Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Ғазазил”дың ҡыйыу аҙымы
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр факультеты студенттары яңы спектаклдәре менән тамашасыларҙы әленән-әле ҡыуандырып тора. Ғ. Ғиләжев исемендәге Уҡыу театры сәхнәһен бик уңышлы файҙалана улар.


Быға тиклем студенттар тарафынан донъя классиктары әҫәрҙәре менән бергә башҡорт әҙәбиәте өлгөләре лә күп сәхнәләштерелде. Улар араһында Шәйехзада Бабич хаҡында уның әҫәрҙәре буйынса “Әлмисаҡтан һин шағир, тип...”, Мостай Кәрим шиғырҙарына нигеҙләнгән “Донъяның ярҙары икәү”, Рауил Бикбаевтың “Хазина” һәм Ҡәҙим Аралбайҙың Рәми Ғариповҡа арналған “Ҡаратау тотҡоно” поэмаларына таянып әҙерләнгән поэтик спектаклдәр ҙә бар. Барыһы ла тамашасылар күңелендә үҙенсәлекле күренеш булып һаҡланып ҡалды.
Бына килеп театр факультетының 2-се курс студенттары Шәйехзада Бабичтың “Ғазазил” поэмаһын сәхнәгә сығарҙы. Шағир булып Фәнил Ҡарасурин уйнаһа, Ғазазил ролен — Данил Ғуфранов, фәрештәләр, шайтандар һәм төрлө кеше ролдәрен Зөлхизә Ғәликәева, Эвелина Редькина, Айһылыу Фазылова, Альбина Фәйзуллина, Айбулат Ғүмәров, Вадим Хәйруллин һәм башҡа студенттар башҡарҙы.
Спектаклде сәхнәләштереүҙә режиссер, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, профессор, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Бабичева, сәхнә теле буйынса педагог, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡорт­остандың халыҡ артисы, профессор Суфия Ҡорбанғәлиева, артист оҫталығы буйынса педагог, ассистент-стажер Руслан Аб­раров, пластика буйынса режиссура бүлегенең 4-се курс студенты Рөстәм Имамов, видео һәм музыкаль яҡтан биҙәүҙә режиссура бүлеге студенты Рафаэль Солтанов ихлас эшләгән. Тамаша аҙағында “Ғазазил”ды сәхнәләштереүҙә ҡатнашҡандар ҙа, спектаклде ҡараған бер нисә юғары уҡыу йорто студенттары ла фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, шағир Ирек Кинйәбулатов спектаклде ҡуйыусыларға ла, унда уйнаусыларға ла уңыштар теләне. “Сәнғәт академияһының уҡыу театры студенттары, Ш. Бабичтың үтә лә ҡатмарлы “Ғазазил” поэмаһын сәхнәләштереп, сәхнә тормошонда ҡыйыу аҙым яһаны. Артабан да тәүәккәл булһындар”, — тине әҙиптәр.


Автор: И. БУЛАТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә