Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Өйрәлелә — өс, бутҡалыла — биш...”
“Өйрәлелә — өс, бутҡалыла — биш...” – “Өйрәлелә – өс, бутҡалыла биш көн” тигәндәй, мин дә бер аҙна – ауылда, бер аҙна – Өфөлә... Йыл буйы шулай баш ҡала менән Үтәймулла араһын урай-урай донъя көтәм, – тип ҡаршы алды Рәфил Ғәли­уллин. – Армиянан ҡайтҡас, ун йыл Салауат исемендәге колхозда тракторҙа эшләнем. Хужалыҡ тарҡалды, юҡлыҡ үҙәккә үтте... Бер нисә ауылдан ир-ат менән кәңәшләшеп, баш ҡалаға эшкә юлланырға тәүәккәлләнек.
Өфө Себер түгел бит инде. Машинала елдереп ба­раһың да етәһең. Эш менән аҙнаның нисек үткәнен, көтөп алған ял көндәренең килеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Алты егет менән фатир яллап йәшәп ятабыҙ. Ике туған ағайым Булат менән бергәбеҙ. Беҙҙең кеүек бәләкәйҙән хеҙмәттә сыныҡҡан ир-егеттәргә төҙөлөштә эшләү һис тә ҡыйын түгел. Бөтә ауыр эште ҡеүәтле кран, техника башҡара бит. Мин үҙем — атайым кеүек балта оҫтаһы.
– Хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләйҙәрме һуң?
– Бер ниндәй өҙөклөк тә юҡ, айына 25 мең һум тирәһе алам. Баш ҡаланың төрлө төҙөлөш майҙандарында — Сипайлово, Затон, Баҡалы һәм башҡа биҫтәләрҙә — йорттар ҡалҡытып, кешеләрҙе һөйөндөрҙөк.
– Үҙең дә Үтәймуллала ҡайһылай ҙур йорт күтәргәнһең!
– Тырыштыҡ инде. Туғандар дәррәү ярҙам итте. Ауыл тулы туған-ырыу йә ҡоҙа-ҡоҙағый, тигәндәй. Бик берҙәм халыҡ беҙҙә, шөкөр. Әсәлек капиталын уйлап тапҡан Хөкү­мәт етәкселәренә рәхмәт. Шул аҡсаның ҡап яртыһын бура­ға тотондоҡ, Алла бирһә, ҡалғанына газ индерәсәк­беҙ. Бала­ларҙы иркен, бөтә уңайлыҡтары булған йортта йә­шәт­ке килә. Ҡыҙым Элина Талбазылағы башҡорт гим­на­зияһында — IX класта, улым Данил VII класта уҡый. Аза­лия балалар баҡсаһына йөрөй. Ҙурҙар инде...
Ғәлиуллиндар тураһында һүҙ сыҡҡас, ауылдаштары улар­ҙың уңған, “бер тинде һум итә” торған, һәр яҡтан да пар килгән ғаилә икәнлегенә әллә күпме миҫал килтерергә өлгөрҙө.
– Миңнира килендең егәрлелегенә, иренә яҡшы терәк, ныҡ­лы тыл була белеүенә һоҡланырлыҡ, — ти ауылдың мәҙәниәт йорто директоры, райондың башҡорттар ҡорол­тайы комитеты ағзаһы Рәмилә Ғибаҙуллина. — Ире ҡырҙа эштә булғас, мал-тыуар ҡарау ҙа, балалар тәрбиәләү ҙә уның иңенә төшә. Әле ҡыҙын етәкләп балалар баҡсаһына йүгерә, әле улы Данилды мәктәпкә оҙата. Эше лә тынғыһыҙ, уҡытыусының мәшәҡәттәре өйгә лә эйәреп ҡайта бит. Тырышҡас, малы ла табыла. Былтыр еңел машина һатып алдылар. Ике һыйыр тоталар, ихата тулы — ҡош-ҡорт. Абдулғафар ағай­ҙың төпсөк улының атай ҡорған нигеҙҙе һыуытмай һаҡлауына, яңыртыуына барыбыҙ ҙа шат. Ауылда һәр ғаиләнең тын алышы, нисек донъя көтөүе ус төбөндәгеләй күренеп тора шул.
Мәҙәниәт йорто етәксеһе әйтеүенсә, ҡайһы саҡ яҡшы ғәҙәттәр һәм матур сифаттарҙың да “йоғошло” булыуы тормошта күҙәтелә, матур өлгөгә эйәреүселәр ҙә, ынтылыусылар ҙа табыла. Ана, Рәфилдең ике туған ҡустыһы, ике бала атаһы Эльмир ҙа бына тигән йорт һалып ята. Үтәймуллала өмәләр тынмаясаҡ, тимәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә