– “Өйрәлелә – өс, бутҡалыла биш көн” тигәндәй, мин дә бер аҙна – ауылда, бер аҙна – Өфөлә... Йыл буйы шулай баш ҡала менән Үтәймулла араһын урай-урай донъя көтәм, – тип ҡаршы алды Рәфил Ғәлиуллин. – Армиянан ҡайтҡас, ун йыл Салауат исемендәге колхозда тракторҙа эшләнем. Хужалыҡ тарҡалды, юҡлыҡ үҙәккә үтте... Бер нисә ауылдан ир-ат менән кәңәшләшеп, баш ҡалаға эшкә юлланырға тәүәккәлләнек.
Өфө Себер түгел бит инде. Машинала елдереп бараһың да етәһең. Эш менән аҙнаның нисек үткәнен, көтөп алған ял көндәренең килеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Алты егет менән фатир яллап йәшәп ятабыҙ. Ике туған ағайым Булат менән бергәбеҙ. Беҙҙең кеүек бәләкәйҙән хеҙмәттә сыныҡҡан ир-егеттәргә төҙөлөштә эшләү һис тә ҡыйын түгел. Бөтә ауыр эште ҡеүәтле кран, техника башҡара бит. Мин үҙем — атайым кеүек балта оҫтаһы.
– Хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләйҙәрме һуң?
– Бер ниндәй өҙөклөк тә юҡ, айына 25 мең һум тирәһе алам. Баш ҡаланың төрлө төҙөлөш майҙандарында — Сипайлово, Затон, Баҡалы һәм башҡа биҫтәләрҙә — йорттар ҡалҡытып, кешеләрҙе һөйөндөрҙөк.
– Үҙең дә Үтәймуллала ҡайһылай ҙур йорт күтәргәнһең!
– Тырыштыҡ инде. Туғандар дәррәү ярҙам итте. Ауыл тулы туған-ырыу йә ҡоҙа-ҡоҙағый, тигәндәй. Бик берҙәм халыҡ беҙҙә, шөкөр. Әсәлек капиталын уйлап тапҡан Хөкүмәт етәкселәренә рәхмәт. Шул аҡсаның ҡап яртыһын бураға тотондоҡ, Алла бирһә, ҡалғанына газ индерәсәкбеҙ. Балаларҙы иркен, бөтә уңайлыҡтары булған йортта йәшәтке килә. Ҡыҙым Элина Талбазылағы башҡорт гимназияһында — IX класта, улым Данил VII класта уҡый. Азалия балалар баҡсаһына йөрөй. Ҙурҙар инде...
Ғәлиуллиндар тураһында һүҙ сыҡҡас, ауылдаштары уларҙың уңған, “бер тинде һум итә” торған, һәр яҡтан да пар килгән ғаилә икәнлегенә әллә күпме миҫал килтерергә өлгөрҙө.
– Миңнира килендең егәрлелегенә, иренә яҡшы терәк, ныҡлы тыл була белеүенә һоҡланырлыҡ, — ти ауылдың мәҙәниәт йорто директоры, райондың башҡорттар ҡоролтайы комитеты ағзаһы Рәмилә Ғибаҙуллина. — Ире ҡырҙа эштә булғас, мал-тыуар ҡарау ҙа, балалар тәрбиәләү ҙә уның иңенә төшә. Әле ҡыҙын етәкләп балалар баҡсаһына йүгерә, әле улы Данилды мәктәпкә оҙата. Эше лә тынғыһыҙ, уҡытыусының мәшәҡәттәре өйгә лә эйәреп ҡайта бит. Тырышҡас, малы ла табыла. Былтыр еңел машина һатып алдылар. Ике һыйыр тоталар, ихата тулы — ҡош-ҡорт. Абдулғафар ағайҙың төпсөк улының атай ҡорған нигеҙҙе һыуытмай һаҡлауына, яңыртыуына барыбыҙ ҙа шат. Ауылда һәр ғаиләнең тын алышы, нисек донъя көтөүе ус төбөндәгеләй күренеп тора шул.
Мәҙәниәт йорто етәксеһе әйтеүенсә, ҡайһы саҡ яҡшы ғәҙәттәр һәм матур сифаттарҙың да “йоғошло” булыуы тормошта күҙәтелә, матур өлгөгә эйәреүселәр ҙә, ынтылыусылар ҙа табыла. Ана, Рәфилдең ике туған ҡустыһы, ике бала атаһы Эльмир ҙа бына тигән йорт һалып ята. Үтәймуллала өмәләр тынмаясаҡ, тимәк.