Тышауҙы һәр кем белә. Ғәҙәттә, аттарҙы алыҫҡа олаҡмаһын, баҫыуға төшөп, ашлыҡты исрафламаһын тип тышаулайҙар. Әммә ҡайһы ваҡыт әҙәм балаларына ла шундай ғәләмәт ҡуялар икән.
Был хәл Шаран районында була. 42 йәшлек Вячеслав Попов менән Михаил Лебедевтың баҫһа — баҡыр, типһә тимер өҙөрҙәй сағы. Халыҡ әйтмешләй, аҫау айғыр кеүек ни эшләргә белмәй үрәпсеп торған саҡтары. Шулай булғас, нисек инде өйҙә әҙерҙе генә ашап, түбәгә серт төкөрөп ятмаҡ кәрәк!
Көндәрҙең береһендә ата-бабаларҙың ат урлау кеүек боронғо кәсебе ике дуҫтың иҫенә төшә. Билдәле, ул элек данлыҡлы шөғөл һаналған. Бары ирмен тигән таһыллы, сос уҙамандар ғына бындай эшкә тәүәккәллек иткән. Улар хаҡында өлкәндәр йәшерәк быуынға тәмләп-тәмләп һөйләр булған, легендалар барлыҡҡа килгән.
Ике дуҫ та шулай данға күмелергә, үҙҙәре хаҡында ауыҙ һыуын ҡоротоп һөйләүҙәрен теләгәнме, әллә еңел генә аҡса эшләү ғәләмәтеме, ни генә булмаһын, тотоналар енәйәтсел кәсепкә.
Болондарҙа көтөүе менән хәтфә үлән утлап йөрөгән дөлдөлдәрҙе күреп, егеттәрҙең күҙе майлана. Еңел машинала кәйҙертеп кенә килеп, тышауҙарын ҡырҡып, уларға йүгән кейҙереп, Ырымбур далаларына юрта улар. Имеш, үҙҙәре кәйефтәре күтәрелеп йырлап та ебәрә ти:
Һай, минең толпар атым,
һай, минең аҡбуҙ атым,
Йондоҙҙарға осор инек,
булһа ҡанатың.
Егеттәрҙең эше шәп бара. Йондоҙҙарға уҡ осмаһалар ҙа, Ырымбурға етеп, толпарҙарына яңы хужа табалар ҙа, йәнә тыуған яҡҡа ҡайтып, тағы тышауҙарҙы ҡырҡалар. Ысынлап та, тиҙҙән ҡараҡтарҙың даны тирә-яҡҡа тарала, ат эҙләп йөрөгәндәр күбәйә.
— Минең бейәм ғәйеп булды...
— Шундайыраҡ ат күренмәнеме?..
Күптән инде үҙенә икенсе эйә тапҡан малды табырһың! Кеше күҙенә әллә ни салынмаҫ өсөн эҙ яҙлыҡтырырға ла оҫтарып ала дуҫтар. Тәүгеһендә бишбүләктәрҙекенә атланһалар, икенсеһендә шарандарҙыҡын йырлай-йырлай алып китәләр, өсөнсөһөндә Туймазы тарафтарына юлланалар.
Бер нисә ай эсендә ике әшнә республиканың ете районынан 35 баш атты алып ҡаса, бөтәһе 1 миллион 200 мең һумлыҡ зыян килтерә. Тик, үкенескә ҡаршы, дуҫтар был шөғөл менән үтә мауығып китеп, үҙҙәренә лә йүгән кейҙер- гәндәрен абайламай ҡала. Хәҙер ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында Вячеслав – биш, Михаил дүрт йыл ярым буйы тышауҙа буласаҡ. Ҡараҡтарға ярҙам иткән өсөнсө дуҫтары ла иректә ирәүәнләп сабып йөрөй алмаҫ. Бынан тыш, ат хужаларына килтергән зыянды ла ҡапларға тура килер.
Хәҙер был яҡта халыҡ ат ҡараҡтары хаҡында телдән төшөрмәй һөйләй, имеш.