Быйылғы май иртәләренең береһендә фатирыбыҙҙа көтмәгәндә телефон шылтыраны. Трубканы алһам, Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ ауылында йәшәп ятҡан, хәҙер инде өлкән йәштәге Сөнәғәт Яҡупов олатайҙың тауышын ишетәм.
— Рәшит туған, “Башҡорт халҡының тарихы” тигән ете томлыҡ ғилми хеҙмәт сыҡҡан икән, шуны алдырмаҡсы инем. Беҙҙең өсөн шунан да ҡәҙерлерәк тағы нимә бар инде! Ҡайҙа һатыла икән, шуны хәбәр ит әле, хаҡын да белеш, — тине ағай. — Берәй “ГАЗель” машинаһын яллап, Урал улымды ебәреп алдырыр инем. Бер айлыҡ пенсия аҡсаһы етер әле. Улымдың алтмышы тула, пенсия йәшенә етте. Ваҡыты бар...
Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең Октябрь проспектындағы фирма магазинының адресын өйрәтеүен- өйрәттем дә ул, үҙем икеләнә төштөм. Унда барып, ете томлыҡтың бөтөнөһө лә бармы, юҡмы икәнен белешергә булдым. Барһам, унда, күп томлыҡ баҫма тулы түгел, тинеләр. Тулы комплект Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғына тороп ҡалған икән. Ете томлыҡ ғилми баҫманан тыш, йәнә ете томлыҡ ҡушымтаны ла һатып алырға була. Барлығы ун дүртме, ун бишме ҡалын том. Хаҡы ла меңәрләп булып китә. Сөнәғәт ағайға шылтыратып, күпме аҡса менән килергә кәрәк булыуын да әйттем, институттың адресын өйрәттем, китап һатыусы Нурия һеңленең телефон номерын да бирҙем. Килһәләр, эҙләп йөрөмәйенсә, тәғәйен генә урынға барып керерлек булһын, тинем. Өфө менән Ҡоншаҡ араһы — “иномарка”ла ғына елдереп уҙһаң да, кәмендә биш-алты сәғәтлек юл. Ошо алыҫ араны үтеп, “Башҡорт халҡының тарихы” тигән томдарҙы машинаһына тейәп, көнөндә Ҡоншаҡҡа әйләнеп ҡайтып төшә Сөнәғәт ағайҙың улы Урал Яҡупов. Шуны уйлайым: үҙ халҡымдың тарихына арналған китаптар тип, ҡәҙерен белеп, тотош бер айлыҡ пенсияһын тотоноп, оҙон сәфәрҙәр ойоштороусы тағы ла берәй илһөйәребеҙ бармы икән арабыҙҙа? Булһа, “Афарин” тип әйтерлек тә баһа!
Ошо эпизодтан сығып ҡына ла гәзит уҡыусы Сөнәғәт Яҡупов олатайҙың ниндәй үҙенсәлекле кеше булыуын күҙ алдына килтергәндер, моғайын. Ғүмер юлының 90 йәш тигән бейек түбәһенә артылһа ла, ғәжәп ҡыҙыҡһыныусан, эшлекле, теремек бер зат ул. Ысын мәғәнәһендә оло аҡыл эйәһе, хөрмәтле ил ағаһы. Ә миңә уның менән тәү башлап уттай янып торған урта йәштәрҙәге ир-уҙаман сағында осрашырға тура килгәйне.
1961 йылдың йәмле йәй көндәре. Беҙ, Башҡорт дәүләт университетының беренсе курсын тамамлаған бер төркөм студент, Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ, Арғаяш, Сосновка райондары буйлап фольклор практикаһында йөрөйбөҙ. Арғаяш районының Дәрүиш ауылында, беҙгә урынлашырға ярҙам итеүҙе һорап, урындағы колхоз идараһына киттем. Барып керһәм, алғы бүлмәлә биш-алты ир-ат көлөшөп һин дә мин гәп һата. “Миңә колхоз рәйесен күрергә ине”, тиһәм, “Бына ул!” тип, араларындағы уртаса ғына буйлы, мыҡты кәүҙәле, асыҡ йөҙлө бер ағайға күрһәтәләр. Бәй, был бер ҙә түрә кешегә оҡшамаған дабаһа, шаяртмайҙармы икән тип уйлайым. Юҡ, ысын булып сыҡты. Ағайға үҙемдең үтенесемде һөйләп бирҙем. Жданов исемендәге колхоздың Сөнәғәт Яҡупов атлы рәйесе икән. Ул шунда уҡ беҙҙе ауыл кешеләренә урынлаштырыу сараһын күрҙе. Иртәгәһен мине, “УАЗ”-ына ултыртып, Дәрүиш ауылы төйәкләнгән Ҡарағайлы күленең (йәйрәп ятҡан ҙур күл инде ул) арғы яҡ яр буйындағы Морат ауылына алып китеп, халыҡ менән осраштырып йөрөтөп алып ҡайтты.
Дуҫ-иштәренең өйҙәрендә күңелле әңгәмәләр ҡороп, һөйләшеп тә, йырҙар тыңлап та ултырҙыҡ. Беҙгә, маршрут буйынса юлыбыҙҙы дауам итеп, Арғаяшҡа ҡарай китергә кәрәк ине. Сөнәғәт ағай улай ашығып йөрөүебеҙҙе оҡшатманы. “Бына беҙҙең колхозда тағы ла ете-һигеҙ ауыл бар. Барыһы ла башҡорт ауылдары. Һеҙ уларҙың икеһендә генә булдығыҙ. Йыйған материалығыҙ тулы булмай бит! Әйҙә, бында ике студентты ҡалдырығыҙ. Улар ошонда аҙна буйы йөрөп, ҡарттар менән осрашһындар. Мин уларға егеүле ат биреп ҡуям, ашау-эсеүҙәрен хәстәрләйем”, — ти колхоз рәйесе. Ниндәй аҡыллы тәҡдим! Фольклор йыйыусылар, ауылдан ауылға ашыҡ-бошоҡ йөрөүгә ҡарағанда, бер төбәктә, халыҡ ижадының тамырҙарын байҡап, ентекләп эшләһә, уңышлыраҡ булғанлығын нисек аңлап алған колхоз рәйесе? Беҙ, уның кәңәшен тотоп, Дәрүиштә ике иптәшебеҙҙе — Мәрйәм Биктимерова (хәҙер — Бураҡаева) менән Хәбир Ҡаҙарғоловты ҡалдырып, юлыбыҙҙы дауам иттек. Улар аҙна буйы Сөнәғәт ағай әйтеп биргән ауылдарҙа фольклор материалдары йыйып, тура Өфөгә ҡайтып төштө. Ҡыҙыҡ та, фәһемле лә эпизод.
Беҙгә, ил, тел өйрәнеүселәргә, бик күп йөрөргә, күп кешеләр менән осрашырға, танышырға тура килә. Ләкин ваҡыт үтеү менән байтағы онотола, бары тик ҡағыҙ битенә төшөрөп өлгөргән мәғлүмәттәр генә юйылмай, оҙаҡ һаҡлана. Ә Сөнәғәт Яҡупов ағайҙы (хәҙер инде мин уны олатай тип атайым), уның һымаҡ тағы ла бер нисә ил ағаһын аҙаҡ Силәбе яҡтарына барған һайын иҫкә төшөрөп, уларға сәләмдәр әйтеп йөрөнөм. Күп йылдар үткәс, аҡһаҡал менән тағы ла бер-ике осрашып, күрешергә насип булды. Үткән йыл, мәҫәлән, атаҡлы башҡорт геологы, профессор Ҡадир Рәхим улы Тимерғазиндың тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы Ҡоншаҡ районының Әмин ауылына юбилей сараларына саҡырғайнылар. Һәм бына йәнә осрашыу.
Сөнәғәт Ҡунаҡкилде улының, пенсияға сыҡҡанға тиклем ошо районда совхоз директоры урынбаҫары булып эшләп, район үҙәгендә урынлашып йәшәп ятыуы тураһында ишеткәйнем. Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һаман да әүҙем йәмәғәтсе икәнен, тел, дин, халыҡ яҙмышы менән бәйле бөтөн сараларҙа ҡатнашыуын белеп, бермә-бер ҡыуандым. Юбилей сараһына йыйылғандар менән бергә күмәкләп фотоға төштөк.
Аҡһаҡал ыҫпай, матур итеп кейенгән, күкрәге тулы орден, миҙалдар. Ай-һай, күпте һөйләй ҙә баһа был наградалар. Бына III дәрәжә Дан ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ, Ҡыҙыл Байраҡ, Ватан һуғышы ордендары. II дәрәжә Дан орденына ла тәҡдим ителгән булған, әммә яраланып госпиталгә эләгеүе арҡаһында уныһын алырға тура килмәгән. (Белеп булмай, архив ҡағыҙҙары араһында шул награда ла көтөп ятмаймы икән әле ҡарт һалдатты). Миҙалдары тиҫтәнән артып китә.
