Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сейә япрағын ҡойғас...
Ҡыш ҡапҡаһын ҡаҡҡан мәл. Бөтә бөжәктәр ҡышлау урындарына һыйынды, йоҡоға талды. Умартасылар тәжрибәһе шуны һөйләй: әгәр сейә ағасы япраҡ ҡоймаһа, беренсе яу­ған ҡар ятмай. Умарталарҙы баҙға индер­гәндә ошоно иҫтә тоторға кәрәк.


Умарталарҙы ҡышҡы һаҡлауға ҡорт баҙ­ҙарына индергәс, көҙгө эштәр та­мамлана. Башҡортостан шарттарында ул ок­тябрҙең һуңғы — ноябрҙең тәүге ун көнлөгөнә тура килә. Тәжрибәле умартасылар, ғәҙәт­тә, быны тотороҡло һалҡындар башланғас, күлдәрҙәге һыу боҙ менән ҡапланғас эшләй. Тик башта баҙҙы асып елләтергә һәм һыуытырға кәрәк. Күстәрҙе баҙға индергәндә көн һалҡын торһа, ҡорттар тынысыраҡ була.
Шулай ҙа уларҙы күсергәндә умарталар­ҙың кейәләрен ваҡытлыса ябып тороу яҡшыраҡ. Юғиһә көслө ғаиләләрҙең тынысһыҙланыуы һәм шул сәбәпле күп кенә ҡорттарҙың кейәнән сығып һәләк булыуы ихтимал. Көслө күстәрҙе һәм ике ҡатлы йылытылған умарта­лағы ҡорттарҙы түбәнге, ә ҡал­ғандарын икенсе һәм өсөнсө кәштәләргә урын­лаштыралар. Бер-ике көслө күсте (аҙыҡ то­тоноуҙы ун көн һайын тикшереп тороу өсөн) үлсәүгә ҡуялар. Умар­таларҙы урынлаштырып, ҡорттар ты­ныс­­ланғас, ишекте ябып, баҙҙы ҡараңғы­латалар һәм кейәләрҙе асалар. Бөтә елләтеү торбаларын беренсе көндә асыҡ ҡал­дырығыҙ. Икенсе көн ҡорттарҙың хәлен, баҙ­ҙағы һауа торошон белеү бик мөһим. Көсһөҙ күстәр үтә һалҡындан, ә көслө күстәр үтә йы­лынан шаулауҙары ихтимал. Ҡоро һәм йылы баҙҙа умарталарҙың өҫкө һәм аҫҡы кейәләрен асыҡ ҡалдырып, йы­лытҡыс мендәрҙәрен бөтөнләй алып ҡуйырға ла мөмкин.
Ояларҙы йылытыу маҡсатында мендәрҙәрҙе үҙ урындарында ҡалдырырға ла була, тик был осраҡта киндер япманың бер мөйөшөн, умарталағы дымлы һауа алмашынып торһон өсөн, асыҡ ҡалдырырға кәрәк. Һалҡын баҙ­ҙа ҡышлаған умарта­ларҙың өҫкө кейә­һен — асыҡ, ә аҫҡыларын февраль айына тик­лем ябыҡ ҡалдыралар.
Ҡыш бал ҡорттары сағыштырмаса тыныс була, уларҙа матдәләр алмашыныуы аҡрын бара, аҙыҡ аҙ тотонола. Быға ҡышлау урынында һауа температураһының ҡапыл үҙгәреүенә юл ҡуймау һәм кәрәкмәгәндә бал ҡорттарын борсомау менән генә өлгәшергә мөмкин. Умартасылар ҡорт баҙында һауа тем­ператураһын 2 — 4 градус тирәһендә, дымлылығын бер кимәлдә (80—85 процент) тота.
Шулай итеп, бал ҡорттары һәм умартасы­лар өсөн ҡышҡы осор башлана.

И. ШАФИҠОВТЫҢ
“Бал ҡортоноң наҙы бар” китабынан.
Быны белергә кәрәк


lУмартасы ҡорт баҙына тик ҡыҙыл фонарь менән генә инергә тейеш. Бал ҡорттары ҡы­ҙыл быяла аша төшкән ут яҡтыһын һиҙмәй һәм тыныс­һыҙланмай.
lУмартасы айырым күстәрҙең тауышын умартаға ҡолағын ҡуйып та тыңлай ала. Шу­лай ҙа уларҙың тауышын резина көпшә аша тыңлау бик уңайлы.
lҮлгән ҡорттарҙы алюмин сым­дан яһалған тәртешкә ярҙа­мында умарта төбөнән тартып сығарыу уңайлы.
lБал ҡорто баҙына бер нисә термометр ҡу­йыу уңайлы. Беренсеһе — максималь. Ул иң йылы ваҡытты, икенсеһе — минималь — иң һалҡын ваҡытты билдәләй. Өсөнсөһө умартасы баҙға ингән мәл­дәге һауа тем­ператураһын күрһәтә. Умартасы бал ҡорто баҙының дымлылы­ғын үлсәү өсөн психометр ҡуллана. Умарталыҡ журналына баҙҙың һауа тем­ператураһы, дымлылығы, күстәрҙең тауышы, үлсәүҙәге умарталарҙың ауыр­лы­ғы, ҡайһы бер етешһеҙлектәр һәм уларҙы бөтөрөү тура­һын­дағы яҙыуҙар теркәлә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә