“Кулак ҡыҙы” тип атайҙар бала саҡтан Фатима Һибәтованы. Уның атаһы Ғәбделкәбир Йәһүҙин, нахаҡҡа ғәйепләнеп, алыҫ Себер тарафына ебәрелә.“Кулак” мөһөрө тағылған балаларға мәктәптә белем алыуы ла, тормошта ла еңелдән булмай. Бар ауырлыҡтарҙы үҙ елкәһендә татыған Фатима инәй бала саҡтан эшкә тырыш, шиғри күңелле булып үҫә. Бәхетенә, тормош юлдашынан уңа: үҙенән байтаҡҡа оло булған уҡытыусы Сәрүәр Һибәтовҡа кейәүгә сығып, бынамын тигән өс улға ғүмер бүләк итә. Бөгөн улдарының барыһы ла юғары белемле, Йәүҙәт менән Айбулат аталарының юлын дауам итеп, мәктәптә уҡытһа, Фәрите Себерҙә эшләй.
Ун алты йәшендә генә кейәүгә сығып, артабан белем алырға тура килмәһә лә, Фатима Һибәтованан Хоҙай талантты йәлләмәгән. Уның моңло тауышына әле лә һоҡланырлыҡ: боронғо халыҡ йырҙарын оҫта башҡара, милли кейемдәр тегеп, ҡул эштәре менән булыша. Шулай ҙа инәйҙең төп байлығы — уның күңел түренән сыҡҡан шиғырҙары. Йәш сағында, кулак балаһы булыуҙан шөрләп, 48 битлек шиғыр дәфтәрен утҡа яҡҡанын әле булһа күҙ йәштәре аша хәтерләй ул. Сәйәси золом ҡорбандарын аҡлау башланғас, уның атаһының да нахаҡҡа рәнйетелеүе асыҡлана.
Тормоштоң әсе һурпаһын татып, нужаны әҙ күрмәгән инәйҙең күңелендәге хис-тойғоһо шиғри юлдарға теҙелә. Бөгөн Фатима Һибәтова — Учалы яҙыусылар ойошмаһындағы көньяҡ-көнсығыш райондары ижади көстәренең “Ҡуңыр буға” берләшмәһе ағзаһы, сәсәниә һәм шағирә. “Ғүмерем миҙгелдәре”, “Ғаиләм-ҡәлғәм” исемле китаптар авторы. Әйткәндәй, ул — “Башҡортостан” гәзитенең дә тоғро дуҫы. Көнүҙәк темаларға яҙылған мәҡәләләре баҫма биттәрендә донъя күреп тора. Уның видеосығышы “Бәйләнештәр” сайтында “Иң оҫта йырсы” номинацияһына дәғүә итеп, 400-гә яҡын “лайк” йыйып та өлгөргән.
Гәзит уҡыусылар иғтибарына Фатима Һибәтованың “Кулак мөһөрө” тип аталған шиғырын тәҡдим итәбеҙ.
Кулак мөһөрөМин донъяға әле килмәгәндә,
Кемлегемде әсәм белмәгәндә,
Яҙмыш миңә баҫып ҡуйған инде
“Кулак” тигән ҡара мөһөрөмдө.
Шул исемдә яҡты донъя күрҙем,
Шул исемдә үҫеп буй еткерҙем,
Шул исемдә хатта өләсәй булып,
Тәүге ейәнемде тотоп һөйҙөм.
Тормош булғас, төрлө хәлдәр булды,
Ауыры ла, еңеле лә үтеп торҙо,
“Мулла ҡыҙы, кулак балаһы”, — тип
Ағыу телле гелән сағып торҙо.
Шөкөр, “бисмилла”нан яралғанмын,
“Бисмилла”лы йортта тыуып үҫтем,
Һөлөктәй өс бала үҫтерҙем мин,
Ғәҙел генә йәшәп донъя көттөм.
Булғанда ла ауырлыҡтар,
Сыҡманым мин сабырлыҡтан,
Ете ейәнгә өләсәй булғас,
Аҡландым мин кулаклыҡтан.
Аҡлау көндәрен еткерә алмай
Гүр эйәһе булды ата-әсәм.
Был ҡағыҙҙы ҡулдарыма алһам,
Утлы күмер тотҡан кеүек булам.
Фатима ҺИБӘТОВА.