Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хаҡтарҙың теҙгене юҡ...
Хаҡтарҙың теҙгене юҡ...
Коммуналь хеҙмәттәрҙең һаман ҡиммәтләнә барыуы – беҙҙең илдә ғәҙәти күренеш. Инде бер хаҡҡа өйрәнеп кенә китһәң, ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәктәр кеүек, түләүҙәр йәнә күтәрелә. Быйыл 1 июл­дән алып коммуналь хеҙмәттәр шаҡтай ҡиммәтләнде. Мәҫәлән, эҫе һыуға сығымдар – 44, һыуыҡ һыуға – 42,5, ә йылытыуға 17,4 процентҡа артты. Хаҡтарҙы теҙгенләргә ваҡыт та бит...


Тарифтарҙың бер туҡтауһыҙ үҫә барыуына халыҡта ризаһыҙлыҡ артҡандан-арта. Рәсми мәғлү­мәттәр буйынса, Өфө, Салауат, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡа­лала­ры халҡы ошоға бәйле дә­ғүәһен белдергән. Башҡор­т­­остан- дың Дәүләт торлаҡ күҙәтеүе комитетына ғына йыл башынан 8 мең­дән ашыу ялыу килгән.
Әммә был өлкәлә хаҡтар үҫеүен дауам итә. Әгәр ике бүлмәле фа­тирҙа йәшәгән өсөн ғаилә айына 2655 һум түләһә, хәҙер иһә кеҫә­һенән 670 һумға күберәк сыға­рырға мәжбүр. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр, пенсионерҙар өсөн был – ҡот осҡос үҙгәреш. Әгәр әбей айына 7 мең һум пенсия ала икән, шуның яртыһын коммуналь түләү­ҙәр “йота”. Ә ҡалған аҡсаға нисек йә­шәмәк кәрәк? Бөгөн төрлө урын­дарҙа йә йыйыштырыусы, йә һаҡсы булып йөрөгән ҡарттарҙы күп осратабыҙ. Улар бит сара­һыҙлыҡтан олоғайған йәшендә эшләргә мәжбүр. Фатиры ҙурыраҡ булғандары бер бүлмәһен ҡур­тымға биреп көн күрә...
Быйыл май айында Рәсәй Хө­күмәте төбәктәрҙә тарифты күтә­реү­ҙең рөхсәт ителгән сиге нор­маһын раҫлағайны. Уға яраш­лы, Башҡортостанда коммуналь түләүҙәрҙең хаҡы үҫеүе алты проценттан артмаҫҡа тейеш. Ә ысынбарлыҡта нисек?!
Республиканың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәдис Сәлимгәрәев белдереүенсә, хаҡ әллә ни күтәрелмәҫкә тейеш булған. Ләкин Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Сибай ҡалаһында һыу менән тәьмин иткән ойошмалар, шулай уҡ һигеҙ ҡаланың йылытыу селтәрҙәре идаралығы Арбитраж судҡа мөрәжәғәт ебәргән. Улар тарифтың бигерәк түбән, килемгә ҡарағанда сығымдарҙың күберәк булыуына зарлана икән. Һөҙөм­тәлә дәғүә белдергән ойошма­ларҙың фекере иҫәпкә алынған, һәм тарифты ғәмәлдәге сығым­дарға ҡарап билдәләгәндәр.
Октябрь айында фатир хужалары йәнә бер квитанция алғас, баҙап ҡалғандыр. Быныһы иһә – торлаҡты капиталь ремонтлау өсөн хаҡ. Быға тиклем Өфө халҡы был хеҙмәт өсөн квадрат метрына 2,8 һум түләй ине. Ҡайһы бер райондарҙа ул бөтөнләй йыйылманы. Хәҙер инде Башҡор­т­остандың һәр төбәгендә халыҡ фатирҙарын капиталь ремонтлау өсөн кеҫәһенән квадрат метрына 5,2 һәм 5,8 һум (алты ҡаттан бейегерәк йорттар өсөн) аҡса сығарырға тейеш.
Моғайын, күптәр “беҙҙең йортто дәүләт ипләр әле” тигән өмөт ме­нән йәшәйҙер. Эйе, элгәре шулай эшләйҙәр ине. Бөгөн илдә хәлдәр башҡаса. Бюджеттың наҡыҫ булыуы, инфляцияның арта барыуы бәкәлгә һуға. Шундай шарттарҙа барлыҡ сығымды халыҡ иңенә һалыу күпкә отошлораҡ бит. Хәҙер килеп йортто капиталь ремонтлау фатир хужалары елкәһенә ауҙа­рыла. Ошо түләүҙән йыйылған аҡса капиталь ремонтлау фондында ятасаҡ, йәғни шу­ның иҫә­бенә күп ҡатлы йорттарҙы йүнәтеп тоторға тейештәр.
Түләүҙәргә килгәндә, һәр ке­шенең кеҫәһе төрлөсә бит. Кем өсөндөр өс мең һумлыҡ сығым күтәрә алмаҫлыҡ йөктәй. Ундай­ҙарға Өфө ҡалаһы хакимиәте адреслы социаль түләү юлларға кәңәш итә. Уны ошо йылдың 31 декабренә тиклем эшләргә мөм­кин. Коммуналь түләүҙәр ғаилә килеменең 20 проценттан ашыуын тәшкил иткән осраҡта субсидияға өмөтләнергә була.
Адреслы социаль түләүҙәр һәм субсидия юллау буйынса тулыраҡ мәғлүмәтте идарасы компания­ларҙан, ҡала һәм район ха­ки­миәттәре сайттарынан алырға мөмкин.
Рәсми мәғлүмәткә ярашлы, йыл башынан алып республикабыҙҙа 175,4 мең ғаилә бындай ярҙамдан файҙаланған. Уның айлыҡ күләме 214 һум (Өфөлә – 254 һум) тәшкил итә.
Шулай ҙа түләүҙәр туҡтауһыҙ арта тип төшөнкөлөккә бирел­мәйек әле. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға быйыл­ғы Мөрәжәғәтнамәһендә коммуналь хеҙмәттәргә тариф кү­тә­ре­ле- үенә ризаһыҙлығын белдерҙе. “Федераль тариф хеҙмәте торлаҡ-коммуналь пред-приятиеларының хаҡ­ты арттырыу буйынса үтенесен хуплап сыҡты. Әммә был пен­сио­нер­ҙарҙың, эш хаҡы түбән булған­дарҙың кеҫәһенә ныҡ һуға. Килә­- сәк­тә ундай ҡиммәтләнеүгә юл ҡуйырға ярамай”, – тине Рөстәм Зәки улы. Төбәк етәксеһе шулай уҡ киләһе йылда республика Хөкү­мәтенә был түләүҙәрҙең кәметеү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.


Автор: А. ҒИЗЗӘТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 5

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 7

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә