Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Һиндә уҡымаһам, кем булыр инем?..”
“Һиндә уҡымаһам, кем булыр инем?..”
Етмеш йыллыҡ тарихы булған Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлағандар араһында ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ! Тырыш, фиҙакәр хеҙмәте менән дан ҡаҙанғандар уҡыу йортоноң да шөһрәтен арттыра.
Бөйөк Ватан һуғышынан һуң аяныслы хәлдә ҡалған ауыл хужалығын аяҡҡа баҫтырыу, сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү кеүек ауыр, мөһим бурыстарҙы янып-көйөп атҡарған белгестәрҙең береһе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Факил Хәкимов та заманында ошо уҡыу йортона килеп, ғилемле, алдынғы ҡарашлы, оло йөрәкле педагогтарҙан яҡшы белем, тәрбиә алыу бәхетенә өлгәштергән яҙмышына сикһеҙ рәхмәтле. “Аслыҡ, яланғаслыҡ хөкөм һөргән йылдарҙа 9-сы мәктәп-интернатҡа барып эләкмәһәм, кем булырымды күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын”, – ти туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлаған хеҙмәт ветераны.


Талмаҫ ҡанат бирҙе

Һүҙҙе әле район үҙәгендә йәшәгән Факил Саҙрый улының үҙенә бирәйек.
– 1930 йылда Мәмбәт ауылында тыуғанмын. Ун дүрт йәшемдә Үрге Смаҡ ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Матрай районы үҙәге Юлдыбайға саҡыртып ауыл хужалығы бүлегенә секретарь итеп эшкә алдылар. 1947 йылдың август баштарында ата-әсәһе фронтта булған етем, ярты етем балаларҙы Өфөләге 9-сы мәктәп-интернатҡа йыялар икән тигән хәбәр таралды. Һуғыш осоронда ас ҡорһаҡҡа эләгеп-һарҡып йөрөп, тейешенсә уҡый алмаған, белемгә һыуһаған мин дә, тешем-тырнағым менән тырышып, шул исемлеккә инеп киттем.
Райондың мәғариф бүлегенән Зыян­ғолов тигән фамилиялы ағай беҙҙе, 10-12 самаһы кешене, Өфөгә алып китте. Юлдыбайҙан 120 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан “Һары” станцияһына (Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы) барып, поезға ултырҙыҡ. Силәбе, Златоуст аша өс тәүлек тигәндә Өфөгә килеп төштөк. Был ауылдан сыҡмаған балаларҙың поезда беренсе сәйәхәте ине. “Балалар” тип әйтеү дөрөҫлөккә тап килеп тә етмәйҙер. Хәҙерге VIII класс уҡыусы­лары менән беҙҙе нисек сағыштыра­һың? Барыбыҙ ҙа һуғыш осоронда сынығыу үтеп, аслыҡ-яланғаслыҡҡа бирешмәй тере ҡалған 17-18 йәшлек егеттәр инек инде.
9-сы мәктәп-интернатта беҙҙе, һигеҙенселәрҙе, дүрт класҡа бүлделәр. Бергә килгән яҡташтарым Рәфҡәт Алғышаев, Рәфҡәт Бүләков, Кинйәғәле Амантаев, Айытбай Нәҙерғолов һәм Роза Зыяева “Г” класына эләктек. Рәми Ғарипов та уҡыу йортонда шул осорҙа белем алды. Уның менән яҡташыбыҙ Рәфҡәт Алғышаев бик дуҫ булды. Рәми Ғарипов Матрай ауылы егетен көндәлектәрендә ифрат йылы һүҙҙәр менән хәтергә алған. Рәфҡәт Алғышаев әле иҫән-һау, районыбыҙҙың Өфө ҡасабаһында йәшәй.
Беҙ килгәндә мәктәп директоры булып Кәли ағай Тереғолов эшләй ине, аҙаҡ уны Сажиҙә апай Зайлалова алыштырҙы. Тәүге көндә үк кейемле булып, сәсте алдырғас, ҡала малай­ҙарына оҡшап киттек. Интернатҡа Юзифа Ашрапова етәкселек итә ине. Беренсе ҡатта ашхана, ярҙамсы бүлмәләр урынлашҡан, икенселә беҙ йәшәйбеҙ. Аҙна һайын Чернышевский урамындағы ҡала мунсаһына йөрөтәләр. Көнөнә өс тапҡыр йылы аш менән туҡланыу, иң мөһиме – баш ҡаланың үҙендә уҡыу беҙҙең өсөн ҙур бәхет ине.
Мәктәптең Ағиҙел йылғаһы аръя­ғында бәләкәйерәк ярҙамсы ­хужалығы булды. Дәрестәрҙән һуң беҙҙе унда йәшелсә йыйырға алып бара тор­ғайнылар. Ашханалағы ҙур ҡаҙандар утын яғып йылытыла. Дежур булған саҡта тыштағы ҡоҙоҡтан һыу индереүе ифрат ауыр була торғайны. Утынды ла әлеге Дуҫлыҡ монументы янындағы пристангә килеп туҡтаған баржаларҙан ташыныҡ.
1949/50 уҡыу йылында беҙҙе Красин урамындағы 33-сө йортҡа күсерҙеләр. Аҫҡы ҡатында – ятаҡ, өҫкөһөндә – класс бүлмәләре. Дәрес әҙерләү, түңәрәктәргә йөрөү өсөн мөмкинлектәр киңәйһә лә, ҡаланың уртаһында йәшәүгә етмәй ине: үҙәк китапхана, милли театр, редакциялар, Ленин скверы ситтә ҡалды.
1948 йылдың башы шатлыҡтарға бай булды: икмәк алыуға карточка системаһы бөтөрөлдө, аҡса реформаһы тормошҡа ашырылды, интернатта туҡ­ланыу яҡ­шырҙы. 1950 йылда мәктәпте дүрт параллель класта уҡыған йөҙҙән ашыу кеше тамамланыҡ. Барыбыҙ ҙа тиерлек юғары уҡыу йорттарына индек. Шамил Юланов, Һибәт Юламанов – Мәскәү юридик, Ниғмәт Шоңҡаров, Сәғит Фәйзуллин, Рәфҡәт Алғышаев, Рафаэль Йосопов, Рауил Ғәйнетдинов, Айытбай Нәҙер­ғолов, Рәшит Насиров Өфөләге педагогия институтын һайланы. Беҙ яҡташым, Ишбулды ауылы егете Әмир Игелеков, менән Башҡортостан ауыл хужалығы институтында уҡыныҡ. Арабыҙҙан етәк­се­ләр ҙә күп сыҡты: партком секретар­ҙары, министр урын­баҫарҙары, мәғариф инс­пекторҙары, район Советы депутаттары, ауыл Советы рәйестәре... Мәктәп-интернат донъя диңгеҙендә йөҙөү, тормош кү­гендә осоу өсөн пар ҡанаттар үҫтереп сығарҙы.

