Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр факультеты студенттары яңы спектаклдәре менән тамашасыларҙы әленән-әле ҡыуандырып тора. Ғ. Ғиләжев исемендәге Уҡыу театры сәхнәһен бик уңышлы файҙалана улар.
Быға тиклем студенттар тарафынан донъя классиктары әҫәрҙәре менән бергә башҡорт әҙәбиәте өлгөләре лә күп сәхнәләштерелде. Улар араһында Шәйехзада Бабич хаҡында уның әҫәрҙәре буйынса “Әлмисаҡтан һин шағир, тип...”, Мостай Кәрим шиғырҙарына нигеҙләнгән “Донъяның ярҙары икәү”, Рауил Бикбаевтың “Хазина” һәм Ҡәҙим Аралбайҙың Рәми Ғариповҡа арналған “Ҡаратау тотҡоно” поэмаларына таянып әҙерләнгән поэтик спектаклдәр ҙә бар. Барыһы ла тамашасылар күңелендә үҙенсәлекле күренеш булып һаҡланып ҡалды.
Бына килеп театр факультетының 2-се курс студенттары Шәйехзада Бабичтың “Ғазазил” поэмаһын сәхнәгә сығарҙы. Шағир булып Фәнил Ҡарасурин уйнаһа, Ғазазил ролен — Данил Ғуфранов, фәрештәләр, шайтандар һәм төрлө кеше ролдәрен Зөлхизә Ғәликәева, Эвелина Редькина, Айһылыу Фазылова, Альбина Фәйзуллина, Айбулат Ғүмәров, Вадим Хәйруллин һәм башҡа студенттар башҡарҙы.
Спектаклде сәхнәләштереүҙә режиссер, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, профессор, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Бабичева, сәхнә теле буйынса педагог, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, профессор Суфия Ҡорбанғәлиева, артист оҫталығы буйынса педагог, ассистент-стажер Руслан Абраров, пластика буйынса режиссура бүлегенең 4-се курс студенты Рөстәм Имамов, видео һәм музыкаль яҡтан биҙәүҙә режиссура бүлеге студенты Рафаэль Солтанов ихлас эшләгән. Тамаша аҙағында “Ғазазил”ды сәхнәләштереүҙә ҡатнашҡандар ҙа, спектаклде ҡараған бер нисә юғары уҡыу йорто студенттары ла фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, шағир Ирек Кинйәбулатов спектаклде ҡуйыусыларға ла, унда уйнаусыларға ла уңыштар теләне. “Сәнғәт академияһының уҡыу театры студенттары, Ш. Бабичтың үтә лә ҡатмарлы “Ғазазил” поэмаһын сәхнәләштереп, сәхнә тормошонда ҡыйыу аҙым яһаны. Артабан да тәүәккәл булһындар”, — тине әҙиптәр.