Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәр сәскәнең үҙ еҫе, һәр ҡәүемдең үҙ төҫө
Айырылышыу — ярты әжәл.
Әжәл менән шаярмағыҙ.
Мостай КӘРИМ.

Телебеҙ осонда гел генә булмаһаң да, уйыбыҙҙа, Башҡортостан, Һин һәр даим беҙҙең менән. Хәйер, ғәзиз әсәйеңә һәм ҡәҙерле атайыңа ғына төбәп йөрөткән тойғоларыңды еткереп тороу ҙа кәрәкмәйҙер. Ғүмерен ул һиңә арнаған икән, әсәйеңдең тын алышы — һинең дә һулышың, атайыңдың ҡыуаныс-көйөнөстәре лә — һинеке. Донъяға беҙ шулай яралғанбыҙ, ошондай инаныуҙар менән йәшәйбеҙ.

Ғәжәйеп бит ул тыуған атайсалыбыҙ Башҡорт­остан. Рәсәйҙең иге-сиге күренмәҫ иркенлектәрендә ыҡсым ғына ерҙәрҙе биләп ятһа ла, уның елдәр елеп осона сыҡмаҫ далалары, кейек аҙашыр урмандары, бейек-бейек тауҙары, ҡыҙҙар ҡарашындай серле күлдәре, тулҡындарын аҡ пароходтар ярған йылға­лары, йүгерек шишмәләре — һанап иҫәптән яҙыр­лыҡ, уйлап хайран ҡалырлыҡ хазиналары бар. Олуғ Рәсәй, әлбиттә, ифрат бай донъя, әммә ошо донъя­ның күкрәген биҙәгән гәүһәр — Башҡортостаныбыҙ.
Донъяла бер генә дәүләт тә милли мәртәбәһенә ҡағылышлы мәсьәләләр хаҡында уйланмай йәшәй алмай. Ижтимағи хәрәкәт, уның этәргес көсө илдәргә һәм халыҡтарға ойоп, йоҡомһорап йәшәүгә форсат бирмәй. Әгәр тарихтың оло юлынан ситтә тороп ҡалмаҫҡа теләйһегеҙ икән, кешелек алған тиҙләнеш темпынан тайпылмаҫҡа тура килә. Дәүләттәр, цивилизациялар, мәҙәниәттәр ни ҡәҙәрелер тиңләшкән осоробоҙҙа айырым ижтимағи-иҡтисади ҡоролоштар бүтәндәрҙе көтөп тора алмай. Көслөнөң — мөсһөҙгә, байҙың фәҡиргә эскерһеҙ ярҙам итә торған замандар артта ҡалды. Альтруизм һәм миһырбанлылыҡ аяуһыҙ конкурентлыҡ көрәше менән алмашынды. Көнитмешкә хоҡуҡ, ҡорал көсөнән тыш, финанс, интеллектуаль капитал менән яулана.
Глобаль процестарҙа йәнә бер йүнәлешкә иғтибар итмәү мөмкин түгел. Фән, техниканың етеҙ үҫеше кеше менән тәбиғәт араһындағы мөнәсәбәттәрҙә, иң юғары нөктәне үтеп, теге йәки был яҡҡа ауырға торған хәлгә етте. Математикала бифуркация тигән төшөнсә бар. Тәбиғәттәге процестарға, ижтимағи ваҡиғаларға диҡҡәт менән күҙ һалғанда, кешелектең әлеге бифуркация нөктәһендә тороуын аңлауы ауыр түгел. Кешелек, бер яҡтан, әле йәшәүгә булған дәртен күрһәтһә, икенсе йәһәттән, уның тирә-яҡ мөхит менән мөнәсәбәте был дәртте һүндерә. Йәмғиәт, ғөмүмән, тотороҡло үҫеш юлын үтеп, тарҡалыу, аҡрынлап юҡҡа сыға барыу юлына баҫты.
Туҡта, фекерҙәрем халыҡтар берҙәмлегенең тормош өсөн зарур булыуы тураһындағы идеянан ситләшеп, күңелһеҙ фаразлауҙарға күсеп бара түгелме? Улай тиһәң, донъялағы бер генә ғәмәл дә ҡайһылыр ҡәүемдең үҙаллы теләге менән бойомға ашырыла алмай. Дәүләт сәйәсәте, һис шикһеҙ, донъяның һәр иле менән теләһә ниндәй мәсьәләләр буйынса ла бер-береңде ихтирам итеп һәм шул уҡ ваҡытта милли мәнфәғәттәрҙе алға ҡуйып һөйләшә белеүҙе талап итә. Ер йөҙөндә мөһим йәки онотоп торорҙай мәсьәләләр булмай. Шулай уҡ илдәрҙе лә ҙурҙарына йә кеселәренә айырырға ярамай. Һәр нәмәнең, һәр кемдең үҙ урыны бар. Рәсәйҙең тышҡы сәйәсәтендәге күп йүнәлештәрҙәге эшмәкәрлек, бер яҡтан, Америка Ҡушма Штаттарының глобаль агрессив стратегияһын хәл ҡәҙәренсә һүрелтеүҙе маҡсат итеп ҡуйһа, икенсенән, үҙебеҙҙең милли мәнфәғәт­тәрҙе әүҙем яҡлауға ныҡлап тотоноуыбыҙ тураһында һөйләй. Был йәһәттән Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин, сит ил эштәре министры Сергей Лавров, оборона министры Сергей Шойгу, илдең Берләшкән Милләттәр Ойошмаһындағы вәкиле Виталий Чуркин һәм федераль хакимиәттәге дәүләт өсөн янған ҡайһы бер бүтән эшмәкәрҙәр илдең тәбиғи мөмкинлектәрен дә, геостратегик хәлен дә, нығына барған иҡтисадын да, хәрби ҡеүәтен дә файҙаланырға тырыша. Шуны ла онотмау мөһим: Рәсәй етәкселеге үҙенең эш-ғәмәлдәрендә Рәсәйҙең генә түгел, бәлки, Советтар Союзы буйынса туған­лыҡ тойғоһон һаҡлап ҡалған барса халыҡтарҙың да мәнфәғәтен хәстәрләй.
Был йәһәттән, федератив дәүләттә йәшәгәс, ҡәүемдәрҙе берләштереп тотоуҙа һәм уртаҡ маҡсаттар билдәләүҙә Үҙәк хакимиәттең, ябайлаштырып әйткәндә, Мәскәүҙең роле ҙур. Башҡортос­тандың, башҡорт халҡының Мәскәү дәүләте менән рәсми мөнәсәбәте Иоанн IV батшалыҡ иткәндә башланған. 1557 йыл — рус менән башҡорттоң бер дәүләтселектә йәшәүен юридик рәүештә законлаш­тырған мәл. Артабан Мәскәү хакимдары Рәсәй дәүләтенең һәммә эшмәкәрлегендә лә башҡорт­тарҙың булышлығына таянған.
Мәскәүҙең республикабыҙ өсөн милли кадрҙар әҙерләү йәһәтенән күрһәткән ярҙамы онотолорлоҡ түгел. Ғөмүмән, пайтәхетебеҙ ниндәйҙер иҫтәлектәр уята икән, бында һис тә ғәйеп юҡтыр. Миңә лә баш ҡаланың юғары уҡыу йорттарының береһендә белем алыуымды дауам итеү форсаты тейҙе. Беҙ Мәскәүгә илебеҙҙең һәр төбәгенән, ярты донъянан йыйыл­ғай­ныҡ. Баш ҡала кешеләренең ихласлығы, зыялылығы, итәғәтле мөғәллимдәр, иптәшлек шарттары тиҫтә­ләр­сә милләт кешеһен бик яҡынайтҡайны. Беҙҙең, мәҫәлән, ун ике кешелек төркөмдә генә — туғыҙ ҡәүем вәкиле. Бер-беребеҙгә ҡыҙыҡбыҙ, айырылғас, ҡәҙерле икәнебеҙҙе лә тойҙоҡ.
Бергә бәйләнгән яҙмышыбыҙҙың иң оло уңышы шул: рус халҡы тирәһенә ойошоп, бер-беребеҙгә терәк булып йәшәй башлағаны бирле беҙ йән тыныслығын таптыҡ. Башҡортостан халыҡтарының үҙ-ара эскерһеҙ татыу ғүмер кисереүе, Рәсәйҙәге барлыҡ арҡаҙаштарына ҡул биреп йәшәүе, донъяға тамыр ебәргән дуҫлыҡ — илебеҙҙең ныҡлы дәүләтселек нигеҙенә ҡоролғанлығын дәлилләгән факторҙар күп. Берҙәмлек — һәр төрлө матурлыҡтың асылы һәм башланғысы, тип раҫлау хаҡ икән.
Тарих төпкөлөнә суммай, республикабыҙҙың яңы тарихы сәхифәләренә генә күҙ һалғанда, минең ҡарашҡа, иң мөһиме — эшләрлек халыҡ йүнселлеккә өйрәнде. Күптәр хәҙер дәүләткә ҡарап ауыҙ асып ятмай, үҙ эшендә дәүләт яҡлауын бер ни ҡәҙәр тойоп, булһын тип үҙаллы тырыша, сөнки кеше үҙ ғаилә мәнфәғәттәрен яҡлап ҡына иң юғары етештереү­сәнлек, ысын тырышлыҡ күрһәтә.
Республикабыҙҙың Мәскәү менән мөнәсәбәттәре ике яҡ өсөн дә объектив зарурлыҡҡа нигеҙләнгән. Башҡортостанды Рәсәй империяһының көнсығыш сиктәрендә ышаныслы форпост итеп, Мәскәү заманында Көнсығыш менән бәйләнештәре өсөн хәүеф­лән­мәҫкә нигеҙ тапты. Батша хакимиәте менән баш­ҡорт ырыуҙары араһында сәйәси, иҡтисади, дини проблемалар мөнәсәбәттәрҙе ҡатмарландырып, бәғзе мәлдәрҙә фажиғә сигенә еткереп торһа ла, рус кешеләре менән Көньяҡ Урал, Волга буйы халыҡ­тары араһында ихлас күршелек боҙолманы. Ябай халыҡтарҙың бер-береһенә ҡарата мөнәсәбәтен, ғәҙәттә, сәйәсәт боҙа, иген иккән һәм йорттар күтәргән кешенең күңеленә дошманлыҡ оя ҡора алмай.
Иртәгәһе көнгә баҡҡан халыҡ бөгөнгө менән генә хуш булып йәшәй алмай. Шуның өсөн Үҙәк хакимиәттең төбәктәргә мөмкин тиклем үҙаллылыҡ биреүе, уларға ышаныс күрһәтеүе кәрәк. Һәммә нәмәне Мәскәүгә генә туплау дөрөҫ сәйәсәт түгел, ул урындағы дәртле ниәттәргә тышау һала. Поляк әҙибе Ежи Лец әйтмешләй, “халыҡтың бер йәне, бер йөрәге, ҡазаға ҡаршы ҡуя торған бер күкрәге булыуы ихтимал, әммә уның мейеһе берәү генә булһа, был — бәлә”.
Һүҙҙе нимә менән хуш итергә? Гәзиттең байрамса кәйефле һанына тәғәйенләнгән яҙмала ла борсолоу­ҙарҙы, хатта рух төшөүен йәшереп булмай. Ләкин, ниндәй генә хәүефтәр, шик-шөбһәләр йөрәкте тырна­маһын, яҡшылыҡҡа ышанғы килә. Рәсәйҙең сәйәсәте гел генә бер ярҙан икенсеһенә ҡаҡлыҡҡан карап һымаҡ бармаҫ әле. Көнбайыштың үсле сәйәсәтенә бирешмәҫкә тырышып, хужалыҡ үҙ эшен дауам итә. Милли проекттар, маҡсатлы федераль программалар рәүешендә башланған эштәр бер мәл сис­темалы дәүләт эшмәкәрлегенә әүерелер. Чи­нов­никтар бюрократияһын ауыҙлыҡлай алһаҡ, армияны ысын ил ҡалҡаны итһәк, әхлаҡһыҙлыҡ, бандитлыҡҡа ҡаршы көрәште һүҙҙән эшкә күсерһәк, бәлки, Рәсәй ҙә цивилизациялы, миһырбанлы йәмғиәт булып йәшәй башлар. Бының өсөн уның шашынған байҙарға һәм бөлгән фәҡирҙәргә бүленеүе түгел, бәлки бер маҡсатлы, уртаҡ уйлы халыҡ булып ойошоуы кәрәк.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 771

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873