Аҡ күңелле аҡһаҡал07.11.2014
Аҡ күңелле аҡһаҡал
Быйылғы май иртәләренең береһендә фатирыбыҙҙа көтмәгәндә телефон шылтыраны. Трубканы алһам, Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ ауылында йәшәп ятҡан, хәҙер инде өлкән йәштәге Сөнәғәт Яҡупов олатайҙың тауышын ишетәм.
— Рәшит туған, “Башҡорт халҡының тарихы” тигән ете томлыҡ ғилми хеҙмәт сыҡҡан икән, шуны алдырмаҡсы инем. Беҙҙең өсөн шунан да ҡәҙерлерәк тағы нимә бар инде! Ҡайҙа һатыла икән, шуны хәбәр ит әле, хаҡын да белеш, — тине ағай. — Берәй “ГАЗель” машинаһын яллап, Урал улымды ебәреп алдырыр инем. Бер айлыҡ пенсия аҡсаһы етер әле. Улымдың алтмышы тула, пенсия йәшенә етте. Ваҡыты бар...

Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең Октябрь проспек­тындағы фирма мага­зинының адресын өйрәтеүен- өйрәттем дә ул, үҙем икеләнә төштөм. Унда ба­рып, ете томлыҡтың бөтөнөһө лә бар­мы, юҡмы икәнен белешергә булдым. Барһам, унда, күп томлыҡ баҫма тулы түгел, тинеләр. Тулы комплект Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғына тороп ҡалған икән. Ете томлыҡ ғилми баҫманан тыш, йәнә ете томлыҡ ҡу­шым­таны ла һатып алырға була. Барлығы ун дүртме, ун бишме ҡалын том. Хаҡы ла меңәрләп булып китә. Сөнәғәт ағайға шылтыратып, күпме аҡса менән килергә кәрәк булыуын да әйттем, институттың адресын өйрәт­тем, китап һатыусы Нурия һеңленең телефон номерын да бирҙем. Килһәләр, эҙләп йөрөмәйенсә, тәғәйен генә урын­ға барып керерлек булһын, тинем. Өфө менән Ҡоншаҡ араһы — “иномарка”ла ғына елдереп уҙһаң да, кәмендә биш-алты сәғәтлек юл. Ошо алыҫ араны үтеп, “Башҡорт халҡының тарихы” ти­гән томдарҙы машинаһына тейәп, кө­нөндә Ҡоншаҡҡа әйләнеп ҡайтып төшә Сөнәғәт ағайҙың улы Урал Яҡупов. Шу­ны уйлайым: үҙ хал­ҡымдың тарихына арналған китаптар тип, ҡәҙерен белеп, тотош бер айлыҡ пенсияһын тотоноп, оҙон сәфәрҙәр ойоштороусы тағы ла берәй илһөйәребеҙ бармы икән ара­быҙ­ҙа? Булһа, “Афарин” тип әйтерлек тә баһа!
Ошо эпизодтан сығып ҡына ла гәзит уҡыусы Сөнәғәт Яҡупов олатайҙың нин­дәй үҙенсәлекле кеше булыуын күҙ алдына килтергәндер, моғайын. Ғүмер юлының 90 йәш тигән бейек түбәһенә артылһа ла, ғәжәп ҡы­ҙыҡһыныусан, эш­лекле, теремек бер зат ул. Ысын мә­ғә­нәһендә оло аҡыл эйәһе, хөрмәтле ил ағаһы. Ә миңә уның менән тәү башлап ут­тай янып торған урта йәш­тәрҙәге ир-уҙа­ман сағында осрашырға тура килгәйне.
1961 йылдың йәмле йәй көндәре. Беҙ, Башҡорт дәүләт университетының беренсе курсын тамамлаған бер төр­көм студент, Силәбе өлкәһенең Ҡон­шаҡ, Арғаяш, Сосновка райондары буй­лап фольклор практикаһында йөрөйбөҙ. Арғаяш районының Дәрүиш ауылында, беҙгә урынлашырға ярҙам итеүҙе һорап, урындағы колхоз идараһына кит­тем. Барып керһәм, алғы бүлмәлә биш-алты ир-ат көлөшөп һин дә мин гәп һата. “Миңә колхоз рәйесен күрергә ине”, тиһәм, “Бына ул!” тип, арала­рындағы уртаса ғына буйлы, мыҡты кәүҙәле, асыҡ йөҙлө бер ағайға күрһәтәләр. Бәй, был бер ҙә түрә кешегә оҡшамаған да­баһа, шаяртмайҙармы икән тип уйлайым. Юҡ, ысын булып сыҡты. Ағайға үҙемдең үтенесемде һөйләп бирҙем. Жданов исемендәге колхоздың Сөнә­ғәт Яҡупов атлы рәйесе икән. Ул шунда уҡ беҙҙе ауыл кешеләренә урынлаштырыу сараһын күрҙе. Иртәгәһен мине, “УАЗ”-ына ултыртып, Дәрүиш ауылы төйәкләнгән Ҡарағайлы күленең (йәй­рәп ятҡан ҙур күл инде ул) арғы яҡ яр буйындағы Морат ауылына алып китеп, халыҡ менән осраштырып йөрөтөп алып ҡайтты.
Дуҫ-иштәренең өйҙәрендә күңелле әңгәмәләр ҡороп, һөйләшеп тә, йырҙар тыңлап та ултырҙыҡ. Беҙгә, маршрут буйынса юлыбыҙҙы дауам итеп, Ар­ға­яшҡа ҡарай китергә кәрәк ине. Сөнәғәт ағай улай ашығып йөрө­үебеҙҙе оҡшат­маны. “Бына беҙҙең колхозда тағы ла ете-һигеҙ ауыл бар. Барыһы ла баш­ҡорт ауылдары. Һеҙ уларҙың икеһендә генә булдығыҙ. Йыйған материалығыҙ тулы булмай бит! Әйҙә, бында ике студентты ҡалды­рығыҙ. Улар ошонда аҙна буйы йөрөп, ҡарттар менән осраш­һын­дар. Мин уларға егеүле ат биреп ҡуям, ашау-эсеүҙәрен хәстәрләйем”, — ти колхоз рәйесе. Ниндәй аҡыллы тәҡдим! Фольклор йыйыусылар, ауылдан ауыл­ға ашыҡ-бошоҡ йөрөүгә ҡарағанда, бер төбәктә, халыҡ ижадының тамырҙарын байҡап, ентекләп эшләһә, уңышлыраҡ булғанлығын нисек аңлап алған колхоз рәйесе? Беҙ, уның кәңәшен тотоп, Дәрүиштә ике ип­тәшебеҙҙе — Мәрйәм Биктимерова (хәҙер — Бураҡаева) менән Хәбир Ҡаҙарғоловты ҡалдырып, юлыбыҙҙы дауам иттек. Улар аҙна бу­йы Сөнәғәт ағай әйтеп биргән ауыл­дарҙа фольклор материалдары йыйып, тура Өфөгә ҡайтып төштө. Ҡыҙыҡ та, фәһемле лә эпизод.
Беҙгә, ил, тел өйрәнеүселәргә, бик күп йөрөргә, күп кешеләр менән осра­шырға, танышырға тура килә. Ләкин ваҡыт үтеү менән байтағы онотола, ба­ры тик ҡағыҙ битенә төшөрөп өлгөргән мәғлүмәттәр генә юйылмай, оҙаҡ һаҡ­лана. Ә Сөнәғәт Яҡупов ағайҙы (хәҙер инде мин уны олатай тип атайым), уның һымаҡ тағы ла бер нисә ил ағаһын аҙаҡ Силәбе яҡтарына барған һайын иҫкә төшөрөп, уларға сәләмдәр әйтеп йөрөнөм. Күп йылдар үткәс, аҡһаҡал менән тағы ла бер-ике осрашып, күрешергә насип булды. Үткән йыл, мәҫәлән, атаҡлы башҡорт геоло­гы, профессор Ҡадир Рәхим улы Ти­мер­ғазиндың тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы Ҡоншаҡ районының Әмин ауы­лына юбилей сараларына саҡыр­ғайнылар. Һәм бына йәнә осрашыу.
Сөнәғәт Ҡунаҡкилде улының, пенсия­ға сыҡҡанға тиклем ошо районда совхоз директоры урынбаҫары булып эш­ләп, район үҙәгендә урынлашып йәшәп яты­уы тураһында ишеткәйнем. Өлкән йәш­тә булыуына ҡара­маҫтан, һаман да әү­ҙем йәмәғәтсе икәнен, тел, дин, ха­лыҡ яҙмышы менән бәйле бөтөн са­раларҙа ҡатнашыуын белеп, бермә-бер ҡыуандым. Юбилей сараһына йы­йыл­ғандар менән бергә күмәкләп фотоға төштөк.
Аҡһаҡал ыҫпай, матур итеп ке­йен­гән, күкрәге тулы орден, миҙал­дар. Ай-һай, күпте һөйләй ҙә баһа был наг­радалар. Бына III дәрәжә Дан орде­ны, Ҡыҙыл Йондоҙ, Ҡыҙыл Байраҡ, Ватан һуғышы ордендары. II дәрәжә Дан орденына ла тәҡдим ителгән бул­ған, әммә яраланып госпиталгә эләгеүе арҡаһында уныһын алырға тура килмә­гән. (Белеп булмай, архив ҡағыҙҙары араһында шул награда ла көтөп ятмай­мы икән әле ҡарт һалдатты). Миҙал­дары тиҫтәнән артып китә.
Был юлы ла осрашыу ашығыс ҡына булды. Иркенләп әңгәмә ҡороп улты­рырға ла ваҡыт теймәй ҡалды. Уның ҡарауы минең ҡулыма “Солдат, хлебороб, руководитель” тигән йоҡа ғына бер китап килеп керҙе. Авторы — Валерий Ҡаһарманов. Аҙ ғына тираж менән 2011 йылда Ҡоншаҡта баҫылып сыҡ­ҡан. Әле бына шул баҫманың биттә­ренә ҡат-ҡат күҙ йүгертеп ултырам. Һүҙемде шунан алынған мәғлүмәттәргә таянып дауам итәм. Сөнәғәт Ҡунаҡ­кил­де улы Яҡупов 1924 йылдың 24 сен­тябрендә Башҡорт АССР-ының Арғаяш кантоны (хәҙер Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы) Ҡомкүл (рәсми исеме — Мәмбәт) ауылында күп балалы крәҫ­тиән ғаиләһендә төпсөк бала булып донъяға килә. Бала сағы ожмахтай ошо тәбиғәт ҡосағында үтә. Ун йәшендә ата­һы вафат булып, әсәләре менән генә ҡалалар. Күрше Дәрүиш ауылына йәйәү йөрөп, ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай.
Каникул ваҡытында ауыл балалары ололар менән бергә колхоз эшенә еге­лә, йорт тирәһендә ярҙамлаша. Колхозда көтөү ҙә көтә, хисапсы ла була, бесәнгә лә йөрөй үҫмер. Онотолмаҫ яҡты иҫтәлек булып йәшәй ул йылдар Сөнәғәт Яҡуповтың күңелендә. Әммә үкенестәр ҙә тынғы бирмәй йөрәгенә. “Перспективаһыҙ” тигән булып, Силәбе яҡтарында ла күпме ауылды юҡҡа сығарҙылар. Ҡомкүлдәр ҙә ҡайһыһы Дәрүишкә, ҡайһыһы Моратҡа күсенергә мәжбүр булды. Хәҙер ул ауыл ултырған урынға, йәмле Ҡомкүлдең әйләнә-ти­рә­һенә, Силәбенең яңы байҙары хужа булып алған, береһенән-береһе уҙҙы­рып, икешәр-өсәр ҡатлы коттедждар һалып ҡуйғандар. Эй замана, ни өсөн әле тағы ла тиҫкәренән иҫә беҙҙең ауылдарыбыҙға һинең елдәрең? Ә бит шул уҡ крәҫтиән ғүмер-ғүмергә илдең таянысы булды. Тыныс тормошта ла, ауыр яу йылдарында ла һәр ваҡыт алғы сафҡа баҫты ауыл кешеләре.
Сөнәғәт Яҡупов та илдә барған ҙур төҙөлөштәрҙә ҡатнашыу хыялы менән шахтер һөнәрен һайларға була. 1941 йылдың майында яҡындағы Ҡарабаш ҡалаһында ФЗО тамамлай. Дәһшәтле 22 июнь көнөн алыҫ Байкал аръяғында — Чита өлкәһендә — ҡаршылай. Йәш белгестәр оборона әһәмиәтендәге металл — вольфрам сығарылған приис­кыла эшләй. Эш 40 градусҡа еткән Се­бер һыуығында асыҡ һауа шарттарында алып барыла. Ә кистәрен йәш­тәр хәрби әҙерлек буйынса дәрестәргә йөрөй.
1942 йылдың авгусында Сөнәғәт Яҡупов Ҡыҙыл Армия сафына алына. Бәхеткә күрә, тағы ла бер йыл буйы хәрби әҙерлек үтәләр. 1943 йылдың сентябрендә ул хеҙмәт иткән полк Харьков, Киев йүнәлешендә һөжүмгә күсә. Шул көндән башлап сержант Яҡупов үҙенең ПТР-ы, аҙаҡ артиллерия расчеты менән ике йылға яҡын фронт­тың алғы һыҙығында була. Уларҙың полкы дошмандың “тигр”ҙары, “панте­ра”­лары менән туҡтауһыҙ алыша-алы­ша Берлин эргәһендәге Фюрс­тен­валь­де ҡалаһына барып етә. Һуғышта яугир ике мәртәбә яраланып, госпиталдә ятып сыға. Эсмәй, тартмай. “Нарком өлөшө” тип аталған йөҙ грамды ауыҙына ла алмай. Дошманға ҡаршы айыҡ аҡыл менән барыуҙы өҫтөнөрәк күрә. Һу­ғыштан һуң Яҡупов хеҙмәт иткән часть Германияның баш ҡалаһы Берлинда Совет ғәскәрҙәре составында ҡалды­ры­ла. Берҙән-бер көндө Рейхстаг сте­на­һына үҙенең исемен яҙып ҡалдыра башҡорт һалдаты. Уттар-һыуҙар аша үткән 23 йәшлек сержант-артиллерист 1947 йылда тыуған яғына ҡайтып төшә. Яҡын ту­ғандары араһынан бер үҙе генә... Бер туған ағалары Көсөкбай, Иркәбай, Абдулла Яҡуповтар, ике туған энеләре Шәйхислам, Ғибәҙәт яу яланында ятып ҡала.
Ярты Европаны үтеп ҡайтҡан һал­дат­тың тыуған ерен, туғандарын, яҡ­таш­тарын һағыныу тойғоһо шундай көслө була — Сөнәғәт Яҡупов ҡабат бер ваҡытта ла атай-олатайҙар төйәге­нән ситкә китмәҫкә тигән ҡарарға килә. Ҡайтҡан көндөң иртәгәһенә үк, ҡулына көрәк тотоп, колхозсылар менән бергә эшкә сыға. Уға хисапсы, бухгалтер вазифаларын йөкмәтәләр. 1949 йылда әле егерме бише лә тулмаған фронтовик Яҡуповты үҙенең тыуған төйәген­дәге “Победа” колхозының рәйесе итеп һай­лайҙар. Дәрүиш ауыл Советына ҡа­раған был хужалыҡҡа Дәрүиш, Мәржә­бай, Марат һәм Мәмбәт (Ҡомкүл) ауыл­дары берләшкән була. Бер йылдан, колхоздарҙы эреләтеү кампания­һы башланыу менән, ошо тирәләге ун бер башҡорт ауылы Жданов исемен­дәге колхоз итеп берләштерелә (1961 йылда беҙ барғанда Сөнәғәт Яҡупов нәҡ ошо ҙур хужалыҡтың рәйесе булып эшләп йөрөй ине). Ғөмүмән, һуғыштан һуң бөтөн ғүмерен тыуған яғында ауыл хужалығын үҫтереүгә арнай ул. Ситтән тороп Троицк ауыл хужалығы техникумын тамамлай. Төрлө йылдарҙа Ар­ғаяш һәм Ҡоншаҡ райондарында ауыл Советы рәйесе, совхоз директорының урынбаҫары булып эшләй. Етмеше тулып уҙғас ҡына эштән туҡтай.
Сөнәғәт Ҡунаҡкилде улы ҡатыны Мәғәфүрә менән дүрт бала — бер ул, өс ҡыҙ — тәрбиәләп үҫтерә. Бөгөн ту­ғыҙ ейән-ейәнсәргә, туғыҙ бүлә-бүлә­сәргә ҡартатай һәм олатай булып, үҙенең оло юбилейын ҡаршылай. Тик шуныһы үкенесле: тәүге йәмәғәте бик иртә яҡты донъя менән хушлаша. Байтаҡ йыл инде ул икенсе ҡатыны Ләйсән Фәләх ҡыҙы Ғәббәсова менән татыу ғүмер итә. Ҡоншаҡ районының үҙәге Ҡоншаҡ ауылында йәшәйҙәр. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүлә­сәр­ҙәре йыйылғанда атай, олатай йор­то ысын-ысынында байрам төҫөн ала.
Гәзит уҡыусылар өсөн, бәлки, ҡыҙыҡ булыр тип, шуны ла әйтмәксемен: 90 йәшлек Арғаяш, Ҡоншаҡ аҡһаҡалы Сөнәғәт Ҡунаҡкилде улы Яҡупов та – “Баш­ҡорт­остан”дың, “Йәшлек”тең әү­ҙем уҡыусыларының береһе. Гәзитте ул, ҡулына ҡыҙыл пасталы ручка тотоп, мәҡәләләрҙең аҫтына һыҙа-һыҙа уҡып ултыра, тигәйне миңә ейәнсәре, баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлиә Урал ҡыҙы. Ә әле иһә, “Башҡорт­остан”ды йәки район гәзитен ҡарап сыҡҡандан һуң, ҡулына ҡыҙыл ҡәләмен тотоп, башҡорт халҡының тарихына арналған томдарҙы ҡулына алалыр. Халҡыбыҙҙың шундай оло патриоты, арҙаҡлы һәм хөрмәтле ил ағаһы ул Сөнәғәт Яҡупов. Һаулыҡ, именлек, ба­лаларының, ейән-ейән­сәрҙәренең, бү­лә-бүләсәрҙәренең бәхетен күреп йә­шәү шатлығын теләйек уға.





Вернуться назад