Яңыраҡ редакциябыҙға таяҡҡа таянған ҡарт килеп инде. “Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, икенсе ранг капитаны Ион Мортазин булам”, – тип таныштырҙы үҙе менән. 86 йәшен тултырған бабайҙы Матбуғат йортона ниндәй уй-ниәт алып килгән һуң?
– Атайым шәп умартасы булды, – тип башланы һүҙен ветеран. – Үҙем дә шул шөғөлдө үҙ итәм. Тыуған яғым Мишкәлә әле умарта тотам, унда ҡырҡтан ашыу дәдәнем бар. Быйыл тоннанан ашыу бал алдым...
Ион Мортаза улы әйтеүенсә, был эштә уға кейәүе ярҙам итә. Йыл да уңыш алғас, уның бер ни тиклем өлөшөн балалар йортона тапшыралар.
Инде ғүмеренең туғыҙынсы тиҫтәһен тултырып килһә лә, аҡһаҡал киләсәктә кәсебен тағы киңәйтергә ниәтләй.
– Яңыраҡ республикабыҙҙың Ауыл хужалығы министрлығы умартасылыҡ өсөн ҡуртымға биш биләмә биргәйне. Бына шул майҙанды нисектер файҙаланырға кәрәк, – ти ул хәстәрлекле йөҙ менән. – Башҡортостан Ҡытай менән тығыҙ аралаша бит. Бәлки, улар ошо ерҙә умарта комплексы төҙөр? Бына шул илдән инвестор табыу ниәтендә йөрөйөм. Тик кемгә мөрәжәғәт итергә белмәйем. Шуға һеҙгә килдем дә инде...
Бабай оло йәштә булһа ла, уның аныҡ фекер йөрөтөүе, заман яңылыҡтарынан ҡалышмауы, ил хәстәре менән йәшәүе һоҡландыра.
Ысынлап та, Башҡортостан менән Ҡытай араһындағы хеҙмәттәшлек нығына бара. Быйыл республикабыҙ Президенты Рөстәм Хәмитов Цзянси провинцияһы губернаторы Лу Синьше менән осрашты. Эшлекле сәфәр барышында ике төбәк араһындағы хеҙмәттәшлек тураһында килешеү ҙә төҙөлгәйне. Ҡытай вәкиле белдереүенсә, ике яҡтың гражданлыҡ авиацияһы, энергетика, ауыл хужалығы, автомобиль төҙөү өлкәһендәге иҡтисади бәйләнештәре отошло булмаҡсы. Уҙған аҙнала иһә Башҡортостан делегацияһы сираттағы мәртәбә Ҡытайға эшлекле сәфәр ҡылды. Нәҡ ошо ваҡытта Гунцинчэн ҡалаһында “Башҡорт балы” магазины асылды.
Ошоларҙы иҫәпкә алғанда, Ион Мортазиндың тәҡдиме иғтибарға лайыҡ. Бәлки, уның да фекерен ишетеүсе булыр.