Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Сөйәл Әй, был сөйәл тигәнен нисек кенә дауалама — бөтмәһә бөтмәй икән. Һеркә кислотаһы, бәпембә һуты һөртөп тә, ке­серткәндән саҡтырып та, эҫкәк менән тартып та бөтөрөп булмағас, район үҙәгенә киттем. Ул ҡулдарға ҡарауы ла ҡурҡыныс: һап-һары нөктәләр, һеркә кислотаһы өтөп алған урындар... Дауа­ханаға инеп, дарыу-кәңәштәр алып сыҡ­һам, машинаһы эргәһендә ауылда­шым тора. Күрештек.
— Ҡайтамың?
— Ҡайтам!
— Аламың?
— Алам.
Шунан яҡындағы эскәмйәгә ултырып, ҡатынын көтә баш­ланыҡ. Бының күҙҙә­ре минең ҡурҡыныс ҡулдарға төштө бит бер заман.
— Нимә булған ҡулдарыңа? — тип һорап ҡуйҙы.
— Ә-ә, ҡаланан бер сибәр генә ҡыҙ килгәйне, шуның менән йөрөгәндән һуң әллә нәмә булды ла ҡуйҙы, — мәйтәм.
Минән бер ултырғысҡа алыҫҡараҡ күсеп ултырҙы был.
— Әллә, шуға бына апты­рағандан балнисҡа килгәйнем дә, — тимен. Был тотлоға башланы:
— Иш-ш-шыу күренеп йөрөй ҙә әле... — тип тороп уҡ китте.
Ә минең башта 45 кило­метрҙы ни­сек үтермен, ҡасан ҡайтып етермен икән тигәнерәк уй ҡайнаша ине. Тартай теленән таба, тигәндәре шулдыр ин­де...

Фәнис ҒӘББӘСОВ.
Мәсетле районы,
Ғүмәр ауылы.




“Бара-бара, ҡаҡ!”

Беҙҙең Һаҡай ауылында мәҙәк кеше­ләр байтаҡ. Улар алдаҡсы ла, ялҡау ҙа түгел. Эшкә тотонһалар, еренә еткереп эшләй­ҙәр.
Бер мәлде ауылдаштарым Ғибаҙ­рис­лам, Кәбир, Мөхәммәт бабайҙар ауы­лы­быҙҙа йәшәгән Гөргөри (Григорий) тигән уҡытыусыларҙа аҙбар төҙөп йөрөгән. Эш бөтөүгә табан барған. Бына «бәбкә» ултыртырға ла ваҡыт еткән. Бер па­рын көйләгәс:
— Нисек, Кәбир, ҡара әле, барамы? — тип һорайҙар икән өҫтәгеләр.
— Бара-бара, әйҙә, ҡаҡ! — тип ҡысҡыра икән аҫтан Кәбир бабай.
Икенсеһен ҡаҡҡанда ла былар шул уҡ һорауҙы ҡабатлаған:
— Барамы?
— Бара-бара, ҡаҡ! — тип ҡысҡыра икән аҫтан Кәбир.
«Бәбкә»ләрҙе ҡуйып бөткәс, өйгә ашар­ға ингәндәр. Өҫтәл янына кереп ултырып та өлгөрмәгәндәр, Гөргөриҙең аҙбар тирәһендә уйнап йөрөгән малайы йүгереп кергән дә: «Там вaшa «бара-ба­ра» развалилась, — тип ҡысҡырған”, ти. Йүгереп сыҡһалар, ысынлап та, «бәб­кәләр» ауып бөткән, имеш. Бына шунан бирле, берәй төрлө эш килеп сыҡ­һа, беҙҙә «бара-бара»һыҙ башламайҙар.

Таһир ВИЛДАНОВ.

Ҡырмыҫҡалы районы.



Заманса Яңы йыл

Беҙгә лә бер мәл Яңы йыл айҡанлы ауыл клубында Хужа Насретдин тапҡыр­лығын күрһәтергә тура килде. Беҙ был ваҡиғаны һаман да көлөп иҫкә алабыҙ.
Кис. Клубта байрамды башларға ваҡыт етте. Үҙешмәкәр артистарыбыҙ кейенә башланы. Шул саҡта беҙҙең Ҡыш бабай кейеме юҡлығы асыҡланды. Уны көндөҙ урман хужалығы эшсәндәре алып торған. Ҡыш бабайҙары, «ҡыҙып» алғас, костюмды сисергә онотоп, район үҙәге Мораҡҡа ҡайтып киткән икән. Халыҡ тү­ҙемһеҙләнеп ҡул саба баш­ланы. Ни эшләргә? Һис сара юҡ...
Сценарийҙы йәһәт кенә үҙгәртеп, тейеш­ле ваҡытында Ҡыш бабайыбыҙҙы, ҡулына биҙәлгән ҡыңғыраулы дуғаны һәм “тылсым­лы” таяғын тоттороп, футбол­кала сәхнәгә сығарып ебәрҙек. Ҡабаланып хатта һаҡал йәбештерергә лә онотҡанбыҙ.
«Юл бик ауыр булды. Өфөгә килеп төшөү менән, террорсылар һөжүм итеп, Ҡарһылыуымды аманатҡа алып ҡал­­ды. Мо­раҡҡа килеп еткәс, рэкетир­ҙар егеп килгән тол­парҙарымды һәм тунымды һалдырҙы. Ауыл хакимиәтендә иһә, һалым түлә, тип, күстә­нәстәр менән тоғомдо тартып алдылар», — тип һөйләп китте меҫкен Ҡыш бабайыбыҙ.
Халыҡ гөж килеп көлөшә башланы, ә беҙ еңел һулап ҡуйҙыҡ. Тап шул мәлдә ишектән туп-тура берәү сәхнәгә килеп менде, ҡулын­да — Ҡыш бабай костюмы. Хәҙер инде ар­тистарыбыҙ икенсегә аптырашта ҡалды. Әммә бер нисә секундтан күмәкләшеп «бабай»ҙы ке­йен­де­рергә тотондолар. Шул саҡ Ҡыш бабайыбыҙ халыҡҡа боролдо ла: «Һатлыҡ ауылында киң күңелле, йомарт ке­шеләр йәшәй икән, тип ишеткәйнем инде. Ысынлап та, шулай икән. Ҙурланығыҙ, бүләгегеҙ өсөн рәхмәт!» — тине.
Яңы сценарий бик тә заманса килеп сыҡты. Әгәр ҙә беҙҙең артистарыбыҙ үҫмерҙәр һәм балалар ғына икәнен иҫәпкә алһаң, уларҙың тапҡырлығына хайран ҡалырлыҡ. Хужанан һис тә кәм түгелдәр!

Фирҙәүес ЙӘНТҮРИНА.

Күгәрсен районы.




“Урамдары тап-таҙа”

Ғәбиҙә инәй Мәскәүгә Бөтә Союз халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә барып ҡайтҡас, баш ҡала урамдары­ның киң, таҙа икәнен маҡтап: «Мәскәү шул тиклем тап-таҙа инде, хатта урамда бер генә бөртөк кәзә буғы ла күренмәй», — тип һөйләй икән.

Миҙхәт БАЙРАМҒОЛОВ.

Баймаҡ районы.



Алмаштырырға кәрәк

Миләүшә тормошонан ҡәнәғәт. Аҡсаны күп эшләй торған бик аҡыллы ире бар. Ике ҡатлы өйҙәренә инһәң, барыһы ла яңы, барыһы ла заманса. «Тәҙрәләрҙе яңыртайыҡ», — тип әйтеүе генә булды, Алмас бер аҙна эсен­дә уларҙы пластикка алмаштырып та ҡуйҙы, һыуытҡысты, телевизорҙы, ишек­тәрҙе лә яңыртты. Бәҙрәфкә сит илдә эшләнгән кәрәк-яраҡ алдырҙы, кейеменә ҡәҙәр — сит илдеке. «Жигули» урынына ишек алдарына яңы “иномарка” ҡайтты. Шулай булмайса, Алмас базала эшләй, аҡсаны мул ала.
Миләүшә әйтеп кенә торҙо: «Быныһы туҙған, ә тегеһе моданан сыҡҡан, алмаштырырға ваҡыт». Алмас ҡаршы килеп торманы — үтәне. Йортта бөтә әйбер алмашы­нып бөткәс, туҡтар әле, тип уйланы.
Йорттарында барыһы ла яңыға әй­ләнгәс, кисен аш табыны янында Ми­ләүшә һүҙ баш­ланы: «Алмасҡайым, фатирыбыҙҙы ла, йортобоҙҙо ла заманса төҙөлгәнгә алмаштырырға кәрәк. Беҙҙең башҡаларҙан бер еребеҙ ҙә кәм түгел». Быға ҡәҙәр һүҙ әйтмәгән Алмас Миләүшәнең әлеге тәҡдименә түҙә алманы. «Һинең көҙгөгә ҡарағаның бар­мы? Өйләнгән саҡтағы кеүек нескә билле һылыу түгелһең хәҙер. Бәлки, һине лә заманса йәш матурҡайға алмаштырырға кәрәктер?» — тине. Күпме йәшәп, Алмастан ҡаршы һүҙ ишетмәгән Миләүшәнең күҙҙәре шарҙай булды. Был һөйләшеүҙән һуң шаҡтай ваҡыт уҙып китте, күҙ теймәһен, ул: «Теге әйберҙе, был нәмәне алмаш­тырырға кәрәк», — тип ирен аптыратмай. Татыу тыныс ҡына, барынан ҡәнәғәт булып йәшәп ятҡан саҡтары.

Бар ине заманалар...

Элегерәк хәрби хеҙмәттә булып ҡайтҡан­дар урыҫ һүҙҙәрен ҡыҫтырып һөйләшергә маһир ине. Үҙенә күрә дәрәжә тип уйлағандарҙыр.
Күршебеҙ Хәмит ағай армиянан ҡайта тигән хәбәр ауылда йәшен тиҙлеге менән таралды, сөнки ул — оҫта гармунсы, мәҙәк һөйләргә ярата. Ул ваҡытта кешеләр бер-береһе менән аралаша, ҡунаҡҡа йөрө­шә, ә армиянан ҡайтҡан егетте йыйылышып ҡаршы алалар ине.
Бына маршрут автобусы килеп туҡтаны. Унан, генералмы ни, оло кәүҙә­ле, күкрәгенә билдәләр таҡҡан Хәмит ағай төштө.
— Привет, ауылдаштар! — тип сәләмләне йыйылыусыларҙы. Унан һуң, атаһын ҡосаҡлап:
— Ой, папочка, какой һин маленький, неужели һин мой отец? Все равно ты молодец, ниндәй богатырь үҫтерҙең! — тип күкрәгенә һуғып ҡуйҙы һәм, оялғандай, ян-яғына ҡаранды.
Беҙ, әлбиттә, көлөшөп алдыҡ. Йәштәштәр, ауылдаштар менән осрашҡас, ошо ваҡиғаны иҫкә алабыҙ. Бар ине заманалар, урыҫ һүҙҙәрен ҡыҫтырып, ян-яҡҡа ҡарана-ҡарана, оялып ҡына туған телдә һөйләшкән саҡтар...

“Бер кеше лә юҡ”

Көнө буйы колхозға бесән сапҡандан һуң дуҫым Дилүс һәм уның ағаһы Үзбәк менән ауылға ҡайтырға сыҡтыҡ. Улты­рырға йомшаҡ булһын тигән һылтау менән ат арбаһы төбөнә йәшел бесән сабып һалдыҡ. Үзбәк ағай Дилүскә:
— Боролоштан ҡарап кил әле, энем, кеше-фәлән күренмәйме? — тине.
Дилүс боролошҡа барып килде лә:
— Юҡ, унда бер кеше лә күренмәй, ағай. “Участковый” ғына үҙенең һары матайын ҡабыҙа алмайынса ғазап сигә. Юл буйлап этеп тә, тибеп тә ҡарай. Мин иһә, беҙҙе ярҙамға саҡырыр тип, күренмә­нем, — тине.
Үзбәк ағай башын сайҡаны ла:
— Милицияны кешегә һанамайһыңмы ни, ҡустым? — тип, аттың дилбегәһен тиҙ-тиҙ генә икенсе яҡҡа табан тартты.

Дилфәр ХӘСӘНОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872