“Хәким күле” лә бар

Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған Факил Хәкимовты Баймаҡ районының барлыҡ Союзға билдәле “Йылайыр” игенселек совхозына эшкә ебәрәләр. Йәш белгес үҙәк бүлексәнең зоотехнигы итеп тәғәйен­ләнә. Бер аҙҙан ул, Матрайға ҡайтып, “Башҡорт” совхозын ойоштороуға күп көс һала. Йылайырҙы Хәйбуллаға ҡушҡас, Факил Саҙрый улын баш зоотехник итеп ҡуялар. Ике төбәк билә­мәһен тәшкил иткән ҙур район ауыл хужалығы продукцияһы етештереү буйынса республикала алдынғылар рәтенә сыға. Буш ятҡан сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәр яңынан эшкәртелеп, иген, үлән, мал аҙығы сәселә, малсылыҡ йылдам үҫеш ала. Район тоҡомсолоҡто үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә, һарыҡ үрсетеү буйынса республикала беренсе урынға сыға.
1973 йылда юғары етәкселек Факил Хәкимовты Бүздәк районында ойош­торолған Матросов исемендәге совхозға директор итеп ебәрә. Бында сөгөлдөр, кишер үҫтереп, орлоҡ етештереү менән шөғөлләнәләр. Эшен мөкиббән яратҡан етәксе унда ла иғтибарҙан ситтәрәк ҡалған һарыҡ үрсетеүҙе үҙенсә, хәй­буллаларса, үҙгәртеп ҡора. Һөҙөмтәлә был йәһәттән эш күпкә яҡшыра.
Факил Саҙрый улы Таллыкүлдән ағып ятҡан бәләкәй генә йылғаны быуҙырып, совхоз көсө менән быуа төҙөтә. Ул әле лә бар. Яҙғыһын уның ярҙарына ҡоштар осоп килеп, оя ҡора, кешеләр рәхәтләнеп ял итә, балыҡ ҡармаҡлай. Рәхмәт йөҙөнәндер инде, халыҡ быуаны “Хәким күле” тип йөрөтә.
1978 йылда Хәйбулла район Советы Факил Саҙрый улының тыуған еренә ҡайтып, ауыл хужалығы идаралығына етәкселек итеүен һорай. Бәләкәй ватанын, хеҙмәттәштәрен һағынып өлгөргән Хәкимов ризалыҡ бирә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы үҙенә ышанып тапшырылған бурысты ҙур яуаплылыҡ менән атҡара. Эше лайыҡлы баһалана: Факил Саҙрый улы – төрлө миҙалдар, “Почет Билдәһе” ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
– Данлыҡлы мәктәп-интернатымдың исеменә, данына тап төшөрмәгән­мен­дер, тип әйтә алам. Уның алдындағы изге бурысымды үтәгәнмендер, – ти Факил Хәкимов.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 113

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 466

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 100

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 910

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 669

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 255

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 577

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 521

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 531