Һәр сәскәнең үҙ еҫе, һәр ҡәүемдең үҙ төҫө01.11.2014
Айырылышыу — ярты әжәл.
Әжәл менән шаярмағыҙ.
Мостай КӘРИМ.
Телебеҙ осонда гел генә булмаһаң да, уйыбыҙҙа, Башҡортостан, Һин һәр даим беҙҙең менән. Хәйер, ғәзиз әсәйеңә һәм ҡәҙерле атайыңа ғына төбәп йөрөткән тойғоларыңды еткереп тороу ҙа кәрәкмәйҙер. Ғүмерен ул һиңә арнаған икән, әсәйеңдең тын алышы — һинең дә һулышың, атайыңдың ҡыуаныс-көйөнөстәре лә — һинеке. Донъяға беҙ шулай яралғанбыҙ, ошондай инаныуҙар менән йәшәйбеҙ.
Ғәжәйеп бит ул тыуған атайсалыбыҙ Башҡортостан. Рәсәйҙең иге-сиге күренмәҫ иркенлектәрендә ыҡсым ғына ерҙәрҙе биләп ятһа ла, уның елдәр елеп осона сыҡмаҫ далалары, кейек аҙашыр урмандары, бейек-бейек тауҙары, ҡыҙҙар ҡарашындай серле күлдәре, тулҡындарын аҡ пароходтар ярған йылғалары, йүгерек шишмәләре — һанап иҫәптән яҙырлыҡ, уйлап хайран ҡалырлыҡ хазиналары бар. Олуғ Рәсәй, әлбиттә, ифрат бай донъя, әммә ошо донъяның күкрәген биҙәгән гәүһәр — Башҡортостаныбыҙ.
Донъяла бер генә дәүләт тә милли мәртәбәһенә ҡағылышлы мәсьәләләр хаҡында уйланмай йәшәй алмай. Ижтимағи хәрәкәт, уның этәргес көсө илдәргә һәм халыҡтарға ойоп, йоҡомһорап йәшәүгә форсат бирмәй. Әгәр тарихтың оло юлынан ситтә тороп ҡалмаҫҡа теләйһегеҙ икән, кешелек алған тиҙләнеш темпынан тайпылмаҫҡа тура килә. Дәүләттәр, цивилизациялар, мәҙәниәттәр ни ҡәҙәрелер тиңләшкән осоробоҙҙа айырым ижтимағи-иҡтисади ҡоролоштар бүтәндәрҙе көтөп тора алмай. Көслөнөң — мөсһөҙгә, байҙың фәҡиргә эскерһеҙ ярҙам итә торған замандар артта ҡалды. Альтруизм һәм миһырбанлылыҡ аяуһыҙ конкурентлыҡ көрәше менән алмашынды. Көнитмешкә хоҡуҡ, ҡорал көсөнән тыш, финанс, интеллектуаль капитал менән яулана.
Глобаль процестарҙа йәнә бер йүнәлешкә иғтибар итмәү мөмкин түгел. Фән, техниканың етеҙ үҫеше кеше менән тәбиғәт араһындағы мөнәсәбәттәрҙә, иң юғары нөктәне үтеп, теге йәки был яҡҡа ауырға торған хәлгә етте. Математикала бифуркация тигән төшөнсә бар. Тәбиғәттәге процестарға, ижтимағи ваҡиғаларға диҡҡәт менән күҙ һалғанда, кешелектең әлеге бифуркация нөктәһендә тороуын аңлауы ауыр түгел. Кешелек, бер яҡтан, әле йәшәүгә булған дәртен күрһәтһә, икенсе йәһәттән, уның тирә-яҡ мөхит менән мөнәсәбәте был дәртте һүндерә. Йәмғиәт, ғөмүмән, тотороҡло үҫеш юлын үтеп, тарҡалыу, аҡрынлап юҡҡа сыға барыу юлына баҫты.
Туҡта, фекерҙәрем халыҡтар берҙәмлегенең тормош өсөн зарур булыуы тураһындағы идеянан ситләшеп, күңелһеҙ фаразлауҙарға күсеп бара түгелме? Улай тиһәң, донъялағы бер генә ғәмәл дә ҡайһылыр ҡәүемдең үҙаллы теләге менән бойомға ашырыла алмай. Дәүләт сәйәсәте, һис шикһеҙ, донъяның һәр иле менән теләһә ниндәй мәсьәләләр буйынса ла бер-береңде ихтирам итеп һәм шул уҡ ваҡытта милли мәнфәғәттәрҙе алға ҡуйып һөйләшә белеүҙе талап итә. Ер йөҙөндә мөһим йәки онотоп торорҙай мәсьәләләр булмай. Шулай уҡ илдәрҙе лә ҙурҙарына йә кеселәренә айырырға ярамай. Һәр нәмәнең, һәр кемдең үҙ урыны бар. Рәсәйҙең тышҡы сәйәсәтендәге күп йүнәлештәрҙәге эшмәкәрлек, бер яҡтан, Америка Ҡушма Штаттарының глобаль агрессив стратегияһын хәл ҡәҙәренсә һүрелтеүҙе маҡсат итеп ҡуйһа, икенсенән, үҙебеҙҙең милли мәнфәғәттәрҙе әүҙем яҡлауға ныҡлап тотоноуыбыҙ тураһында һөйләй. Был йәһәттән Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин, сит ил эштәре министры Сергей Лавров, оборона министры Сергей Шойгу, илдең Берләшкән Милләттәр Ойошмаһындағы вәкиле Виталий Чуркин һәм федераль хакимиәттәге дәүләт өсөн янған ҡайһы бер бүтән эшмәкәрҙәр илдең тәбиғи мөмкинлектәрен дә, геостратегик хәлен дә, нығына барған иҡтисадын да, хәрби ҡеүәтен дә файҙаланырға тырыша. Шуны ла онотмау мөһим: Рәсәй етәкселеге үҙенең эш-ғәмәлдәрендә Рәсәйҙең генә түгел, бәлки, Советтар Союзы буйынса туғанлыҡ тойғоһон һаҡлап ҡалған барса халыҡтарҙың да мәнфәғәтен хәстәрләй.
Был йәһәттән, федератив дәүләттә йәшәгәс, ҡәүемдәрҙе берләштереп тотоуҙа һәм уртаҡ маҡсаттар билдәләүҙә Үҙәк хакимиәттең, ябайлаштырып әйткәндә, Мәскәүҙең роле ҙур. Башҡортостандың, башҡорт халҡының Мәскәү дәүләте менән рәсми мөнәсәбәте Иоанн IV батшалыҡ иткәндә башланған. 1557 йыл — рус менән башҡорттоң бер дәүләтселектә йәшәүен юридик рәүештә законлаштырған мәл. Артабан Мәскәү хакимдары Рәсәй дәүләтенең һәммә эшмәкәрлегендә лә башҡорттарҙың булышлығына таянған.
Мәскәүҙең республикабыҙ өсөн милли кадрҙар әҙерләү йәһәтенән күрһәткән ярҙамы онотолорлоҡ түгел. Ғөмүмән, пайтәхетебеҙ ниндәйҙер иҫтәлектәр уята икән, бында һис тә ғәйеп юҡтыр. Миңә лә баш ҡаланың юғары уҡыу йорттарының береһендә белем алыуымды дауам итеү форсаты тейҙе. Беҙ Мәскәүгә илебеҙҙең һәр төбәгенән, ярты донъянан йыйылғайныҡ. Баш ҡала кешеләренең ихласлығы, зыялылығы, итәғәтле мөғәллимдәр, иптәшлек шарттары тиҫтәләрсә милләт кешеһен бик яҡынайтҡайны. Беҙҙең, мәҫәлән, ун ике кешелек төркөмдә генә — туғыҙ ҡәүем вәкиле. Бер-беребеҙгә ҡыҙыҡбыҙ, айырылғас, ҡәҙерле икәнебеҙҙе лә тойҙоҡ.
Бергә бәйләнгән яҙмышыбыҙҙың иң оло уңышы шул: рус халҡы тирәһенә ойошоп, бер-беребеҙгә терәк булып йәшәй башлағаны бирле беҙ йән тыныслығын таптыҡ. Башҡортостан халыҡтарының үҙ-ара эскерһеҙ татыу ғүмер кисереүе, Рәсәйҙәге барлыҡ арҡаҙаштарына ҡул биреп йәшәүе, донъяға тамыр ебәргән дуҫлыҡ — илебеҙҙең ныҡлы дәүләтселек нигеҙенә ҡоролғанлығын дәлилләгән факторҙар күп. Берҙәмлек — һәр төрлө матурлыҡтың асылы һәм башланғысы, тип раҫлау хаҡ икән.
Тарих төпкөлөнә суммай, республикабыҙҙың яңы тарихы сәхифәләренә генә күҙ һалғанда, минең ҡарашҡа, иң мөһиме — эшләрлек халыҡ йүнселлеккә өйрәнде. Күптәр хәҙер дәүләткә ҡарап ауыҙ асып ятмай, үҙ эшендә дәүләт яҡлауын бер ни ҡәҙәр тойоп, булһын тип үҙаллы тырыша, сөнки кеше үҙ ғаилә мәнфәғәттәрен яҡлап ҡына иң юғары етештереүсәнлек, ысын тырышлыҡ күрһәтә.
Республикабыҙҙың Мәскәү менән мөнәсәбәттәре ике яҡ өсөн дә объектив зарурлыҡҡа нигеҙләнгән. Башҡортостанды Рәсәй империяһының көнсығыш сиктәрендә ышаныслы форпост итеп, Мәскәү заманында Көнсығыш менән бәйләнештәре өсөн хәүефләнмәҫкә нигеҙ тапты. Батша хакимиәте менән башҡорт ырыуҙары араһында сәйәси, иҡтисади, дини проблемалар мөнәсәбәттәрҙе ҡатмарландырып, бәғзе мәлдәрҙә фажиғә сигенә еткереп торһа ла, рус кешеләре менән Көньяҡ Урал, Волга буйы халыҡтары араһында ихлас күршелек боҙолманы. Ябай халыҡтарҙың бер-береһенә ҡарата мөнәсәбәтен, ғәҙәттә, сәйәсәт боҙа, иген иккән һәм йорттар күтәргән кешенең күңеленә дошманлыҡ оя ҡора алмай.
Иртәгәһе көнгә баҡҡан халыҡ бөгөнгө менән генә хуш булып йәшәй алмай. Шуның өсөн Үҙәк хакимиәттең төбәктәргә мөмкин тиклем үҙаллылыҡ биреүе, уларға ышаныс күрһәтеүе кәрәк. Һәммә нәмәне Мәскәүгә генә туплау дөрөҫ сәйәсәт түгел, ул урындағы дәртле ниәттәргә тышау һала. Поляк әҙибе Ежи Лец әйтмешләй, “халыҡтың бер йәне, бер йөрәге, ҡазаға ҡаршы ҡуя торған бер күкрәге булыуы ихтимал, әммә уның мейеһе берәү генә булһа, был — бәлә”.
Һүҙҙе нимә менән хуш итергә? Гәзиттең байрамса кәйефле һанына тәғәйенләнгән яҙмала ла борсолоуҙарҙы, хатта рух төшөүен йәшереп булмай. Ләкин, ниндәй генә хәүефтәр, шик-шөбһәләр йөрәкте тырнамаһын, яҡшылыҡҡа ышанғы килә. Рәсәйҙең сәйәсәте гел генә бер ярҙан икенсеһенә ҡаҡлыҡҡан карап һымаҡ бармаҫ әле. Көнбайыштың үсле сәйәсәтенә бирешмәҫкә тырышып, хужалыҡ үҙ эшен дауам итә. Милли проекттар, маҡсатлы федераль программалар рәүешендә башланған эштәр бер мәл системалы дәүләт эшмәкәрлегенә әүерелер. Чиновниктар бюрократияһын ауыҙлыҡлай алһаҡ, армияны ысын ил ҡалҡаны итһәк, әхлаҡһыҙлыҡ, бандитлыҡҡа ҡаршы көрәште һүҙҙән эшкә күсерһәк, бәлки, Рәсәй ҙә цивилизациялы, миһырбанлы йәмғиәт булып йәшәй башлар. Бының өсөн уның шашынған байҙарға һәм бөлгән фәҡирҙәргә бүленеүе түгел, бәлки бер маҡсатлы, уртаҡ уйлы халыҡ булып ойошоуы кәрәк.