостан делегацияһы сираттағы мәртәбә Ҡытайға эшлекле сәфәр ҡылды. Нәҡ ошо ваҡытта Гунцинчэн ҡалаһында “Башҡорт балы” магазины асылды.
Ошоларҙы иҫәпкә алғанда, Ион Мортазиндың тәҡдиме иғтибарға лайыҡ. Бәлки, уның да фекерен ишетеүсе булыр.


Автор: Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә