Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » ТЕЛ ТАМЫРЫ – ТӘРӘНДӘ
ТЕЛ ТАМЫРЫ – ТӘРӘНДӘ
Бынан 22 йыл элек булды был хәл. Элек мәктәптәрҙә шундай матур йола була торғайны: йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан, уҡыуҙа яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән уҡыусыларҙы Рәсәй ҡалаларына сәйәхәткә алып баралар. Көҙгө уңыш йыйыуҙа сөгөлдөр баҫыуынан ҡайтмай тиерлек эшләгән өсөн беҙҙең класс төньяҡ баш ҡалаға – Ленинградҡа (Cанкт-Петербургка) путевка менән бүләкләнде.


Беҙҙекеләрҙән тыш та уҡыусылар бар ине. Балалар күмәк, ә төркөм етәкселәре ике-өс кенә кеше. Ана шулай уралып йөрөй торғас, беҙҙең класс ҡыҙҙары айырылып, үҙебеҙгә үҙебеҙ экскурсия эшләргә булып, Петр һарайы ҡаласығында йөрөп ятабыҙ. Йәйге көн, сәйәхәттәр каникул ваҡытында ойошторола ине. Шаярабыҙ, көләбеҙ, уйнайбыҙ, һис тартынып тормай башҡортса һөйләшә­беҙ, сөнки ул ваҡытта “Йәшлек”тә “Рәми көндәлектәре” баҫылып, беҙ шағир рухы менән тоҡанғайныҡ инде.
Шул саҡ бер апай килде лә урыҫсалап: ”Ниндәй телдә әңгәмәләшәһегеҙ, ҡыҙҙар?” – тимәһенме! Аптырап ҡал­дыҡ, шулай ҙа, башҡортса, тип яуап ҡайтарҙыҡ. Эй, китте был апай беҙҙе маҡтап, арҡабыҙҙан да һөйөп алды. Әммә йылдар үтһә лә, уның бер фекере ныҡ хәтергә һеңеп ҡалды. “Тел тамырлы ағас кеүек. Әгәр туған телегеҙҙе белһәгеҙ, һеҙ анау ағастар кеүек шауларһығыҙ, – тип олпат имәндәргә күрһәтте апай. – Әгәр инде туған телегеҙ менән бәйләнеш өҙөлһә, йолҡонған сәскә кеүек булырһығыҙ, вазала сәскәләр оҙаҡ торамы һуң, уйлап ҡарағыҙ әле”, – тине лә мөләйем йылмайып китеп барҙы.
Уның ошо һүҙҙәре иҫкә төшкән һайын телем аша ата-бабаларыбыҙ рухына барып тотошҡандай хис итәм үҙемде. Улар миңә рухи көстө ана шул рәүешле лә бирә һымаҡ! Имәндәй шауларға теләйбеҙме, әллә сәскәләй һулыйбыҙмы – һәр кемдең үҙенән тора!..


ЗӘКИ ВӘЛИДИҘЕ БИРГӘН МИЛЛӘТ ҠЫҘЫ БУЛЫУ ЕҢЕЛМЕ?!.

2008 йылда булды был хәл. Мәскәүҙә Рәсәй һәм элекке СССР дәүләттәре яҙыусыларының йыйыны булды.

ТЕЛ ТАМЫРЫ – ТӘРӘНДӘХалыҡ күп, танып бө­төп тә булмай. Әммә, уңайы сыҡ­ҡас, ойоштороу­сылар һәр делегация менән айырым та­­ныш­тырҙы. Беҙҙең Баш­ҡорт­остандан икән­де белгәс, аҙаҡ Ҡа­бар­ҙа-Балҡар ре­с­публикаһынан Исо Капаев атлы яҙыусы үҙе эҙләп килеп тапты. Ул – респуб­ли­ка­лары­ның ха­лыҡ яҙыусыһы. Үҙе һөй­ләй, үҙе илай ине был ир-егет. Мин бөтөнләй аптырып ҡал­дым. Һеҙ Зәки Вәли­ди­ҙең ҡыҙы, тигәс, юҡ, юҡ, һеҙ мине бутай­һығыҙ, тигәнгә әҙип үҙе яр­ҙамға килде. “Зәки Вәлиди – ул бит иң бөйөк төрки ғалимдарынан. Уны биргән халыҡтың ҡыҙын да мин уның ҡыҙы кеүек ҡабул иттем. Ә беҙҙең хаҡта ул ниндәй ҙур ­мәҡәлә яҙған! Нуғай милләтенән мин. Зәки Вәлиди беҙгә еҙнә була, Нәзмиә ханым ҡара нуғай бит. Уҙған быуаттың 80-се йылдарында Өфөгә барып, уның эштәрен өйрәнергә тырышып ҡараным, әммә рөхсәт булманы. Әле нисек ҡарайҙар Вәлидигә һеҙҙә? Аңлағыҙ, ул бит бөйөк шәхес!”– тип миңә Вәлидиҙең кемлеген һөйләп китте.
Күҙгә йәш эркелде, ҡуй инде, ә беҙҙә һаман теләһә кем уның шәхесенә ҡара яғырға аптырап тормай! Исма­һам, һәйкәл дә юҡ бит донъя кимәлендәге ғалимы­быҙға...

ТЕЛЕГЕҘ ЗИҺЕНЕМДЕ ИРКӘЛӘЙ!

Йылға буйында ултырған ҡалаларҙың үҙенең бер йәме була бит ул. Түбәнге Новгород та – ана ­шундайҙарҙан. Улдарым менән трамвайға ултырып китеп барғанда, балалар бит инде, оялып тороу юҡ, бөтә салонға ҡысҡырып: “Әсәй, был ҡала Өфөгә оҡшаған да инде, ҡарале – йылғалары ла шулай, ағастары ла тауға менеп бара!” – тип һоҡланыуҙарын йәшерә алманылар.

ТЕЛ ТАМЫРЫ – ТӘРӘНДӘШул саҡ беҙҙең янға килеп, һаҡаллы, бик ыҫпай ке­йенгән бер бабай һүҙ ҡушты: “Балаларың ниндәй телдә һөйләшә? Ҡолаҡты иркәләп, зиһенде наҙлаған кеүек булды!” – тине. “Башҡортса!” – тип саҡ яуап бирә алдым, их, шул күңел тула торған холоҡто нишләтәһең инде!..
Бабай, бәлки, Түбәнге Новгородтың бихисап сиркәү­ҙәре­нең береһенә йүнәлгән дин әһеле булғандыр, бәлки, берәй ғалим, хәҙер уны ҡайҙан ғына беләһең инде? Әммә ул күңелдә шундай йылы хәтирә ҡалдырҙы, балаларымдың кескәй генә йөрәгенә лә телдәре хаҡында яҡты тойғо һалып ҡуйҙы бит.
Ә бит үҙ еребеҙҙә күпме милләттәшебеҙ телебеҙгә ҡарата башҡаларҙың әшәке һүҙ әйтеүе хаҡында мәҡәлә яҙа, радионан, телевидениенан һөйләй. Телебеҙ нур­ланһын тиһәк, фекерҙәрҙең яҡтыларын, зауыҡлы­ла­рын ғына башҡаларға ишеттерергә кәрәктер, моғайын. Ниңә кемдер телде кәмһетә тип, шул кәм күңелдең түбән­селеген халыҡҡа еткерергә?! Тел бит ундай хурлыҡҡа лайыҡ түгел! Ә баяғы бабайҙы бик юғары мәҙәниәтле кеше булғандыр, тип уйлайым, уның кем, ниндәй һөнәр эйәһе, милләт, дин вәкиле булыуына ҡарамаҫтан. Башҡаларҙың гүзәллеген күрә, баһалай белеү ҙә – мәҙәниәттең бер сағылышы!


Автор: Лариса АБДУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә