Социаль йүнәлештәге программаларҙы тормошҡа ашырыу Нефтекамала эҙмә-эҙлекле алып барыла. Мәҫәлән, быйыл эконом класлы йорттар төҙөү программаһы буйынса 135 фатир сафҡа индерелеп, асҡыстары торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждарға бирелде. Йыл башынан 10 йәш ғаилә 2 миллион 766,4 мең һумлыҡ социаль түләү алды. Ошо көндәрҙә был программа тағы ла 11 ғаиләгә оло шатлыҡ алып килде: уларға дөйөм хаҡы 10 миллион 220,7 мең һумлыҡ торлаҡ сертификаттары тапшырылды.
Хәтерҙәрендә оҙаҡҡа ҡаласаҡ был тантанаға күптәр балаларын да алып килгәйне. Кескәйҙәргә бигерәк тә сара һуңында бергәләшеп фотоға төшөү оҡшаны. Иҫтәлекле ваҡиғаның мәғәнәһен тулыһынса аңлап та бөтмәгән бәләкәстәр ата-әсәләре менән бергә шатланды...
Сығышы менән Тәтешле районының Күрҙем ауылынан булған Эльвира менән Рузил Сәлимовтарҙың Нефтекамаға килеп төпләнеүенә тиҫтә йылдан ашыу. Ғаилә башлығы — иретеп йәбештереүсе, Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләп йөрөй. Ҡала кафеларының береһендә ашнаҡсы булған хужабикә ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетында тағы ла бер һөнәр үҙләштерә. Был тырыш ғаиләлә өс бала үҫеп килә. Сәлимовтарҙың оло ҡыҙҙары Айгизәгә – 10 йәш, ул IV класта уҡый. Алты йәшлек игеҙәк Риназ менән Илназ әлегә балалар баҡсаһында тәрбиәләнә.
— Ике бүлмәле фатирҙа йәшәйбеҙ, — тип торлаҡ сертификаты алыу шатлығы менән уртаҡлашты Эльвира Ринат ҡыҙы. – Күп балалы ғаилә булараҡ ҡалаға ҡараған Ҡырым-Һарай ауылында шәхси йорт һалыу өсөн ун сутыйлыҡ ер участкаһы биргәйнеләр, сертификат аҡсаһын шул төҙөлөшкә тотонасаҡбыҙ.
Күптән инде ҡала кешеһенә әйләнгән Борай һылыуы Гүзәлиә Хәлиуллина – дүрт бала әсәһе. Оло ҡыҙҙары Даяна менән Иҙелиә мәктәптә уҡыһа, игеҙәк малайҙар Амаль менән Рималь дүрт йәштә.
— Әлегә кеше фатирында торабыҙ, — ти Гүзәлиә Данил ҡыҙы. – Сертификатты торлаҡ алырға тотонорға ине иҫәп.
Дүрт бала әсәһе Гүзәл Ғарипова ла, ете йәшлек ҡыҙы һәм бәләкәй игеҙәктәре менән тантанаға килгән Эльза Ғосманова ла сертификат аҡсаһына торлаҡ аласаҡтары тураһында шатланып һөйләне.
Биш бала тәрбиәләгән Мәрйәм менән Эльдар Хикмәтуллиндарҙың ҡыуанысы ла сикһеҙ булды ул көндө. Ҡаланың Кәсәү биҫтәһендә ҡыҫынҡы шарттарҙа көн күргән был йәш ғаилә 1,3 миллион һумды яңы йорттарын төҙөп бөтөрөүгә тотонасаҡ.
Ҡала хакимиәте башлығы Рәшит Дәүләтов ҡулынан торлаҡ сертификаты алыусыларҙың барыһы ла етәкселеккә ошондай хәстәрлек өсөн оло рәхмәтен белдерҙе. Уларҙың шатлыҡ-ҡыуанысын ысын күңелдән уртаҡлашып, төрлө кимәлдәге маҡсатлы социаль программаларҙың киләсәктә лә шулай уңышлы эшләүен теләп ҡалайыҡ.