Был юлы ла осрашыу ашығыс ҡына булды. Иркенләп әңгәмә ҡороп ултырырға ла ваҡыт теймәй ҡалды. Уның ҡарауы минең ҡулыма “Солдат, хлебороб, руководитель” тигән йоҡа ғына бер китап килеп керҙе. Авторы — Валерий Ҡаһарманов. Аҙ ғына тираж менән 2011 йылда Ҡоншаҡта баҫылып сыҡҡан. Әле бына шул баҫманың биттәренә ҡат-ҡат күҙ йүгертеп ултырам. Һүҙемде шунан алынған мәғлүмәттәргә таянып дауам итәм. Сөнәғәт Ҡунаҡкилде улы Яҡупов 1924 йылдың 24 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Арғаяш кантоны (хәҙер Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы) Ҡомкүл (рәсми исеме — Мәмбәт) ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә төпсөк бала булып донъяға килә. Бала сағы ожмахтай ошо тәбиғәт ҡосағында үтә. Ун йәшендә атаһы вафат булып, әсәләре менән генә ҡалалар. Күрше Дәрүиш ауылына йәйәү йөрөп, ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай.
Каникул ваҡытында ауыл балалары ололар менән бергә колхоз эшенә егелә, йорт тирәһендә ярҙамлаша. Колхозда көтөү ҙә көтә, хисапсы ла була, бесәнгә лә йөрөй үҫмер. Онотолмаҫ яҡты иҫтәлек булып йәшәй ул йылдар Сөнәғәт Яҡуповтың күңелендә. Әммә үкенестәр ҙә тынғы бирмәй йөрәгенә. “Перспективаһыҙ” тигән булып, Силәбе яҡтарында ла күпме ауылды юҡҡа сығарҙылар. Ҡомкүлдәр ҙә ҡайһыһы Дәрүишкә, ҡайһыһы Моратҡа күсенергә мәжбүр булды. Хәҙер ул ауыл ултырған урынға, йәмле Ҡомкүлдең әйләнә-тирәһенә, Силәбенең яңы байҙары хужа булып алған, береһенән-береһе уҙҙырып, икешәр-өсәр ҡатлы коттедждар һалып ҡуйғандар. Эй замана, ни өсөн әле тағы ла тиҫкәренән иҫә беҙҙең ауылдарыбыҙға һинең елдәрең? Ә бит шул уҡ крәҫтиән ғүмер-ғүмергә илдең таянысы булды. Тыныс тормошта ла, ауыр яу йылдарында ла һәр ваҡыт алғы сафҡа баҫты ауыл кешеләре.
Сөнәғәт Яҡупов та илдә барған ҙур төҙөлөштәрҙә ҡатнашыу хыялы менән шахтер һөнәрен һайларға була. 1941 йылдың майында яҡындағы Ҡарабаш ҡалаһында ФЗО тамамлай. Дәһшәтле 22 июнь көнөн алыҫ Байкал аръяғында — Чита өлкәһендә — ҡаршылай. Йәш белгестәр оборона әһәмиәтендәге металл — вольфрам сығарылған приискыла эшләй. Эш 40 градусҡа еткән Себер һыуығында асыҡ һауа шарттарында алып барыла. Ә кистәрен йәштәр хәрби әҙерлек буйынса дәрестәргә йөрөй.
1942 йылдың авгусында Сөнәғәт Яҡупов Ҡыҙыл Армия сафына алына. Бәхеткә күрә, тағы ла бер йыл буйы хәрби әҙерлек үтәләр. 1943 йылдың сентябрендә ул хеҙмәт иткән полк Харьков, Киев йүнәлешендә һөжүмгә күсә. Шул көндән башлап сержант Яҡупов үҙенең ПТР-ы, аҙаҡ артиллерия расчеты менән ике йылға яҡын фронттың алғы һыҙығында була. Уларҙың полкы дошмандың “тигр”ҙары, “пантера”лары менән туҡтауһыҙ алыша-алыша Берлин эргәһендәге Фюрстенвальде ҡалаһына барып етә. Һуғышта яугир ике мәртәбә яраланып, госпиталдә ятып сыға. Эсмәй, тартмай. “Нарком өлөшө” тип аталған йөҙ грамды ауыҙына ла алмай. Дошманға ҡаршы айыҡ аҡыл менән барыуҙы өҫтөнөрәк күрә. Һуғыштан һуң Яҡупов хеҙмәт иткән часть Германияның баш ҡалаһы Берлинда Совет ғәскәрҙәре составында ҡалдырыла. Берҙән-бер көндө Рейхстаг стенаһына үҙенең исемен яҙып ҡалдыра башҡорт һалдаты. Уттар-һыуҙар аша үткән 23 йәшлек сержант-артиллерист 1947 йылда тыуған яғына ҡайтып төшә. Яҡын туғандары араһынан бер үҙе генә... Бер туған ағалары Көсөкбай, Иркәбай, Абдулла Яҡуповтар, ике туған энеләре Шәйхислам, Ғибәҙәт яу яланында ятып ҡала.
