Бөтә донъя әҙәбиәтендә күренеш булырлыҡ һүҙ даһийы Рәшит Назаровтың тыуыуына 70 йыл тулған был көндәрҙә алтынға бәрәбәр мөғжизәләрҙән торған ижады хаҡында тағы ла бер тапҡыр һөйләшеп алыу артыҡ булмаҫ. Һоҡланғыс ижады инде тиҫтә йылдар элек раҫланған хәҡиҡәт. Уның хаҡында яҙылған мәҡәләләрем, бигерәк тә Рәшит әҫәрҙәренән тупланған айырым китаптарын, күләмле ике томлыҡ һайланма әҫәрҙәрен донъяға сығарыу – быға асыҡ миҫал. Мин бик күптәрҙең рәхмәт һүҙен ишеттем, изге теләкле хаттарын алдым.
Быға тиклем Рәшиттең “Таңды ҡаршылау” (1965 йылда Назар Нәжми редакцияһында), “Ҡояш юлы буйлап” (1970 й.), “Йөрәгемде һеҙгә илтәм” (1991 й.) исемле китаптары (икеһенең дә төҙөүсеһе Әсхәл Әхмәт-Хужа) донъя күрҙе. Бына ошо һуңғы йыйынтыҡ хаҡында һүҙ алып бармаҡсымын.
Китап ете бүлектән тора. Тәүгеһе “Таңды ҡаршылау” тип атала. Бында тәүге биттә шул уҡ исемдәге шиғыр ҙа бар. Рәшит Назаров архивында ундай шиғыр юҡ, “Таң ҡаршылау” тигән әҫәр генә бар. Шағир таң ҡаршылаған, шул ғәжәп күренештән Урал аша йондоҙҙарға баҡҡан. Уралы аҡ сырайлы таңды күтәреүен бары шағир ғына күргән.
“Башҡорт тупрағына үрә баҫып,
Таң күтәрҙе бына Уралым!” — тип бөтә әҫәр.
Рәшиттең ҡулъяҙмаһында “Минең Уралым!” тип тамамлана әҫәр һәм нәҡ шулай булырға тейеш, сөнки шағир Урал тупрағына баҫып таң күтәргән Урал хаҡында һүҙ алып бара. Был уның күҙәтеүе, Уралдың мөһабәт булыуына, олпатлығына шәхси тойғолары тантанаһы ғына түгел, “бына” урынына “минең” тип әйтеүе лә бик урынлы. Ғорурлыҡ!
Унан аҫтағы “Азатлыҡ йыры” тип аталған шиғырҙы ла Рәшит “Йылға” тип кенә исемләгән. “Тулҡындары ҡаға, күбек аға, ташлы ярҙар һыуға ишелә” юлдары ла Рәшиттә “тулҡындары килеп ябырыла, ташлы ярҙар һыуға ишелә” тиелгән. Уҡыусыла күбек ағыуҙан да яр ишеләме ни, тип һорарға урын ҡала.
Рәшит Назаровтың киң билдәле “Йәшен” шиғыры ла кәрәкмәгәнсә ҡуйылған тыныш билдәләренән азат түгел. Быны шағирҙың башҡа бик күп шиғырҙарына ҡарата ла һәр береһенә туҡталып әйтергә мөмкин һәм кәрәктер ҙә.
Бына “Яҙ тауышы” тип исемләнгән шиғыр. Тәүге дүрт юллыҡтың һуңғы ике юлы китапта:
Күңелдәрҙе сикһеҙ дәртләндереп
Яҙғы шатлыҡ, бәхет бөркөлә, — тип сыҡҡан. Ә Рәшит ҡулъяҙмаһында:
Күңелдәрҙе сикһеҙ дәртләндереп,
Яҙғы тәмле хуш еҫ бөркөлә.
“Шатлыҡ, бәхет” дөйөм күренеш, урамдағы халыҡ тантанаһы тип тә аңларға мөмкин. Шағир иһә яҙҙы тасуирлай, уны һүрәтләй. Тәмле хуш еҫен тойоп шатлана.
Артабан “Яҙ килә” шиғырын ғына алайыҡ. Ул былай башлана:
Ас бүреләй олой ине
Тышта буран.
Көрткә сумып йоҡлай ине
Беҙҙең урам.
Рәшиттә ул былай:
Күптәнме ни, көрткә сумып
Йоҡлай ине беҙҙең урам.
Ас бүреләй олой ине
Тышта буран.
Аҫтағы ике юлды өҫтә ҡуйырға кәрәклеген, урам хаҡында һүҙ булырға тейешлеген күрәһегеҙҙер: тәүҙә урам, унан шунда уйнаған буран...
Бишенсе строфала:
Күгәрсендәр, күгәрсендәр
Йырлай нисек! — тиелә.
Күгәрсен йырлай тимәйҙәр, гөрләй, тиҙәр.
Шағирҙың “Уйланыу” шиғыры ла ныҡ уйландыра. Был әҫәрҙән дә урталағы 4 юллыҡтың төшөп ҡалыуының сәбәбе ниҙә?
Бына ул:
Ун һигеҙ йыл. Был йылдарҙа ҡайнап,
Аҙмы юлдар үтте икән тамырымда?
Яҡшы беләм: мин хәҙергә үтмәгәнмен
Ошо юлдың яртыһының яртыһын да.
“Төнгө уйланыуҙар” әҫәре лә, тыныш билдәләренең урынлы булмауынан тыш,
Тормош булһын өсөн гүзәлерәк,
Ергә килһен өсөн яңы биҙәк, — тигән юлдар урынына
Тыуһын өсөн биҙәк, яңы биҙәк, —
тип ябайлаштырыу шағир бәҫен төшөрә түгелме? Хәйер, бында ғына булһа икән. Ошо шиғырҙан һуң килгән “Иртә һайын” шиғырынан иң һуңғы дүрт юллыҡ алдынан бына ниндәй юлдар төшөп ҡалған, дөрөҫөрәге, алып ташланған:
Тыуған таңды ҡаршыларға
Иртә һайын сығам тауға.
Ашыға-ашыға менә шул саҡ
Ҡояш үҙе минең янға.
Шундай киңлек – тыуған ерем
Ус төбөндә тора кеүек.
Ураҡсым да этелеп-бөгөлөп
Нур-башаҡтар ура кеүек.
Шул башаҡтың бөртөгөләй
Бәхеттең бер төгөләй...
Шунан ғына китапта һаҡланған түбәндәге юллыҡ менән йомғаҡлана:
Үҙ нурына үҙе тотоноп
Ҡояш менә минең янға...
Тыуыр таңды ҡаршыларға
Иртә һайын сығам тауға.
“Бөрө” шиғырындағы:
Ҡыш ҡылысы кителеп төштө
Саҡмаға тарып.
Боҙҙар аға, боҙҙар аға
Тулҡындар ярып, —
тип тәбиғәткә яҙ килеүен ике юл менән генә образлы итеп белдергән, шағир уйланыуҙарына этәргес булған был юлдарҙың булмауы ла сәйер. Бындай хилафлыҡтар китапта тулып ята. Бына “Хәнйәр йондоҙ” тигән оҙон шиғыр. Ниңәлер был ике һүҙ араһына һыҙыҡса ҡуйылған? Был саҡта хәнйәр йондоҙ мәғәнәһендә, уның рәүешендә булып сыға түгелме ни? Шиғырҙа бит шул исемле йондоҙ хаҡында һүҙ бара. Рәшит кеүек һүҙ, шиғриәт даһийы өсөн иһә был – ҙур хата. Асылда булмышын-һәләтен ижад эшенә арнаған һәр кем өсөн шулай булырға тейеш!
Хәҙер, һүҙҙе оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай, хаталарҙың хәтәрерәктәренә — шиғырҙарҙа булып та киҫәк-киҫәк төшөп ҡалған юлдарға туҡталайыҡ. Бына әле генә барған “Хәнйәр йондоҙ” исемле шиғырға күҙ һалайыҡ. Ул китапта булмаған 12 юллыҡ шиғыр менән башлана. Бына ул:
Ос, күтәр ҙә мине, йөрәк хисем,
Бөркөт ашмаҫ бөркөт янына!
Иҫке лә ул үҙе, хаҡлыҡ кеүек,
Еңеү кеүек, һәр саҡ яңы ла.
Минме уға ғашиҡ түгел инем,
Унымы мин, йырлап үтмәнем!
Күкрәгемә ҡыҫып май төндәрен,
Берәм-берәм нурын сүпләнем.
Толпар әйҙәп менеп алыр ине,
Ах, ҡайҙа һуң әкиәт батыры?!
Ҡаплап торған серле йондоҙ күк
Киләсәктең алтын сатыры.
Һигеҙенсе дүрт юллыҡтан һуң түбәндәге юлдар ҡайҙалыр юғалған:
Шатланығыҙ, яҙғы туғайҙарым,
Шатланығыҙ, ҡырҙар, гөл-сәскә!
Алыҫ күктән үс хәнйәрен алып,
Атылып инде Ватан көрәшкә.
Һигеҙ юллыҡтан һуң тағы шул юлдар бар:
Ос, күтәр ҙә мине, йөрәк хисем,
Шул йондоҙға, серле киңлеккә!
Өмөт кеүек алыҫ, ирлек кеүек,
Ҡыйыулыҡтай, үҙе бейек тә.
Яҙҙар килһә сығам ҡырҙарыма,
Ҡыҫҡа төндәр уҙа — күҙләйем.
Йондоҙ араһында бер йондоҙҙо —
Хәнйәр йондоҙоңдо эҙләйем.
О, быуындар даны! Күкрәп килдең,
Күкрәп уҙҙың — бына бөгөн дә.
Өнһөҙ күкрәп, йондоҙ нуры булып,
Һин балҡыйһың Ватан күгендә!
Мин баш эйәм...
Шиғыр артабан һүҙ алып барған китаптағыса тамамлана. “Йөрәгемде һеҙгә илтәм” исемле йыйынтыҡта тағы ла ныҡ ҡына ҡыҫҡартылған шиғырҙар бар. “Эшләй кеше” тигән китапта баҫылғаны 20 юллыҡ булһа, ҡыҫҡартылғаны — теүәл 40 юл. Артабанғы ҡыҫҡартыуҙар, телгә алғандарҙан тыш, барлығы 20 юл самаһы.
Ә бына “Баҫыуҙа таң” исемле былай ҙа ҙур шиғырҙан төрлө урындарҙан йолҡҡолауҙар-ҡыҫҡартыуҙар 167 юл тәшкил итә. Ғөмүмән эстәлеге, йөкмәткеһе, поэтик образлылығы, темаһы менән был әҫәр поэмаға торошло. Онотолмаҫ әҫәр. Баҫыуға, ергә генә түгел, ауыл кешеһенә — игенсегә — икмәк үҫтереүсегә дан йыры ул! Сөнки унһыҙ тормош, йәшәү юҡ. Ундай әҫәрҙе ҡыҫҡартыу түгел, офоҡтан офоҡҡа һуҙылған баҫыу кеүек итеп киңәйтергә, ҙурайтырға һәм дан йырларға тейешбеҙ. Рәшит Назаров – был йәһәттән дә ҡабатланмаҫ даһи шағир!
Йомғаҡлап шул хаҡта әйтке килә. Рәшит Назаров үҙе иҫән саҡта матбуғатта шиғырҙарында, поэмаларында һәм башҡа жанрҙағы әҫәрҙәрендәге хаҡһыҙ ебәрелгән хаталарҙы бик ауыр кисергән. Был хаҡта ул дау күтәреп, редакцияларға йә иһә нәшриәткә яҙмаған, улар мине шул хаталарҙы рәхәтләнеп йотто микән, тип уйлайҙармы, тигәнерәк һүҙҙәр менән ҡайһы саҡ иң яҡын дуҫтарына ғына һөйләгән. Үҙ алдына, әлбиттә, бик ауыр кисергән. Сөнки ул әйтелгәндең, бигерәк тә аҡҡа яҙылғандың кешеләргә тәьҫир итеү көсөн белгән.
Рәшит Назаров — тәбиғәт бүләге. Ундай шағирҙар Хоҙай ҡөҙрәте менән генә тыуалыр. Күрәһең, уларға Тәңре бер йәһәттән ниндәйҙер өлкәлә мөғжизәләр асыу даһилығы бирһә, икенсе яҡтан, һынауҙы үтә алырһыңмы, тип ғазаптарын да татыталыр.
Рәшит икеһен дә үтте — һәр йәһәттән башҡорт халҡының мәңге юғалмаҫ киләсәк йылдар, быуаттар улы булыуын раҫланы! Беҙ ҙә уның мираҫын түкмәй-сәсмәй, бөртөкләп сүпләп, халҡыбыҙға һәм башҡа милләттәргә еткереү бурысын выждан эшебеҙ итеп ҡарарға тейешбеҙ. Яуаплы һәм сауаплы ғәмәл был. Лайыҡ булайыҡ!