Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Исеме аҡланды “Кулак ҡыҙы” тип атайҙар бала саҡтан Фатима Һибәтованы. Уның атаһы Ғәбделкәбир Йәһүҙин, нахаҡҡа ғәйепләнеп, алыҫ Себер тарафына ебәрелә.

“Кулак” мөһөрө тағылған балаларға мәктәптә белем алыуы ла, тормошта ла еңелдән булмай. Бар ауырлыҡтарҙы үҙ елкәһендә татыған Фатима инәй бала саҡтан эшкә тырыш, шиғри күңелле булып үҫә. Бәхетенә, тормош юлдашынан уңа: үҙенән байтаҡҡа оло булған уҡытыусы Сәрүәр Һибәтовҡа кейәүгә сығып, бынамын тигән өс улға ғүмер бүләк итә. Бөгөн улдарының барыһы ла юғары белемле, Йәүҙәт менән Айбулат аталарының юлын дауам итеп, мәктәптә уҡытһа, Фәрите Себерҙә эшләй.
Ун алты йәшендә генә кейәүгә сығып, артабан белем алырға тура килмәһә лә, Фатима Һибәтованан Хоҙай талантты йәлләмәгән. Уның моңло тауышына әле лә һоҡланырлыҡ: боронғо халыҡ йырҙа­рын оҫта башҡара, милли кейемдәр тегеп, ҡул эштәре менән булыша. Шулай ҙа инәйҙең төп байлығы — уның күңел түренән сыҡҡан шиғырҙары. Йәш са­ғында, кулак балаһы булыуҙан шөрләп, 48 битлек шиғыр дәфтәрен утҡа яҡҡанын әле булһа күҙ йәштәре аша хәтерләй ул. Сәйәси золом ҡорбандарын аҡлау башланғас, уның атаһының да нахаҡҡа рәнйетелеүе асыҡлана.
Тормоштоң әсе һурпаһын татып, нужаны әҙ күрмәгән инәйҙең күңелендәге хис-тойғоһо шиғри юлдарға теҙелә. Бөгөн Фатима Һибәтова — Учалы яҙыусылар ойошмаһындағы көньяҡ-көнсығыш ра­йондары ижади көстәренең “Ҡуңыр буға” берләшмәһе ағзаһы, сәсәниә һәм шағирә. “Ғүмерем миҙгелдәре”, “Ғаиләм-ҡәл­ғәм” исемле китаптар авторы. Әйткәндәй, ул — “Башҡортостан” гәзи­тенең дә тоғро дуҫы. Көнүҙәк темаларға яҙылған мәҡәләләре баҫма биттәрендә донъя күреп тора. Уның видеосығышы “Бәйлә­нештәр” сайтында “Иң оҫта йырсы” номинацияһына дәғүә итеп, 400-гә яҡын “лайк” йыйып та өлгөргән.
Гәзит уҡыусылар иғтибарына Фатима Һибәтованың “Кулак мөһөрө” тип аталған шиғырын тәҡдим итәбеҙ.





Кулак мөһөрө

Мин донъяға әле килмәгәндә,
Кемлегемде әсәм белмәгәндә,
Яҙмыш миңә баҫып ҡуйған инде
“Кулак” тигән ҡара мөһөрөмдө.
Шул исемдә яҡты донъя күрҙем,
Шул исемдә үҫеп буй еткерҙем,
Шул исемдә хатта өләсәй булып,
Тәүге ейәнемде тотоп һөйҙөм.
Тормош булғас, төрлө хәлдәр булды,
Ауыры ла, еңеле лә үтеп торҙо,
“Мулла ҡыҙы, кулак балаһы”, — тип
Ағыу телле гелән сағып торҙо.
Шөкөр, “бисмилла”нан яралғанмын,
“Бисмилла”лы йортта тыуып үҫтем,
Һөлөктәй өс бала үҫтерҙем мин,
Ғәҙел генә йәшәп донъя көттөм.
Булғанда ла ауырлыҡтар,
Сыҡманым мин сабырлыҡтан,
Ете ейәнгә өләсәй булғас,
Аҡландым мин кулаклыҡтан.
Аҡлау көндәрен еткерә алмай
Гүр эйәһе булды ата-әсәм.
Был ҡағыҙҙы ҡулдарыма алһам,
Утлы күмер тотҡан кеүек булам.
Фатима ҺИБӘТОВА.


Автор: К. ИШБУЛДИНА. Район: Әбйәлил районы, Рыҫҡужа ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә