Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бәхеттең тулышҡан мәле
Бәхеттең тулышҡан мәле
Диңгеҙ флотында хеҙмәт итеү барыһына ла тәтемәй шул: мыҡты кәүҙәле, сос егеттәрҙе генә алалар унда! Стәрлетамаҡ урамдарынан күкрәктәрен киреп атлаған моряк Фаатҡа ҡарап, барыһы ла шундай уйҙа һымаҡ. Тик отпускка ҡайтҡан егеттә маһайыуҙың әҫәре лә юҡ. Ҡапыл ғына ҡалалағы һырғалаҡ яғына боролоуы ла ирекһеҙҙән килеп сыҡты. Тауҙан шау-гөр килеп шыуған, уйнап-көлгән йәштәр араһында һөйкөмлө бер ҡыҙҙы күреү менән бөтә уйҙары тарҡалды ла ҡуйҙы. Егет һис тә төшөп ҡалғандарҙан түгел, ҡыйыулығы ла бар, ә бына һылыуға өндәшергә баҙнаты етеңкерәмәй. Шулай ҙа үҙендә көс таба алды Фаат һәм шул көндән алып Зөлфирә менән ялы бөткәнсе бергә тау шыуҙы. Флотҡа китер көн килеп тә етте, ә бәхетенә иҫергән егет ҡыҙҙың адресын алырға ла онотто. Шулай итеп, аралар алыҫайҙы, бәйләнеш өҙөлдө. 1964 йылдың ҡышы ине был…


Хеҙмәт кешеһенең баһаһы юғары ине

Малаховтарҙың ихатаһына барып ин­гән­дә, хужалар балан тирә ине. Әйҙүкләп ҡаршы алыуҙары уҡ йортта ихлас ке­шеләр йәшәгәненә дәлил, әммә сәй табынына саҡырған өлкәндәрҙе мәшә­ҡәт­тәренән айырмаҫҡа булдым, эш ыңғайында ғына аралаштыҡ.
— Малай саҡта уҡ тракторҙан төшмәй торғайным. Шуға мәктәпте тамамлау менән 15 кенә йәштә рулгә ултырыу атай-әсәй өсөн яңылыҡ булманы, — тип тормош йомғағын һүтә Фаат Хаживәли улы. – Әрмегә ҡәҙәр трактор йөрөтһәм, ҡайт­ҡас, машинаға күстем. 41 йыл буйы шофер булып эшләнем.
Элекке замандарҙағы шофер тормошо – үҙе бер китап яҙырлыҡ. Фаат ағайҙың тәүге “ЗИС-150” машинаһындағы сәфәр­ҙәре лә мажараларға, михнәттәргә бай булған: юлда ватылып ятҡан саҡтар, сөгөлдөр тапшыра алмай, кабинала туң­ған төндәр, 50-60 саҡрымдан йәйәү ҡай­тыу… Хәйер, барыһын да һанап сығыу мөмкинме ни? Кеҫә телефоны, салонды йылытыусы “мейес”, автонавигатор кеүек мөғжизәле техник сараларҙы ҡулланыу бәхете тейгәнме ни үткән быуат шоферына?
— Ғүмер буйы бер ойошмала эшлә­нем. “МУП” та, “ГУП” та, “АТП” ла булып бөт­тө инде ул. Хәҙер, ана, күптән тар­ҡа­лып, ярым-емерек биналары ғына тороп ҡалды, — тип артабан бәйән итте уҙаман. — Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, һәр саҡ эшем­де намыҫлы башҡарырға ынтылдым. Хатта бер йылда көҙгө уңышты ташыу буйынса республика шоферҙары араһында 3-сө урынға сыҡтым. Маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары ла күп, тик, улым, мин быларҙы маһайыр өсөн әйтмәйем. Беҙ эшләгән саҡта шоферға ғына түгел, ғөмүмән, хеҙмәт кешеһенә иғтибар ҙа, ихтирам да мул ине: эш хаҡы, ял йорттарына путевкалар, бушлай фатир… Шуға эшләүе лә көйлө булды, арыу-талыу белмәнек, туңһаҡ-туңдыҡ, әммә йөктө тейешле урынға алып барып тапшырҙыҡ.
— Ғүмер буйына ғаиләңә йоҡманың да шул, 41 йыл хеҙмәтеңдең 25 йылын ко­ман­дировкаларҙа үткәрҙең. Хатта йөклө сағымда ла эргәмдә булманың. Эй, машина тиһәң, һин бит өйҙән ҡасып сығып китергә әҙер инең, — тип өҫтәне уйынлы-ысынлы Зөлфирә апай ҙа. Әйткәндәй, Зөлфирә Нурулла ҡыҙы үҙе лә ябай хеҙ­мәт кешеһе, оҙаҡ йылдар йылылыҡ торбаларын изоляциялаған. Ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, заводтарҙа 90 метр бейек­лектәге торбаларҙың өҫтөнән йүгереп йөрөгән. Шул күренештәрҙе күҙ алдынан үткәрһәң, совет ҡатын-ҡыҙҙарының та­һыл­лығына, батырлығына, әрһеҙлегенә хайран ҡалаһың.
Балан әсеһе лә татлана

Зөлфирә апайҙың үпкәле һүҙҙәренән ағай ҙа бер аҙ ҡыйынһынып китте, кү­рәһең. Ипләп кенә ҡатынының арҡаһына төрткөләп, бер тәлгәш баланды һуҙҙы ла:
— Ҡара әле, кәләш. Бынауһы бигерәк матур, ҡып-ҡыҙыл булып, ҡалай тулышып бешкән. Хас та һин йәш саҡтағы һымаҡ, хәйер, әле лә төҫ ташламайһың, — тине. Зөлфирә апай йылы һүҙҙән ирене лә төштө.
— Үҙең дә бына тигән егет инең. Юҡһа, Ауырғазымды ташлап һиңә килер инем­ме? — тигән булды.
— Бына шулай, улым, тормош та ошо баландай, — тип һүҙен дауам итте Фаат Хаживәли улы. – Нисек үҫтерһәң, шундай емеш бирә. Ә эсендәге әсеһенә иғтибар итмә, татлы һүҙҙәрҙән тәмләнә ул. Бер-береңде аңлап, сабыр итеп, татыу йәшә­һәң, шул саҡта ғаилә усағы ла йылына.
…Теге саҡта, кире армия хеҙмәтенә киткәс, Фаат оҙаҡ ваҡыт һырғалаҡта бергәләп шыуған ҡыҙҙы онота алмай яфа­лана. Адресын алмағас, нисек та­бырға һуң? Был юлы ла егеткә бәхет йылмая. Тыуған яҡҡа ҡайтыу менән, ул һөй­гәнен йәнә осрата. Урындағы ятаҡ­тарҙың береһендә йәштәр уйынында кисәге диңгеҙсе аҙаша яҙған мөхәббәтен таба.
Ике улға ғүмер бүләк итә Малаховтар. Икеһе лә атаһының юлын һайлай. Ҡыҙ­ға­нысҡа ҡаршы, ун йыл элек ҡайғы ишек ша­ҡый: Рәфистәре, үҙ ғаиләһен дә ҡороп өлгөрмәй, юл һәләкәтендә вафат була. Оло юғалтыу кисергән ата-әсә баҙап ҡала. Сабырлыҡ, бер-береңде аңлау хи­се менән ҡайғыны еңәләр. Бөгөн Зөл­фи­рә менән Фаат Малаховтарҙың бөтөн булмышы улдары Радикка, килендәренә, ике ейәнсәре менән ейәненә бәйле. Күҙ терәп торғандары – ошо балалар, тиһәк тә, хаталанмайбыҙҙыр.

Һыйыр аҫрап, баҡса үҫтереп … ҡалала

Баланды тиреп бөтәрәк Зөлфирә Нурулла ҡыҙы:
— Ярай, улым, һин бабайың менән һөйләшә тор, мин һыйыр һауып киләйем, — тигәс, аптырап киттем. Баҡтиһәң, Малаховтар ҡала биләмәһендә йәшәп тә һыйыр аҫрай икән. Эргә-тирәлә ҡайҙан көтөү булһын, Фаат ағай малҡайҙарына көн дә үләнде ташып ашата.
— Бала-саға өсөн тотабыҙ инде ул һыйырҙы, — ти уңған хужалар. Баҡса­лағы йәшелсә, еләк-емештең һығылып үҫкәненә йәнә һоҡландыҡ (хатта виноград та бар). Ҙур ике йорт, мунса һәм һа­райҙың һәммәһе лә яҡшы кимәлдә! Һөт тә, ит тә, тоҙло ҡыяр-помидор ҙа, бал да — үҙҙәрендә.
Хеҙмәт ветераны бөгөн дә “тимер ат”тан айырылмай. Ваҡ-төйәк мәшәҡәте буйынса “Форд”та елдерһә, бесәнде яратҡан “ЗИЛ”-ында ташый. Юҡ-юҡта йөк машинаһы ярҙамында аҡса ла эшләп ала ул. Иң мөһиме — автомобилдәр һәр саҡ “ялт” итеп тора, һәр детале төҙөк! Хужа күңеленә ҡасандыр эйәләшкән машина “ене” һаман да йәшәүен дауам итә, ахыры.
***
Тормош нәҡ тәбиғәттәгесә бит ул: үҙ ваҡыты менән сәскә ата, көнө еткәс, емешен бирә, тик сабыр итеп, бер-береңә терәк-таяныс булып йәшәү генә зарур. Малаховтар ғаиләһе, һис шикһеҙ, ошо ҡанунға таянып йәшәй.


Автор: Рәмил МАНСУРОВ. Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә