Бынан 22 йыл элек булды был хәл. Элек мәктәптәрҙә шундай матур йола була торғайны: йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан, уҡыуҙа яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән уҡыусыларҙы Рәсәй ҡалаларына сәйәхәткә алып баралар. Көҙгө уңыш йыйыуҙа сөгөлдөр баҫыуынан ҡайтмай тиерлек эшләгән өсөн беҙҙең класс төньяҡ баш ҡалаға – Ленинградҡа (Cанкт-Петербургка) путевка менән бүләкләнде.
Беҙҙекеләрҙән тыш та уҡыусылар бар ине. Балалар күмәк, ә төркөм етәкселәре ике-өс кенә кеше. Ана шулай уралып йөрөй торғас, беҙҙең класс ҡыҙҙары айырылып, үҙебеҙгә үҙебеҙ экскурсия эшләргә булып, Петр һарайы ҡаласығында йөрөп ятабыҙ. Йәйге көн, сәйәхәттәр каникул ваҡытында ойошторола ине. Шаярабыҙ, көләбеҙ, уйнайбыҙ, һис тартынып тормай башҡортса һөйләшәбеҙ, сөнки ул ваҡытта “Йәшлек”тә “Рәми көндәлектәре” баҫылып, беҙ шағир рухы менән тоҡанғайныҡ инде.
Шул саҡ бер апай килде лә урыҫсалап: ”Ниндәй телдә әңгәмәләшәһегеҙ, ҡыҙҙар?” – тимәһенме! Аптырап ҡалдыҡ, шулай ҙа, башҡортса, тип яуап ҡайтарҙыҡ. Эй, китте был апай беҙҙе маҡтап, арҡабыҙҙан да һөйөп алды. Әммә йылдар үтһә лә, уның бер фекере ныҡ хәтергә һеңеп ҡалды. “Тел тамырлы ағас кеүек. Әгәр туған телегеҙҙе белһәгеҙ, һеҙ анау ағастар кеүек шауларһығыҙ, – тип олпат имәндәргә күрһәтте апай. – Әгәр инде туған телегеҙ менән бәйләнеш өҙөлһә, йолҡонған сәскә кеүек булырһығыҙ, вазала сәскәләр оҙаҡ торамы һуң, уйлап ҡарағыҙ әле”, – тине лә мөләйем йылмайып китеп барҙы.
Уның ошо һүҙҙәре иҫкә төшкән һайын телем аша ата-бабаларыбыҙ рухына барып тотошҡандай хис итәм үҙемде. Улар миңә рухи көстө ана шул рәүешле лә бирә һымаҡ! Имәндәй шауларға теләйбеҙме, әллә сәскәләй һулыйбыҙмы – һәр кемдең үҙенән тора!..
ЗӘКИ ВӘЛИДИҘЕ БИРГӘН МИЛЛӘТ ҠЫҘЫ БУЛЫУ ЕҢЕЛМЕ?!.2008 йылда булды был хәл. Мәскәүҙә Рәсәй һәм элекке СССР дәүләттәре яҙыусыларының йыйыны булды.
Халыҡ күп, танып бөтөп тә булмай. Әммә, уңайы сыҡҡас, ойоштороусылар һәр делегация менән айырым таныштырҙы. Беҙҙең Башҡортостандан икәнде белгәс, аҙаҡ Ҡабарҙа-Балҡар республикаһынан Исо Капаев атлы яҙыусы үҙе эҙләп килеп тапты. Ул – республикаларының халыҡ яҙыусыһы. Үҙе һөйләй, үҙе илай ине был ир-егет. Мин бөтөнләй аптырып ҡалдым. Һеҙ Зәки Вәлидиҙең ҡыҙы, тигәс, юҡ, юҡ, һеҙ мине бутайһығыҙ, тигәнгә әҙип үҙе ярҙамға килде. “Зәки Вәлиди – ул бит иң бөйөк төрки ғалимдарынан. Уны биргән халыҡтың ҡыҙын да мин уның ҡыҙы кеүек ҡабул иттем. Ә беҙҙең хаҡта ул ниндәй ҙур мәҡәлә яҙған! Нуғай милләтенән мин. Зәки Вәлиди беҙгә еҙнә була, Нәзмиә ханым ҡара нуғай бит. Уҙған быуаттың 80-се йылдарында Өфөгә барып, уның эштәрен өйрәнергә тырышып ҡараным, әммә рөхсәт булманы. Әле нисек ҡарайҙар Вәлидигә һеҙҙә? Аңлағыҙ, ул бит бөйөк шәхес!”– тип миңә Вәлидиҙең кемлеген һөйләп китте.
Күҙгә йәш эркелде, ҡуй инде, ә беҙҙә һаман теләһә кем уның шәхесенә ҡара яғырға аптырап тормай! Исмаһам, һәйкәл дә юҡ бит донъя кимәлендәге ғалимыбыҙға...
ТЕЛЕГЕҘ ЗИҺЕНЕМДЕ ИРКӘЛӘЙ!Йылға буйында ултырған ҡалаларҙың үҙенең бер йәме була бит ул. Түбәнге Новгород та – ана шундайҙарҙан. Улдарым менән трамвайға ултырып китеп барғанда, балалар бит инде, оялып тороу юҡ, бөтә салонға ҡысҡырып: “Әсәй, был ҡала Өфөгә оҡшаған да инде, ҡарале – йылғалары ла шулай, ағастары ла тауға менеп бара!” – тип һоҡланыуҙарын йәшерә алманылар.
Шул саҡ беҙҙең янға килеп, һаҡаллы, бик ыҫпай кейенгән бер бабай һүҙ ҡушты: “Балаларың ниндәй телдә һөйләшә? Ҡолаҡты иркәләп, зиһенде наҙлаған кеүек булды!” – тине. “Башҡортса!” – тип саҡ яуап бирә алдым, их, шул күңел тула торған холоҡто нишләтәһең инде!..
Бабай, бәлки, Түбәнге Новгородтың бихисап сиркәүҙәренең береһенә йүнәлгән дин әһеле булғандыр, бәлки, берәй ғалим, хәҙер уны ҡайҙан ғына беләһең инде? Әммә ул күңелдә шундай йылы хәтирә ҡалдырҙы, балаларымдың кескәй генә йөрәгенә лә телдәре хаҡында яҡты тойғо һалып ҡуйҙы бит.
Ә бит үҙ еребеҙҙә күпме милләттәшебеҙ телебеҙгә ҡарата башҡаларҙың әшәке һүҙ әйтеүе хаҡында мәҡәлә яҙа, радионан, телевидениенан һөйләй. Телебеҙ нурланһын тиһәк, фекерҙәрҙең яҡтыларын, зауыҡлыларын ғына башҡаларға ишеттерергә кәрәктер, моғайын. Ниңә кемдер телде кәмһетә тип, шул кәм күңелдең түбәнселеген халыҡҡа еткерергә?! Тел бит ундай хурлыҡҡа лайыҡ түгел! Ә баяғы бабайҙы бик юғары мәҙәниәтле кеше булғандыр, тип уйлайым, уның кем, ниндәй һөнәр эйәһе, милләт, дин вәкиле булыуына ҡарамаҫтан. Башҡаларҙың гүзәллеген күрә, баһалай белеү ҙә – мәҙәниәттең бер сағылышы!