Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тышауҙы атҡа ғына кейҙермәйҙәр..
Тышауҙы атҡа ғына кейҙермәйҙәр..
Тышауҙы һәр кем белә. Ғәҙәттә, аттарҙы алыҫҡа олаҡмаһын, баҫыуға төшөп, ашлыҡты исрафламаһын тип тышаулайҙар. Әммә ҡайһы ваҡыт әҙәм балаларына ла шундай ғәләмәт ҡуялар икән.

Был хәл Шаран районында була. 42 йәшлек Вячеслав Попов менән Михаил Лебедевтың баҫһа — баҡыр, типһә тимер өҙөрҙәй сағы. Халыҡ әйтмешләй, аҫау айғыр кеүек ни эшләргә белмәй үрәпсеп торған саҡтары. Шулай булғас, нисек инде өйҙә әҙерҙе генә ашап, түбәгә серт төкөрөп ятмаҡ кәрәк!

Көндәрҙең береһендә ата-баба­ларҙың ат урлау кеүек боронғо кәсебе ике дуҫтың иҫенә төшә. Билдәле, ул элек данлыҡлы шөғөл һаналған. Бары ирмен тигән таһыллы, сос уҙамандар ғына бындай эшкә тәүәккәллек иткән. Улар хаҡында өлкәндәр йәшерәк бы­уынға тәмләп-тәмләп һөйләр булған, легендалар барлыҡҡа килгән.
Ике дуҫ та шулай данға күмелергә, үҙҙәре хаҡында ауыҙ һыуын ҡоротоп һөйләүҙәрен теләгәнме, әллә еңел генә аҡса эшләү ғәләмәтеме, ни генә бул­маһын, тотоналар енәйәтсел кәсепкә.
Болондарҙа көтөүе менән хәтфә үлән утлап йөрөгән дөлдөлдәрҙе күреп, егеттәрҙең күҙе майлана. Еңел машинала кәйҙертеп кенә килеп, тышауҙарын ҡырҡып, уларға йүгән кейҙереп, Ырымбур далаларына юрта улар. Имеш, үҙҙәре кәйефтәре күтәрелеп йырлап та ебәрә ти:
Һай, минең толпар атым,
һай, минең аҡбуҙ атым,
Йондоҙҙарға осор инек,
булһа ҡанатың.
Егеттәрҙең эше шәп бара. Йондоҙ­ҙарға уҡ осмаһалар ҙа, Ырымбурға етеп, толпарҙарына яңы хужа табалар ҙа, йәнә тыуған яҡҡа ҡайтып, тағы тышауҙарҙы ҡырҡалар. Ысынлап та, тиҙҙән ҡараҡ­тарҙың даны тирә-яҡҡа тарала, ат эҙләп йөрөгәндәр күбәйә.
— Минең бейәм ғәйеп булды...
— Шундайыраҡ ат күренмәнеме?..
Күптән инде үҙенә икенсе эйә тапҡан малды табырһың! Кеше күҙенә әллә ни салынмаҫ өсөн эҙ яҙлыҡтырырға ла оҫтарып ала дуҫтар. Тәүгеһендә бишбү­ләктәрҙекенә атланһалар, икенсеһендә шарандарҙыҡын йырлай-йырлай алып китәләр, өсөнсөһөндә Туймазы тарафтарына юлланалар.
Бер нисә ай эсендә ике әшнә респуб­ликаның ете районынан 35 баш атты алып ҡаса, бөтәһе 1 миллион 200 мең һум­лыҡ зыян килтерә. Тик, үкенескә ҡар­шы, дуҫтар был шөғөл менән үтә мауы­ғып китеп, үҙҙәренә лә йүгән кей­ҙер­- гәндәрен абайламай ҡала. Хәҙер ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында Вячеслав – биш, Михаил дүрт йыл ярым буйы тышауҙа буласаҡ. Ҡараҡтарға ярҙам иткән өсөнсө дуҫтары ла иректә ирәүәнләп сабып йөрөй алмаҫ. Бынан тыш, ат хужаларына килтергән зыянды ла ҡапларға тура килер.
Хәҙер был яҡта халыҡ ат ҡараҡтары хаҡында телдән төшөрмәй һөйләй, имеш.


Автор: Венер ИСХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 0

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөнән Вьетнамдың иң хозур утрауына тура рейстар башлана

Өфөнән Вьетнамдың иң хозур утрауына тура рейстар башлана 27.10.2026 // Йәмғиәт

«Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Вьетнамға тура даими рейстар старт алды. VietJet авиакомпанияһы Өфө — ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә