Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡыуаныстары сикһеҙ
Ҡыуаныстары сикһеҙ
Социаль йүнәлештәге программаларҙы тормошҡа ашырыу Нефтекамала эҙмә-эҙлекле алып барыла. Мәҫәлән, быйыл эконом класлы йорттар төҙөү программаһы буйынса 135 фатир сафҡа индерелеп, асҡыстары торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждарға бирелде. Йыл башынан 10 йәш ғаилә 2 миллион 766,4 мең һумлыҡ социаль түләү алды. Ошо көндәрҙә был программа тағы ла 11 ғаиләгә оло шатлыҡ алып килде: уларға дөйөм хаҡы 10 миллион 220,7 мең һумлыҡ торлаҡ сертификаттары тапшырылды.

Хәтерҙәрендә оҙаҡҡа ҡаласаҡ был тантанаға күптәр балаларын да алып килгәйне. Кескәйҙәргә бигерәк тә сара һуңында бергәләшеп фотоға төшөү оҡшаны. Иҫтәлекле ваҡиғаның мәғәнәһен тулыһынса аңлап та бөтмәгән бәләкәстәр ата-әсәләре менән бергә шатланды...
Сығышы менән Тәтешле районының Күрҙем ауылынан булған Эльвира менән Рузил Сәлимовтарҙың Нефтекамаға ки­леп төпләнеүенә тиҫтә йылдан ашыу. Ғаи­лә башлығы — иретеп йәбеш­те­реү­се, Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләп йөрөй. Ҡала кафеларының береһендә ашнаҡсы булған хужабикә ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетында тағы ла бер һөнәр үҙләштерә. Был тырыш ғаиләлә өс бала үҫеп килә. Сәлимовтарҙың оло ҡыҙҙары Айгизәгә – 10 йәш, ул IV класта уҡый. Алты йәшлек игеҙәк Риназ менән Илназ әлегә балалар баҡсаһында тәрбиәләнә.
— Ике бүлмәле фатирҙа йәшәйбеҙ, — тип торлаҡ сертификаты алыу шатлығы менән уртаҡлашты Эльвира Ринат ҡыҙы. – Күп балалы ғаилә булараҡ ҡалаға ҡараған Ҡырым-Һарай ауылында шәхси йорт һалыу өсөн ун сутыйлыҡ ер участкаһы биргәйнеләр, сертификат аҡсаһын шул төҙөлөшкә тотонасаҡбыҙ.
Күптән инде ҡала кешеһенә әйләнгән Борай һылыуы Гүзәлиә Хәлиуллина – дүрт бала әсәһе. Оло ҡыҙҙары Даяна менән Иҙелиә мәктәптә уҡыһа, игеҙәк малайҙар Амаль менән Рималь дүрт йәштә.
— Әлегә кеше фатирында торабыҙ, — ти Гүзәлиә Данил ҡыҙы. – Сертификатты торлаҡ алырға тотонорға ине иҫәп.
Дүрт бала әсәһе Гүзәл Ғарипова ла, ете йәшлек ҡыҙы һәм бәләкәй игеҙәктәре менән тантанаға килгән Эльза Ғосманова ла сертификат аҡсаһына торлаҡ аласаҡтары тураһында шатланып һөйләне.
Биш бала тәрбиәләгән Мәрйәм менән Эльдар Хикмәтуллиндарҙың ҡыуанысы ла сикһеҙ булды ул көндө. Ҡаланың Кәсәү биҫтәһендә ҡыҫынҡы шарттарҙа көн күргән был йәш ғаилә 1,3 миллион һумды яңы йорттарын төҙөп бөтөрөүгә тотонасаҡ.
Ҡала хакимиәте башлығы Рәшит Дәүләтов ҡулынан торлаҡ сертификаты алыусыларҙың барыһы ла етәкселеккә ошондай хәстәрлек өсөн оло рәхмәтен белдерҙе. Уларҙың шатлыҡ-ҡыуанысын ысын күңелдән уртаҡлашып, төрлө кимәлдәге маҡсатлы социаль программаларҙың киләсәктә лә шулай уңышлы эшләүен теләп ҡалайыҡ.


Автор: Ансар НУРЕТДИНОВ. Район: Нефтекама ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 0

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөнән Вьетнамдың иң хозур утрауына тура рейстар башлана

Өфөнән Вьетнамдың иң хозур утрауына тура рейстар башлана 27.10.2026 // Йәмғиәт

«Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Вьетнамға тура даими рейстар старт алды. VietJet авиакомпанияһы Өфө — ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә