Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күп эшләүҙән кәрәген эшләү артыҡ
Күп эшләүҙән кәрәген эшләү артыҡ
[b]Октябрҙең тәүге яртыһы ҡыҙыҡлы ваҡиғалар менән тарихта ҡалды. Рәсәйҙең Дәүләт Думаһында Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһының тәҡдиме буйынса дүрт көнлөк эш аҙнаһына күсеү ҡарала башлағайны. Ғәҙәттә, бындай башланғыстар иң тәүҙә Рәсәй Хөкүмәте экспертизаһы аша үтә, был юлы иһә Думаның хеҙмәт комитеты рәйесе Андрей Исаев, әүҙемлек күрһәтеп, профсоюз һәм фирҡәләр иғтибарын йәлеп итте. Бер көн үткәс, вице-премьер Ольга Голодец: “Был — тормошҡа ашмаҫлыҡ хыял ғына”, — тип бәхәсте туҡтатып ҡуйҙы. Думанан иҫкән “ел” баҫылып ҡалды, әммә Рәсәй хеҙмәтсәндәрен борсоған проблема бер ҡайҙа ла юғалманы. Шунлыҡтан уның ҡайһы бер сетерекле мәлдәренә туҡталып китмәксемен.[/b]


[b]Утһыҙ төтөн булмай[/b]

Белеүебеҙсә, һуңғы йылдарҙа хеҙмәт кешеһенә ҡаршы көрәш даими алып барыла: бынан бер нисә йыл элек Михаил Прохоров үҙе етәкселек иткән партия исеменән эш аҙнаһын 60 сәғәткә тиклем оҙайтыу тураһында тәҡдим яһағайны. Алдараҡ хеҙмәт кенәгәһенән баш тартыу тураһында ла һүҙ ҡуйыртып маташтылар. Бына, ниһайәт, хеҙмәтсәндәр мәнфәғәтен яҡлап сыҡҡан беренсе тәҡдим тыумаҫ борон “быуып үлтерелде”.
Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһының тәҡдиме буш урында барлыҡҡа килмәне. Көнбайыштың ҡайһы бер дәүләттәрендә эш аҙнаһы 32 сәғәт тәшкил итә. Фән дә эш аҙнаһын кәметеүҙе хуплай. Инглиз ғалимы Джон Эштондың тикшереүҙәре буйынса, бөгөн кеше аҙнаһына өс көн ял итергә тейеш. Оҙаҡ йылдар оптималь эш ваҡытын өйрәнгән ғалим иҫәпләүенсә, был ғаилә мөнәсәбәттәрен яҡшыртырға, көсөргәнеште кәметергә булышлыҡ итәсәк. Беҙ өйрәнгән биш көнлөк аҙна ғаилә, спорт, хобби, сәйәхәт һ.б. менән шөғөлләнергә ваҡыт ҡалдырмай тиерлек. Был тора-бара стрестарға һәм депрессияға килтерә икән. Иҡтисади яҡтан был бик яҡшы булыр һымаҡ: хеҙмәт етештереүсәнлеге, эштең сифаты ла артыр, эшһеҙлек тә байтаҡҡа кәмер, гастарбайтерҙар ҙа кәрәкмәҫ ине. Кемдер дүрт көнлөккә күсеүҙе эш аҙнаһын 40 сәғәтлек итеп ҡалдырыу тип аңланы, йәғни эш көнө 10 сәғәтлек булырға тейеш. Әммә был яңылыш фекер. Эш көнө һигеҙ сәғәт булып ҡалырға тейеш ине. Бизнес­ты яҡлаған Рәсәй Хөкүмәтенең был тәҡдимгә ҡаршылығын аңларға була. Беҙҙәге хеҙмәт етештереүсәнлегенең түбән булыуы арҡаһында дәүләттең үҙ өҫтөнә алған социаль йөкләмәләрен үтәй алмаясағы уны ҡурҡытты шикелле. Башлыса ошо дәлил генә тәҡдимдән баш тартырға мәжбүр итте лә инде.
Төптәнерәк уйлап ҡараһаң, был дәлилдең икеле икәне аңлашыла. Бөгөнгө иҡтисад кешенең төп ихтыяждарын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә ала. Ас, яланғас, торлаҡһыҙ йөрөгәндәр юҡ кимәлендә. Иҡтисад алдында әле, күреүебеҙсә, нисегерәк итеп кешене тағы ла күберәк аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, башҡа тауарҙар һатып алырға мәжбүр итеү бурысы тора. Бының өсөн киң мәғлүмәт саралары, реклама, мода һ.б. бик әүҙем ҡулланыла. Бер яҡтан, “Тәмле”, “Смак” тигән тапшырыуҙар, төрлө химик тәмләткестәр, рецепт китаптары кешене күберәк ашарға өйрәтһә, икенсе яҡтан, шул уҡ телеканалда барған башҡа тапшырыуҙар кешегә ябығыу юлдарын өйрәтә, диетологтар, фитнес, аэробика һ.б. тренерҙары ла эшһеҙ ултырмай.

[b]Эше барҙың ашы ла
бар шул...[/b]

Шул уҡ көндә Думала тағы ла бер тәҡдим ҡаралғайны. Хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙы йылына ике тапҡыр урынына бер атҡарыу тураһында. Был армиялағы “бабайлыҡ”ты бөтөрөүгә, экономияға килтерәсәк тип күҙалланылар. Әммә Оборона министрлығы шунда уҡ ҡырҡа ҡаршы сыҡты. Бының башҡаса булыуы мөмкин дә түгел ине: йылына бер тапҡыр саҡырыу иғлан итһәк, военкомат хеҙмәткәрҙәре, медкомиссия ағзалары эшһеҙ ҡаласаҡ бит. Тағы ла миҫал. Эскелектән һәм тәмәке тартыуҙан дарыу күптән уйлап табылған: бер таблетка ашау ҙа етә – был насар ғәҙәттән ғүмерлеккә ҡотолаһың. Ләкин эшһеҙ ҡалыуҙан ҡурҡҡан бер генә нарколог та был дарыуҙы ҡулланмаясаҡ. Илдәге һыра һәм араҡы заводтарын, ресторандарҙы ла эшһеҙ ҡалдырасаҡ бит халыҡтың айыҡлығы! Күптәребеҙҙең иғтибар иткәне барҙыр: күп табиптар фармацевтика компаниялары менән бик тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, бер-береһенә эш “табып” ҡына торалар. Медиктар йыш ҡына булмаған ауырыуҙарҙы “уйлап сығарыу” менән мәшғүл, фармацевтар иһә дарыуын тәҡдим итә һала. Табиптар ҙа, коллегаларына эш булһын тип, пациенттарҙы өҫтәмә тикшереүҙәргә (буш булһа ярай ҙа ул) дусар итә.
Йыш ҡына теге йәки был маҡсат өсөн булдырылған берәй хеҙмәт үҙ бурыстарын тейешенсә башҡарырға тырышмай, сөнки ул тиҙҙән эшһеҙ ҡаласаҡ. Наркополицияны ғына алып ҡарайыҡ. Спайс ҡулланыу арҡаһында Рәсәйҙең бер нисә ҡалаһында күпләп кеше ҡырылғас ҡына, улар килограмлап түгел, тонналап наркотикты тартып ала башланы. Быға тиклем грамлап тотҡандарын, мейестә яндырғандарын хәбәр итеп кенә һирәк-һаяҡ эш күрһәтә торғайнылар. Наркоманияны еңеп, эшһеҙ тороп ҡалғылары килмәй шул. Әйтергә кәрәк, наркополиция менән Эске эштәр министрлығы бер-береһен аярға мәжбүр. Тилерткес ағыуҙы һатыуға ҡаршы көрәште көсәйтеү наркотиктың хаҡын арттыра. Ә был, үҙ сиратында, наркомандарҙы яңы доза һатып алыу өсөн кеше таларға мәжбүр итәсәк – полицияның эш һөҙөмтәһен кәметәсәк.

[b]Мәғәнәһеҙ хеҙмәт өсөн аҡса түләйҙәрме?[/b]

Бер-береңә эш булдырыу — иҡтисад фәненең төп постулаттарының береһе. Күренекле иҡтисадсы Джон Кейнс 1929 —1934 йылдарҙағы “бөйөк депрессия”нан сығыу юлы итеп ошо принципты алғайны. Уның фекеренсә, дәүләт тарафынан эш түбәндәгесә ойошторолорға тейеш: кемгәлер канау ҡаҙырға, ә икенсеһенә ошо соҡорҙо күмеп барырға кәрәк. Был, беренсенән, эшһеҙлекте кәметә, икенсенән, мәғәнәһеҙ хеҙмәт өсөн аҡса алған кешенең тейешле тауар һатып алырға мөмкинлеге киңәйә, ә был бизнес үҫешенә яңы этәргес бирә. Беҙ әлеге принципты көн дә күреп торабыҙ. Бер фирма асфальт түшәп, аҙна ла үтмәй, уның артынан икенсеһе торбалар һалыу өсөн канау ҡаҙа башлай.
Барлап сыҡһаң, ошондай мәғәнәһеҙ шөғөлдәр етерлек. Уларҙы бөтөргәндә, эш аҙнаһын юғалтыуһыҙ ҡыҫҡартырға була. Кемдер, хеҙмәт хаҡы түләһәләр – булды, ә уның әһәмиәте кәрәкмәй, тиер. Ғаиләне ҡарарға кәрәк тә инде. Әммә шул хеҙмәт хаҡының ниндәй сығанаҡтан килгәнен уйлап ҡараһаң, фекереңде үҙгәртерһең. Канау ҡаҙыусылар ҙа, асфальт түшәүселәр ҙә беҙ торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләгән аҡса иҫәбенә йәшәй түгелме ни? Һәр беребеҙ түләгән 13 процент һалымды иҫәпләү, йыйыу, аҙаҡ төрлө маҡсаттарға таратыу менән шөғөлләнгән чиновниктар ҙа үҙҙәренә эште беҙҙең иҫәпкә табып ҡына тора. Шул уҡ пенсия, пособие, ташлама алыу өсөн төрлө белешмә йыйыуҙы талап итеп, төрлө кабинеттарға ҡыуып, үҙҙәренә эш кенә өҫтәп ултырғандарҙы ла әйтер инем. Мәҫәлән, Рәсәйҙең Пенсия фондында ғына 134 мең кеше эшләй. Яҡшы-яҡшы офистарҙағы был хеҙмәт­кәрҙәр беҙ түләгән аҡса иҫәбенә йәшәй бит.
Йәмғиәт өсөн кәрәкмәгән ошо һөнәрҙәрҙе бөтөргәндә, эш аҙнаһын дүрт түгел, өс көнлөккә лә әйләндереп булыр ине. Әлбиттә, көн дә эшкә йөрөргә ғәҙәтләнгән замандаштарыбыҙҙың бәғзе­ләре албырғап ҡалыр: өс көн буйы нисек ял итеп ятырға була? Әгәр уға: “Бөгөн һин һигеҙ сәғәтлек эшеңде күпме ваҡытта башҡарып сыға алаһың?” — тип һорау бирһәң, ул: “Бер-ике сәғәт етә”, — тип яуаплар. Тимәк, ҡалған ваҡыты бушҡа, “салбар һәм сабата туҙҙырып, борсаҡ ярып” үтә. Етәксеһе лә уны эшенән иртәрәк ҡайтарып ебәрә алмай. Әгәр был хеҙмәткәр эшен көн һайын бер-ике сәғәттә үтәй башлаһа, уға икенсе бурыс йөкмәтә башлаясаҡтар. Ошоноң арҡаһында ул “минең эшем күп, ваҡытым етмәй” тип гел генә эшлекле йөҙ күрһәтеп ултырасаҡ.
Һигеҙ сәғәтте ошолай үткәргәнсе, эш аҙнаһын ҡыҫҡартыу иҡтисади йәһәттән отошлораҡ бит. Эш ваҡытын көн түгел, сәғәтләп иҫәпләүгә күсеү яҡшыраҡ та булыр ине. Йылына 1 мең 970 сәғәт эш ваҡытын һәр кем үҙе теләгәнсә үтәргә тейештер. Кемгәлер көн дә һигеҙ сәғәт эшләүе отошлолор, ә бәғзеләргә күберәк мәшғүл булыу ҙа зыян итмәҫ. Шул уҡ Ольга Голодецтың мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн 86 миллион кешенең 50 миллионы ҡайҙа эшләгәнен белмәйбеҙ. Уларға Хеҙмәт кодексындағы һигеҙ сәғәтлек эш көнө лә, 40 сәғәтлек эш аҙнаһы ла таныш түгел.
Өс көнлөк ялды кемдер, әлбиттә, бот күтәреп, бушҡа уҙғарыр. Әммә бөгөнгө шарттарҙа дәүләт был мәсьәләне алдан хәстәрләргә тейеш. Кешегә квали­фикацияһын арттырырға, белемен камиллаштырырға шарттар булдырыуҙы ҡайғыртыу мөһим. Халыҡты кәрәкмәгән эш менән йөҙәткәнсе, уға шәхес булып үҫергә шарттар тыуҙырыу яҡшыраҡтыр.

[b]Илдар ҒӘБИТОВ,
иҡтисад фәндәре кандидаты.[/
b]

Дүрт көнгә ҡалдырыу мөмкинме?
Яҡташтарыбыҙ был хаҡта нимә уйлай икән тип, бер нисә кешегә шундай һорау менән мөрәжәғәт иттек: Рәсәйҙә эш аҙнаһын дүрт көнгә ҡалдырыу мөмкинме?

Азат РӘХИМҒОЛОВ, янғын һүн­дереүсе:
– Минең ҡатыным — уҡытыусы, ул аҙнаһына алты көн эшләй. Улым да алты көн уҡый. Йәкшәмбе юҡ-бар мәшәҡәт менән үтә лә китә. Кис тағы иртәгәһе дәрескә әҙерләнергә кәрәк. Спектакль-концерттарға, күргәҙмә­ләргә йөрөргә, әҙәби китап уҡырға ваҡыттары ҡалмай. Үҙем иһә бер тәүлек эшләйем дә өс көн өйҙә булам, шуға йорт-ҡураны ҡарарға ла, башҡаһына ла өлгөрәм.

Ғәлимә ҒӘЛИЕВА, мәға­риф ветераны:
– 40 йылға яҡын уҡы­тыусы булып эшләйем, бер ҡасан да дәрес бөтөү менән ҡайтып китмәнем. Төрлө саралар, кисәләр, осрашыуҙар үткәргән саҡта 12-шәр сәғәт буйы өйгә ҡайта алманым. Бер көн ял иткәндә лә уҡыусыларым менән йә урманға, йә китапханаға походтар ойошторҙом. Минең уйлауымса, уҡытыусыға өс көн ял кәрәк. Һуңғы йылдарҙа класс етәксеһе булып эшләмәйем, шуға күрә үҙем өсөн аҙ ғына булһа ла ваҡыт бүлә башланым. Уҡытыусы бөтә кешегә лә өлгө, белемле, мәҙәниле һәм һәр яҡлап та матур булырға тейеш, ә уның өсөн ваҡыт кәрәк.

Рита, сауҙа хеҙмәткәре:
– Эшләгән кешегә өс көнлөк ял ниңә кәрәкһен? Аҡса алғың килһә, көндө төнгә ялғап эшлә лә эшлә. Ял итергә теләһәң, өйөңдә ят.

Йәмилә ТАЛИПОВА, һауынсы:
– Беҙҙең эштә ял юҡ. Көн һайын эш таң һарыһынан башланып, киске сәғәт 8-гә тиклем дауам итә. Өйҙәге мәшәҡәт тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел, аҙбар тулы — мал-тыуар, ҡош-ҡорт... Ғөмүмән, ауыл кешеһенә был тәҡдим ҡағылмай. Аҡыллы етәкселәр, кеҫәһе ҡалындар ялын да, башҡаһын да оҫта итеп ойошторор, әлбиттә.

Рөстәм, «Башнефть» хеҙмәт­кәре:
– Яңы тәҡдимде хуплаһалар, кө­нө­нә ун сәғәт эшләргә тура киләсәктер, тим. Ә бит был хәтле ауырлыҡтан һуң кеше ныҡ арыясаҡ һәм ялын дивандан тормай ғына үткәрәсәк. Физик һәм аҡыл хеҙмәте араһындағы айырманы ла оноторға ярамай. Минеңсә, бындай ысул менән генә эш урындарын арттырып булмаясаҡ.

[b]Элена ҒИЛМУЛЛИНА
яҙып алды.
[/b]




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 770

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873