Ярты Европаны үтеп ҡайтҡан һалдаттың тыуған ерен, туғандарын, яҡташтарын һағыныу тойғоһо шундай көслө була — Сөнәғәт Яҡупов ҡабат бер ваҡытта ла атай-олатайҙар төйәгенән ситкә китмәҫкә тигән ҡарарға килә. Ҡайтҡан көндөң иртәгәһенә үк, ҡулына көрәк тотоп, колхозсылар менән бергә эшкә сыға. Уға хисапсы, бухгалтер вазифаларын йөкмәтәләр. 1949 йылда әле егерме бише лә тулмаған фронтовик Яҡуповты үҙенең тыуған төйәгендәге “Победа” колхозының рәйесе итеп һайлайҙар. Дәрүиш ауыл Советына ҡараған был хужалыҡҡа Дәрүиш, Мәржәбай, Марат һәм Мәмбәт (Ҡомкүл) ауылдары берләшкән була. Бер йылдан, колхоздарҙы эреләтеү кампанияһы башланыу менән, ошо тирәләге ун бер башҡорт ауылы Жданов исемендәге колхоз итеп берләштерелә (1961 йылда беҙ барғанда Сөнәғәт Яҡупов нәҡ ошо ҙур хужалыҡтың рәйесе булып эшләп йөрөй ине). Ғөмүмән, һуғыштан һуң бөтөн ғүмерен тыуған яғында ауыл хужалығын үҫтереүгә арнай ул. Ситтән тороп Троицк ауыл хужалығы техникумын тамамлай. Төрлө йылдарҙа Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондарында ауыл Советы рәйесе, совхоз директорының урынбаҫары булып эшләй. Етмеше тулып уҙғас ҡына эштән туҡтай.
Сөнәғәт Ҡунаҡкилде улы ҡатыны Мәғәфүрә менән дүрт бала — бер ул, өс ҡыҙ — тәрбиәләп үҫтерә. Бөгөн туғыҙ ейән-ейәнсәргә, туғыҙ бүлә-бүләсәргә ҡартатай һәм олатай булып, үҙенең оло юбилейын ҡаршылай. Тик шуныһы үкенесле: тәүге йәмәғәте бик иртә яҡты донъя менән хушлаша. Байтаҡ йыл инде ул икенсе ҡатыны Ләйсән Фәләх ҡыҙы Ғәббәсова менән татыу ғүмер итә. Ҡоншаҡ районының үҙәге Ҡоншаҡ ауылында йәшәйҙәр. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре йыйылғанда атай, олатай йорто ысын-ысынында байрам төҫөн ала.
Гәзит уҡыусылар өсөн, бәлки, ҡыҙыҡ булыр тип, шуны ла әйтмәксемен: 90 йәшлек Арғаяш, Ҡоншаҡ аҡһаҡалы Сөнәғәт Ҡунаҡкилде улы Яҡупов та – “Башҡортостан”дың, “Йәшлек”тең әүҙем уҡыусыларының береһе. Гәзитте ул, ҡулына ҡыҙыл пасталы ручка тотоп, мәҡәләләрҙең аҫтына һыҙа-һыҙа уҡып ултыра, тигәйне миңә ейәнсәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлиә Урал ҡыҙы. Ә әле иһә, “Башҡортостан”ды йәки район гәзитен ҡарап сыҡҡандан һуң, ҡулына ҡыҙыл ҡәләмен тотоп, башҡорт халҡының тарихына арналған томдарҙы ҡулына алалыр. Халҡыбыҙҙың шундай оло патриоты, арҙаҡлы һәм хөрмәтле ил ағаһы ул Сөнәғәт Яҡупов. Һаулыҡ, именлек, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәрҙәренең бәхетен күреп йәшәү шатлығын теләйек уға.