Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » «Абзыйыңа тағы миҙал бирҙеләр…»
«Абзыйыңа тағы миҙал бирҙеләр…»
Ҡара тупраҡҡа ялан тәпәй баҫып, аҡландарҙа түшәлеп үҫкән еләген ашап, йылға-күлдәрҙең тән семерҙәрлек көмөш һыуында ҡойоноп, ауыл һауаһын һулап үҫкән барса кеше кеүек, минең дә тыуған яғымдың һәр ниғмәтен һағыныуҙан туйғаным юҡ. Мең төрлө үлән ҡаплаған сауҡалыҡлы тауҙарҙың бейеклеген, һандуғаслы туғайҙарҙың моңон, Ҡаҫмарт буйында күпереп сәскә атҡан муйылдарҙың күркәмлеген маҡтап бөтөрлөк түгел. Ошо гүзәллек менән өҙлөкһөҙ рухи бәйләнештә булыу, уның күренештәрен гелән күңелеңдә һаҡлау өсөн ауылда яҡын кешеләрҙең дә йәшәүе мөһим.



Шөкөр, был яҡтан беҙ, Люциә апайым, мин һәм Розалия һылыуым, уңдыҡ. Ауылыбыҙҙа арабыҙҙағы туғанлыҡ хистәрен бер-беребеҙгә өләшеп, еңгәбеҙ һәм абзыйыбыҙ йәшәй. Кәримә менән Нәҡип Рәхим­ғоловтар булыр улар. Исемдәрен әйтеү менән саҡ ҡына тейһәң дә бармағың батып китерлек йомшаҡ икмәк, беҙҙең ауыл ҡатындары ғына бешә белгән иҫ киткес тәмле сәскә майы, болон гөлдәренән генә йыйылған хуш еҫле ҡорт балы күҙ алдына килеп баҫа.
1-се башҡорт мәктәп-интернатында (хәҙер ул Рәми Ғарипов исемен йөрөтә) IX класты тамамлап, баш ҡаланан ҡайтып төшөүемә, ауылда мине ике ҙур ваҡиға көтөп торған. Колхоз «Зианчура» (башҡортса ла шулай яҙылды) совхозына әйләнгән, һарыҡсылыҡ фермалары булдырылған. Беҙҙең ауыл «дүртенсе ферма» ҡушаматын алған. Өйҙә иһә һарғылт-ҡуңыр сәсе биленә төшөп торған алһыу йөҙлө йәш кенә ҡыҙ ҡаршы алды. Әсәйемдең «килен» тип өндәшеүенән уның ғаиләбеҙҙәге дәрәжәһен тиҙ төшөндөм. Яҡын-тирәләге ауыл балалары Байыш урта мәктәбенә йөрөп уҡығас, исеме таныш. Минән йәш ярымға ғына өлкәнерәк булыуы ла аптыратманы. Ул заманда беҙҙең яҡ ҡыҙҙары ун алты-ун етелә кейәүгә сыға торғайны.
Совхозды меңәрләгән ваҡ мал менән байыт­ҡандар. Эшсе ҡулдар етмәгәнгәме, ололар менән бергә 14-16 йәшлек ҡыҙҙар-егеттәр ҙә чабан һөнәрен «үҙләштер­гән». Бер йыл элек армия хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан Нәҡип абзыйым тап шул «вазифа»ла ине. Шөкөр, еңгәмә ундай «бәхет» эләкмәне, әммә ул, ҡара көҙҙән алып яҙ малдар көтөүгә сыҡҡансы ҡараңғы аҙбарҙарҙа иҫәпһеҙ һарыҡтар мөңрәүен тыңлай-тыңлай, йәш бәрәстәр ҡараны, партияның «Бер баш малды ла юғалтмаҫҡа!» тигән ҡаты талабын намыҫлы үтәне. Йәй етһә, ауыл кешеләренең барлыҡ көсө мал аҙығы, шул иҫәптән бесән эшләүгә бирелә ине. Кәримә еңгәм дә шул сафтан ҡалманы. Һуңғараҡ уны ауыр сирҙәр интектерҙе, шулай ҙа еңгәм өйҙө әле лә йәш саҡтағылай бөхтә итеп йыйыштыра, аш-һыуға оҫта. Кеше араһына сыҡһа, әсәйем: «Минең Кәримәм», — тип хәбәр һөйләр ине. Ошонан ғына ла бейем менән килен араһындағы йылы мөнәсәбәтте төҫмөрләп була.
Нәҡип абзыйым, курстарҙа уҡып, тракторсы һөнәре алғас, «ҡорос ат»тан төшмәне. Ауылға нисә ҡайтһам да, ул йә ер һөрә, йә иген сәсә, бесән саба, малдарға силос, бесән ташый. Бер аҙҙан совхоз кукуруз үҫтереүгә йүнәлеш алған. Һәр эште еренә еткереп, хатта арттырып башҡарған абзыйыма яңы бурыс өҫтәлгән. Бында ла ул үҙен тиҙ күрһәтте, исем-шәрифе һәм «алдынғы кукуруз үҫтереүсе» тигән даны район һәм республика гәзиттәрендә йыш күренә башлай, партия сафына алына. Гел ситтә йәшәгәнлектән ауылға ҡайтып-китеп кенә йөрөгәс, абзыйымдың дәүләт наградалары алыуына иғтибар бирмәнем, үҙе лә һөйләмәне. Ғөмүмән, маҡтаныу, маһайыу кеүек сифаттар уға хас түгел. Әсәйем генә: «Абзыйыңа тағы миҙал бирҙеләр», — тип кенә ҡуйыр ине (ул бүләк­тәр­ҙең барыһын да «миҙал» тип атаны). Нәҡип абзыйым 1969 йылда 12-се саҡырылыш район Советы депутаты итеп бер тауыштан һайланған. Ҡәҙерләп һаҡла­ған архивында В.И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы юбилей, «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалдары, 1973, 1974, 1976 йылдарҙа «Бөтә Союз социалистик ярышында еңеүсе» билдәләре, III дәрәжә «Хеҙмәт даны» ордены булыуы күп нәмә тураһында һөйләй. Совхоз бар саҡта ун йыл бригадир булып эшләне, пенсияға сыҡҡас, ун йыл самаһы ауыл старостаһы йөгөн алып барҙы.
Ҡаҫмарт йылғаһы шишмә кеүек шәп аға, әммә ғү­мер тигәнең тағы ла етеҙерәк йүгерә икән. Беҙ күнегеп йәшәгән донъя ҡапыл әлән-борханға әйләнде. Ике-өс айға бер тапҡыр әҙ-мәҙ аҡса тотторған «Зианчура» совхозының «З» хәрефе лә ҡалманы. Меңәрләгән баш һарыҡ ҡайҙалыр таралып бөттө. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, совет заманында эштә сынығып үҫкән быуын барлыҡ ауырлыҡты еңергә тырышты һәм әле нәҡ улар ауыл ҡотон һүндермәйенсә тотоп килә. Кәримә еңгәм һәм Нәҡип абзыйым ауылдаштарымдың күптәре кеүек тап ошо сылбырҙың ныҡлы бер быуынын тәшкил итә. Ә бит улар ҙа ил башына төшкәнде кисереп йәшәне, әммә бирешмәнеләр, үҙ көстәре менән тормошто дауам иттерҙеләр. «Һигеҙ йыл ҡулға бер тин аҡса инмәне», — тип хәтерләй еңгәм донъя­лар боларған осорҙо. Ул саҡта әсәйем Мәҙинә Низаметдин ҡыҙы иҫән булып, уның бәләкәй генә пен­сияһын кәрәк-яраҡҡа тотоноуҙан тыш, гәзит-жур­налға яҙылыуға ла бүлә алғандар. Әле лә уларҙың өйөн матбуғатһыҙ күҙ алдына килтереп булмай.
Донъяуи тереклектә һәр кемдең күңелендә нин­дәй­ҙер үкенесле тойғо ҡалыусан. «Атайһыҙ үҫеүе был тор­мош­та иң ауыры булды, гел атайымды һағынып йә­шәнем», – ти абзыйым. Атаһы Нуретдин Шәмсет­дин улы Рәхимғолов, абзыйыма ике генә йәш булғанда Бө­йөк Ватан һуғышына алынып, генерал Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизия­һы алып барған хәрби хәрәкәттәрҙә башын һалған.
Еңгәм менән абзыйымдың кем менән дә булһа үпкәләшеп йәшәгәнен ишеткәнем булманы. Ғәҙәттә ауылда тап шундай кешеләрҙе ҙурлайҙар, хөрмәт итәләр. Быйыл Кәримә еңгәм менән абзыйым Нәҡип Рәхимғоловтарҙың ғаилә ҡороп йәшәүҙәренә – 50 йыл, абзыйыма – 75 йәш, «Совет Башҡортостаны» – «Баш­ҡортостан» гәзитен алдырыуҙарына 55 йыл тулды. Олпат йәшкә баҫһалар ҙа, күңелсәк, асыҡ йөҙлө, мәр­хәмәтле булып ҡалыуҙары өсөн өс һеңлеһе исеменән ғүмер буйы яратып уҡыған гәзиттәре аша ҡайнар ҡотлау һәм ысын йөрәктән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Ауылдаштарымдың да беҙҙең теләктәрҙе күтәреп алырына шигем юҡ.



Автор: Фәүзиә ЛАТИПОВА. Район: Ейәнсура районы, Ағурҙа ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә